Башҡорт халыҡ әкиәттәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт халыҡ әкиәттәре — башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре, фольклор проза төрө.

Үҙенең әкиәттәрендә башҡорт халҡы ысынбарлыҡты милли сифатта тойоуын, тирә-йүнгә мөнәсәбәтен әйтеп бирергә, үҙ балаларына тормош аҡыллылығын өгөт-нәсихәт аша бирергә теләгән, әхлаҡ, ғаилә, көнкүреш һорауҙарын күтәргән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ әкиәттәренең сығанағы халыҡ фольклорында ғына түгел, шулай уҡ китап, әҙәбиәт сюжеттарында ла.

Башҡорт халыҡ әкиәттәренең күпмелер өлөшө һинд халҡының әҙәби-фольклор һәйкәлдәре «Джатаки», «Панчатантра», «Шукасаптати», «Тути-наме» менән бәйләнгән. Был әҫәрҙәрҙең ҡайһы бер әкиәт сюжеттары башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында сағылыш тапҡан. Был Урал-Иҙел буйы регионының Көнсығыш илдәре менән мәҙәни бәйләнештәре тураһында һөйләй, тимәк, халҡыбыҙ ғәрәп-мосолман яҙмаһы һәм китап мәҙәниәте менән таныш булған. «Калила һәм Димна» һәм «Тути-наме» әҫәрҙәренең ҡулъяҙмаһы Иҙел буйында һәм Көньяҡ Уралда таралған, XIX быуатта улар төрөк тәржемәһендә һәм ғәрәп телендә баҫылып сыҡҡан.

Халыҡ араһында билдәле әҫәрҙәрҙең сюжеты ябайлаштырылған, килер быуынға телдән тапшырылған, өлөшләтә халыҡ традициялары менән алмаштырылған, милли әкиәт репертуарына индерелгән. Шул уҡ ваҡытта сюжет нигеҙе һаҡланған. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ әкиәте "Төлкө һәм кәләш"тә көньяҡ урал фольклорына хас булмаған деталь — диңгеҙ яры һүрәтләнгән.

IX—X быуаттарҙа боронғо төрөк руник әҙәби һәйкәле тип һаналған «Бағымсылау китабы» («Ырк битиг») төрөктәрҙә таралған булған. Ҡарт үгеҙ һәм ҡырмыҫҡалар хаҡындағы һ.б. сюжеттар башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә осрай («Арыҫлан һәм серәкәй»). Һәйкәлдә күрһәтелгән үгеҙ, ыласын, ҡоҙғон, һарыҡ, юлбарыҫ образдары иртә урта быуат осоронда уҡ башҡорт әкиәттәренең юғары фольклор, яҙма традициялары булғанлығын дәлилләй.

Башҡортостан территорияһында һәм СССР-ҙың Свердловск, Ырымбур, Куйбышев, Һарытау һәм Пермь өлкәләренең (хәҙер - Пермь крайы) башҡорттар йәшәгән ауылдарында башҡорт әкиәттәрен яҙып алыу менән фольклор экспедициялары шөғөлләнгән.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрен йыйыу, баҫтырып сығарыу һәм өйрәнеү эшен ғалимдар Бессонов Александр Григорьевич, Әхнәф Ибраһим улы Харисов, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев, Кирәй Мәргән (Әхнәф Нурмөхәмәт улы Кирәйев), Марат Хәләф улы Минһажетдинов («Башҡорт әкиәттәрендә этногенетик мотивтар»), Лев Григорьевич Бараг («Об отношении башкирского сюжетного репертуара сказок о животных к русскому»), Нур Талип улы Зарипов, Әхмәт Mөхәмәтвәли улы Сөләймәнов, Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина («Хайуандар тураһында башҡорт әкиәттәре»), Гөлнур Рәвил ҡыҙы Хөсәйенова, Р. Ф. Ильясов («Хайуандар тураһында башҡорт әкиәттәре»), Дмитрий Константинович Зеленин, Николай Иванович Ильминский һ.б. башҡарған.

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заман әкиәт өйрәнеү ғилемендә әкиәттәр түбәндәге төрҙәргә бүленә:

  • Хайуандар тураһында әкиәттәр («Рәхмәтле айыу», «Йомарт ҡуян», «Айыу һәм бал ҡорттары», «Кем алыҫыраҡ күрә», «Айыу һәм бабай», «Һуҡыр сысҡан һәм ала ҡарға» һ.б.).

Был әкиәттәрҙең персонаждары — бүре, төлкө, айыу, кәзә, ҡырмыҫҡалар һ.б. Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙең ҡайһы бер сюжеттары («Алдаҡсы төлкө» «Арыҫлан, бүре һәм төлкө», «Быҙау хаҡында әкиәт», «Төлкө, өйрәк һәм тәлмәрйен тураһында», «Ҡоралай һәм алмағас», «Ҡыҙ кәзә») үҙендә ата-бабаларыбыҙҙың боронғо ышаныстарын һәм йолаларын һаҡлаған. боронғо дәүерҙә башҡорттар айыуҙы тотем (табыныу) хайуаны тип хөрмәтләгәндәр. Айыуҙың исемен туранан-тура ҡулланыуҙы тыйыу йәшәгән. Әкиәттәрҙә уны «бабай», «атабыз», «урман эйәһе», «урман ҡото» тип атағандар. Ҡуяндың боронғо тотемик һыҙаттары «Йомарт ҡуян», «Ҡуян һәм арыҫлан» әкиәттәрендә күренә. Бында ҡуяндың йомартлыҡ, изгелек һәм мутлыҡ кәүҙәләнеше — ауыр минуттарҙа кешеләрҙең һәм хайуандарҙың ярҙамсыһы икәне күренә.

Хайуандар тураһындағы башҡорт әкиәттәре түбәндәге жанрҙарға бүленә: этимологик аңлатмалы («Урал-батыр», «Биреһылыу — бире ҡыҙы»), классик, әкиәт-апологтар, туҙға яҙмаған (алдауыс) әкиәттәр. Тау, күл һәм йылғалар килеп сығышы тураһындағы этимологик элементлы әкиәттәр бар. Мәҫәлән, «Меңйәшәр» әкиәтендә, алдашҡаны өсөн әбейҙе ҡыҫыр бейәнең ҡойроғона бәйләгәндәр. Әбейҙең башы тейгән ерҙә тауҙар, арҡаһы тейгән ерҙә — күлдәр барлыҡҡа килгән. Ә бына «Ҡара көсөк» әкиәтендә — әбейҙең арҡаһы тейгән ерҙә — тау һырттары, сәсе тейгән ерҙә — сәслекәй түңгәктәр, күҙе тейгән ерҙә — күлдәр барлыҡҡа килгән. «Мәкерле еңгә» әкиәтендә — сәстәре ергә тейгән ерҙә түңгәктәр, арҡаһы тейгән урында — тауҙар барлыҡҡа килгән.

  • Батырҙар тураһындағы әкиәттәр (Алпамыша һәм Барсынһылыу, Ете ағай-эне һәм апай, Айыуғолаҡ, Акъял батыр, Белмәҫ батыр, Тимерхан һ.б.). Бындай башҡорт әкиәттәренең үҙенсәлеге булып геройҙар батырлығының кәм кимәлдә сағылышы, уларҙың эш-хәрәкәттәре ваҡыт ағымына буйһонмауы тора. Батырҙарҙың дошманы — мифик йәндәр, аждаһа, бәрей. Батырҙарҙың исеме Башҡортостандың ҡайһылыр бер ер-һыу атамаһы (районы) менән бәйле. Батырҙар тураһында башҡорт халыҡ әкиәттәрендә традиция булараҡ батырҙың мөғжизәле тыуыу эпизоды хас — сабата кейгән көйө тыуыу («Мең башлы Аждаһаны еңгән егет»), һыйырҙы һуйған саҡта ҡыйыҡҡа сәсрәгән бер тамсы ҡандан тыуыу («Акъеләк»), әбейҙең тубығынан тыуыу («Тубыҡ батыр»), ҡарт кипсәлгән ғәйәт ҙур ташҡа балта менән һуҡҡандан һуң барлыҡҡа килгән ярыҡтан тыуыу («Алып батыр»). Әкиәттәрҙә ҡатын-ҡыҙ батырҙар ҙа осрай (Барсынһылыу тау башынан таштар күтәреп ырғыта һәм батыр кейәүҙәрен үлтерә).
  • Тылсымлы әкиәттәр («Йомғаҡ», «Йәш һунарсы һәм мәскәй», «Юлдыбай батыр»)[1]. Бындай әкиәттәрҙең геройҙары йәиһә уларҙың ярҙамсылары «эпик тотҡарлыҡтарҙы» артылыу менән булалар. Уларҙа кеше донъяһына ҡапма-ҡаршы булған йәндәр эш итәләр: Аждаһа, Дейеү, сихырсы Мәскәй, оло ҡош Һомай (Сәмрүҡ, Сәмәрә). Тылсымлы әкиәттәр циклында иң оригинал образ булып Юха (демон) образы тора.

Тылсымлы әкиәттәрҙә башҡорттарҙың ҡайһы бер хайуандар һәм ҡоштар менән ҡан туған булыуҙарына,теләгән саҡта хайуанға әйләнергә мөмкин булыуына ышаныу кеүек тотемистик ҡараштары сағылған («Йылан батыр», «Үгеҙ», «Тәлмәрйен туны», «Кәкүк», «Ҡара эт»). «Буҙансы батыр» әкиәтенең геройы бейәнән тыуған; «Айыуғолаҡ» әкиәтендәге батырҙың атаһы айыу булған.

  • Көнкүреш әкиәттәре (Уҫал атай, Юлдан яҙған әсәй, Дәлилләүсе ҡатын, Кесе ҡусты, Ҡарт һәм улы, Ике алдаҡсы, Әбйәлил һ.б.)[2]. Көнкүреш әкиәттәре персонаждары — ҡатын, ир, һөйәркә, үгәй әсәй, үгәй ҡыҙ, бур. Был әкиәттәрҙә милли колорит, халыҡ көнкүреше һыҙаттары күренә. Ҡатнашыусылар һунарсылыҡ, көрәш, һыбай йөрөү менән шөғөлләнә һ.б. Башҡорт әкиәттәре башҡорт ауылының көнкүрешен сағылдыра: уларҙа бурҙың әсәһе йәиһә ҡатыны, вафат булған бурҙың кәүҙәһе янында ҡатыҡлы һауытты ватып, илай; бай бурҙан үҙе ятып йоҡлап йөрөгән кейеҙен урлауын үтенә; әкиәттәрҙә йыш ҡына аттар менән осрашабыҙ: бур өйөрҙән ҡолон урлай; батша һарайын таларға барған бурҙар, бер ыңғайҙан уның өйөрөн ҡыуып алып китергә лә иҫәп тоталар. Башҡорт әкиәттәрендә малсылыҡ көнкүреше сағылған. Бурҙар батша хазинаһындағы аҡсаны түгел, мал урларға маташалар. Йәй көнө йәйләүҙәрҙә ат көтөүсе башҡорттар йәшәй.

Әкиәттәрҙең теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ әкиәттәрендә башҡорт теле айырыуса бай һәм күп төрлө. Уларҙа антропонимдар, архаизмдар, диалектизмдар, мифологизмдар, үҙләштерелгән һүҙҙәр һ.б осрай. Уларҙы ҡулланыу әкиәттәрҙең жанр төрлөлөгө менән бәйләнгән.

Башҡорт батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙә төп геройҙар һәм уларҙың дөйөм әхлаҡи йәиһә физик сифаттарын, билдәһен генә ҡылыҡһырлау бирелгән: Алып батыр, Урман батыр, Һыуһылыу, Быжырмәргән, Һылыубикә, Көнһылыу һ.б.

Көнкүреш әкиәттәрендә йыш ҡына персонаждың исеме аталмай, уларҙың сығышы, аныҡ ижтимағи ҡатламға ҡарауы билдәләнә: батша ҡыҙы, бай ҡыҙы, үгәй ҡыҙ, тимерсе малайы, етем егет, ярлы улы һ.б.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә персонаждар үҙҙәренең тышҡы характеристикалары, төҫө, тән өлөштөре менән билдәләнә. Әйтер кәрәк, предмет мәғәнәһен аңлатҡан һүҙ өҫтәлмә компонент функцияһында ғына ҡулланыла, ә төп аталмыш элементы булып сифатын билдәләүсе һүҙ: һоросай, ҡара көсөк, ала ҡарға, күк бүре, Шешҡолаҡ, Кәлтәҡойроҡ һ.б. тора. Уртаҡлыҡ исемдәр араһында йыш ҡына түбәндәге формалар файҙаланыла: һыйыр-фәлән, ер-һыу, уйын-көлкө, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, ҡайғы-хәсрәт.

Әкиәттәрҙә «фәлән» һүҙе киң файҙаланыла. Был һүҙ әкиәттәрҙә төрлө һүҙ төркөмдәрен: йәнле һәм йәнһеҙ исемдәрҙе (фәлән кеше йәшәгән, фәлән-төгән алып ҡайт), һандарҙы (фәләнсә йылда, фәләнсә көндә), сифаттарҙы (фәлән батшаны, фәлән ярлыҡ) алмаштыра.

Башҡорт әкиәттәрендә һандарҙы ҡулланыу уларҙың магик функцияһы менән бәйләнгән. Мәҫәлән, «өс» һаны йыш ҡулланыла. Ваҡиғаны өс тапҡыр ҡабатлау уның барышын тиҙләтә. «Ете» һаны мифологик образдар һәм донъя төҙөлөшө (структураһы) (күктең ете ҡаты, ете ҡатлы ер аҫты донъяһы, ете тау), мифологик образдар эшмәкәрлегенең ваҡыт характеристикаһы (ете ай, ете көн) менән бәйләнгән. Башҡорт әкиәттәрендә традицион һүҙ ойоштормалары бар: «ете ҡат ер арты», «ете юл саты», «күктең етенсе ҡаты».

Әкиәттәрҙә уларҙың лексик, стилистик һәм синтаксик төҙөлөшөнә тәьҫир итерлек һүҙ формулалары урын алған. Бындай формулаларға эш-хәрәкәттең оҙонлоғон күрһәтеүгә хеҙмәт иткән ҡылымдарҙың ҡабатланышы ҡарай: Баралар былар, баралар, көн баралар, төн баралар, аҙна баралар, ай баралар («Алдар менән шайтан»).

Фән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ әкиәттәрен крайҙы өйрәнеүсе рус ғалимдары — В. Н. Татищев, П. И. Рычков, П. С. Паллас, И. И. Лепехин, В. И. Даль, М. В. Лоссиевский, С. Г. Рыбаков, А. Г. Бессонов һ.б. тикшергән.

Ғалимдар В. В. Радлов, Н. И. Березин, П. М. Мелиоранский, А. А. Потебня, Н. К. Дмитриев, В. Я. Пропп («Тылсымлы әкиәттең тарихи тамырҙары») башҡорт фольклорының телен, үҙенсәлеген тикшергән.

Башҡорт ғалимдарынан «әкиәт» проблемалары менән Ә. М. Сөләймәнов, Ғ. Р. Хөсәйенов шөғөлләнде. Әкиәттәрҙең тел үҙенсәлеген ғалимдар Ж. Ғ. Кейекбаев һәм М. В. Зәйнуллин тикшерҙе.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ йырҙары риүәйәттәре һәм халыҡ әкиәттәре буйынса балет (Сыңрау торна), спектаклдәр ҡуйыла, фильмдар төшөрөлә.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башкирские народные сказки. — Запись и перевод А. Г. Бессонова Составление, редакция, вступительная статья и примечания Н. К. Дмитриева. — Уфа, Башгосиздат. 1941 г.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 1.китап. Хайуандар тураһында әкиәттәр. Тылсымлы әкиәттәр. Өфө — Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — 374 б.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. II китап. Тылсымлы героик әкиәттәр. Өфө Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. −344 б.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. III китап. Батырҙар тураһындағы әкиәттәр. Өфө Башҡортостан китап нәшриәте, 1978.-352 6.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. IV китап. Тормош-көнкүреш әкиәттәре. Өфө Башҡортостан китап нәшриәте, 1981.-398 б.
  • Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. V китап, Өфө — Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. 388 б.
  • Башкирское народное творчество (БНТ). Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987—1995. Т. I -Эпос; т. II — Предания и легенды; т. III — Богатырские сказки; т. IV — Волшебные сказки; т. V — Бытовые сказки; т. VI — Шуточные сказки и кулямасы; т. VII — Пословицы, поговорки, приметы, загадки; Т.VIII — Песни (дооктябрьский период).
  • Кульсарина Г. Г. Язык и стиль башкирских народных сказок. Уфа — 2004.
  • Галин С. А. Народной мудрости источник. Уфа, 2007. — С.62-64; С. 82-83.
  • Ильясов Р. Ф. Башкирские сказки о животных / Р. Ф. Ильясов // Советская тюркология. −1981 — № 3
  • Хусаинова Г. Р. Поэтика башкирских народных волшебных сказок: Формулы в сравнительном освещении и сохраняемость сказки во времени/ Ответственный редактор В. М. Гацак. Москва: Издательство «Наука», 2000. — Российская Академия наук. Институт мировой литературы им. А. М. Горького. Уфимский научный центр институт истории, языка и литературы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

http://www.vatandash.ru/index.php?article=1714 2014 йыл 13 апрель архивланған.

http://www.vatandash.ru/index.php?article=334 2014 йыл 21 октябрь архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]