Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы
Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | июль 1898 |
Тыуған урыны | Туҙлыкыуыш, Рәсәй |
Вафат булған көнө | 10 июль 1938 |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы (июль, 1898, Бәләбәй районы, Туҙлыҡыуыш ауылы — 10.07.1938) — дәүләт эшмәкәре, Ишембай нефтен үҙләштереү башында тороусы, БАССР-ҙың игенселек халыҡ комиссары (1937), сәйәси золом ҡорбаны[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғимат Йыһангир улы Йәһүҙин 1898 йылдың июлендә Бәләбәй өйәҙе Туҙлыҡыуыш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Хеҙмәт юлын иртә, 12 йәшендә, мейес яғыусы булып башлай. 1916 йылда Соҡаҙытамаҡ улус идаралығының йомошсоһо, артабан — күсереп яҙыусы вазифаһын башҡара.
Хеҙмәт юлы һәм ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың сентябрендә Бәләбәй ҡалаһы өйәҙ ревкомы башҡорт-татар комиссариаты хеҙмәткәре итеп тәғәйенләнә.
1919-1920 йылдарҙа Петроград ҡалаһын аҡтар һөжүменән азат итеүҙә ҡатнаша.
1920 йылдың мартында Соҡаҙытамаҡ ауылының улус башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә.
1922 йылдың декабренән 1925 йылдың ноябренә тиклем Бәләбәй кантонының ер идаралығы мөдире.
1927 йылдың февралендә Бәләбәй кантон башҡарма комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә.
1929 йылдың июленән 1934 йылдың майына тиклем БАССР-ҙың Халыҡ хужалығы советы рәйесе.
1932 йылда Ишембайҙа Башҡортостан нефтен үҙләштереү башланғысында тора.
1934 йылдың июненән ноябренә тиклем Мәскәү ҡалаһында Бөтә Союз башҡарма комитеты (ВЦИК) эргәһендә Башҡортостан Хөкүмәтенең даими вәкиле була.
1934 йылдың ноябренән 1937 йылдың июненә тиклем БАССР-ҙың урындағы сәнәғәте халыҡ комиссары вазифаһында хеҙмәт итә.
Сәйәси золом ҡорбаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһының 1937 йылдың 29 июле ҡарары (10-сы һанлы протокол) менән, Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы Эске эштәр халыҡ коимссариаты органдары тарафынан «халыҡ дошманы» исеме тағылып, ҡулға алына һәм ВКП (б) сафтарынан сығарыла.
1938 йылдың 10 июлендә СССР Юғары судының хәрби коллегияһы Енәйәти кодексының 58-2, 58-7, 58-8, 58-11 статьялары нигеҙендә мөлкәтен тартып алыуға һәм юғары язаға — атып үлтереүгә дусар ителә.
1957 йылдың 26 июлендә СССР Юғары суды хәрби коллегияһы 1938 йылдың 10 июль хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара һәм 1957 йылдың 26 декабрендә, енәйәт составы булмау сәбәпле, Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы аҡлана, уның яҡшы исеме тергеҙелә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуған төбәгендә Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы һәйкәле ҡуйылған[2][3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Курганов Денис, Федин П. А. Возвращение расстрелянного наркома, 2007. ISBN 5-88719-074-4
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Памятник народному комиссару Гимаду Зигангировичу Ягудину
- Ягудин Гимад Зиянгирович
- Фото и биография Ягудина Гимада Зигангировича
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Курганов Денис, Федин П. А. Возвращение расстрелянного наркома, 2007. ISBN: 5-88719-074-4
- ↑ Ягудин Гимад Зиянгирович
- ↑ Памятник народному комиссару Гимаду Зигангировичу Ягудину