Белорет
Белорет | |
Белорет | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1762 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Белорет һәм Белорецкий завод |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1], Белорет районы һәм Тамьян-Ҡатай кантоны |
Административ-территориаль берәмек | Белорет районы, Верхнеурал өйәҙе һәм Тамьян-Ҡатай кантоны |
Халыҡ һаны | 65 477 кеше (1 ғинуар 2018)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 500 метр |
Майҙан | 41 км² |
Почта индексы | 453500 |
Рәсми сайт | beladmin.ru |
Беренсе яҙма телгә алыу | 1762 |
Урындағы телефон коды | 34792 |
![]() |
Белорет — Башҡортостан Республикаһындағы ҡала, Белорет районының административ үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы (2020). Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөнән 245 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Башҡорт АССР-ы буйынса материалдар» китабында (Т.4. 183-187-се бит), XVIII быуатта Иван Борисович Твердышев һәм Иван Семенович Мясников тигән ике Сембер сауҙагәре Ағиҙел буйында суйын ҡойоу заводы төҙөргә рөхсәт алыуҙары тураһында документ бирелгән. Улар унда йәшәгән башҡорттарҙан, ҡайҙа алдап, ҡайҙа ҡурҡытып 180 мең дисәтинә ер һатып алып, 1762 йылда Белорет суйын ҡойоу заводы һалдыра башлай.
Заводты төҙөү, унда эшләү өсөн Ҡазан губернаһының Сембер, Арзамас өйәҙҙәренән, һуңынан хәҙерге Татарстан биләмәләрендә йәшәгән Арский фамилиялы помещиктан һатып алынған крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Хәҙерге «Арский ташы» тигән исем тап ана шул осорҙан һаҡланып ҡалған да инде.
Завод крәҫтиәндәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкүмәттең Е. Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. Декабрь һәм ғинуар айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре заводты үҙ ҡулдарына ала. Апрель урталарынан 2 майға тиклем бында Емельян Пугачёв була.
Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге завод тураһында:
Ырымбур губерняһы Верхнеуральск өйәҙендә, Верхнеуральскиҙән көнбайышҡа 60 саҡрымда, Ағиҙелгә Нура йылғаһы ҡойған ерҙә, 1628 р. фут абсолют бейеклектә, 53°58' төньяҡ киңлектә һәм 53°49' көнсығыш оҙонлоҡта. 1762 йылда Твердышев менән Мясников, Балаҡатай волосынан башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә заводҡа нигеҙ һалалар. Әлеге ваҡытта Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводҡа бүленгән 170041 дисәтинә ерҙең 152020 дисәтинаһы һирәк осраған уҫаҡ һәм ҡайын, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы урманынан тора. Таулы ер; үҙәндәре балсыҡлы тупраҡ булыуға ҡарамаҫтан, уңдырышлы. Рудниктары Урал йылғаһы аръяғында, заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта, Ҡырғыҙ далаһындағы Атач тауында урынлашҡан. Заводта домна, металл ҡойоу мейестәре бар, тимер эшкәртелә һәм сым етештерелә. Бында һыу ярҙамында әйләнеүсе 20 тәгәрмәс, 6 турбина, 6 пар машинаһы һәм локомобиль эшләй (дөйөм көс һаны - 1232). 1888 йылда 728453 бот сөгөн иретелә, 419906 бот тимер һәм 11081 бот тимер әйберҙәр эшкәртелә[3].
Хәҙерге көндәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөгөн Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 мең самаһы кеше йәшәй. Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығы — Иванюта Андрей Иванович (2020 йылдың февраленән).
2020 йылдың апрелендә, Бөйөк Еңеүҙең данлы 75 йыллығы алдынан, Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзына тарафынан Белоретҡа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Ул ҡала халыҡының Икенсе донъя һуғышы йылдарында күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелә[4][5].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (16.08.1943), энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы. (Тикшерелеү көнө: 14 август 2018).
- Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы (4.11.1953), рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999). (Тикшерелеү көнө: 25 октябрь 2018)
- Казаков Рауил Яғмур улы (25.01.1982), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
- Ларионов Григорий Васильевич (14.1905—23.11.1995), табип-хирург. 1946—1974 йылдарҙа ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта ҡаланың баш хирургы, 1975—1980 йылдарҙа физкультура диспансеры табибы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987)[6].
- Миронов Ринат Ғаян улы (24.05.1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, эске эштәр органдарының элекке хеҙмәткәре. Юридик фәндәр докторы (2007)[7].
- Падин Андрей Викторович (20.02.1968), Рәсәй биатлонсыһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1997). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003).
- Сурин Вениамин Константинович (10.03.1929—24.07.1995), партия эшмәкәре. 1964—1988 йылдарҙа КПСС-тың ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының VII—XI саҡырылыш Юғары Советы, КПСС-тың XXIII съезы делегаты. Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1996, үлгәндән һуң).
- Татаринов Дмитрий Иванович (18.10.1877—25.07.1956), ғалим-терапевт, юғары мәктәп хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1905), профессор (1934). РСФСР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944) кавалеры.
- Щепарёв Андрей Михайлович (22.04.1974), тренер. Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2005) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2017)[8].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 72653 | 32873 | 39780 | 45,2% | 54,8% |
2002 йыл 9 октябрь | 71093 | 31989 | 39104 | 45,0% | 55,0% |
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Куйбышев һәм Көньяҡ Урал тимер юлдарының Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап үткән 310 километрлыҡ өлөшө, шул иҫәптән «Ҡарлыман–Белорет–Магнитогорск» арауығы. Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет, Учалы, Әбйәлил райондары аша үтә. Рәсәйҙең үҙәк райондарын Урал аръяғы һәм Урта Азия менәнн тоташтыра. 1961 йылда «Магнитогорск–Белорет» линияһы (105) төҙөлә, 1977 йылда «Ҡарлыман–Белорет» линияһы (205 км) ҡушыла. Электрлаштырылған.
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡалалағы төп иҡтисад предпиятиелары:
- Белорет металлургия комбинаты
- Трактор пружиналары һәм рессорҙар заводы
- Тегеү фабрикаһы
- Аҙыҡ етештереү ойошмалары
Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өфө дәүләт авиация техник университеты филиалы
- Магнитогорск дәүләт техник университеты филиалы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Росстат.
- ↑ Белорецкий завод // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Белорецку присвоили звание «Город трудовой доблести и славы», ИА «Башинформ», 29 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 май 2020)
- ↑ Белоретҡа «Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы» исеме бирелде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 29 апрель 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 1 май 2020)
- ↑ Почетные граждане. Ларионов Григорий Васильевич. Администрация Белорецкого района. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2020)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Миронов Ринат Ғаян улы (Тикшерелеү көнө: 21 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Щепарёв Андрей Михайлович (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2019)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Белорет // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 май 2019)
- Знаменитые люди г.Белорецка и Белорецкого района. Журнал «Ватандаш» (рус.)
- Справочно-информационный сайт города Белорецка
- Белорецк, Республика Башкортостан.Сайт «Командировка.ру» (рус.)
- СХ ОАО «Белореченское»
- Белорецкий портал
- Ҡала гербы
- Ҡала флагы
- В республике Башкирия есть город Белорецк. Яедекс-Дзен сайты.
Фоторәсемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ағиҙел аша күпер