Немкова Татьяна Ивановна
Немкова Татьяна Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1937 |
Тыуған урыны | Үҙән, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 сентябрь 2012 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Немкова Татьяна Ивановна (22 ноябрь 1937 йыл — 9 март 2012 йыл) — Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-арҡан етештереү цехы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 24-се съезы делегаты (1971). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Ивановна Немкова 1937 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Үҙән ауылында тыуған. Урта белемле.
1956 йылдың июлендә Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-арҡан етештереү цехында эшләй башлай, артабан металлокорд етештереүҙе үҙләштерә, тағатылмаусы арҡан, ышаныслыраҡ ныҡлыҡ биргән 0,18 һәм 0,27 мм диаметрлы сымдан металлокорд етештереү технологияларын үҙләштереүҙә ҡатнаша.
1981 йылда 25-се профессиональ-техник училищеға производствоға өйрәтеү мастеры итеп күсерелә.
1992 йылда хаҡлы ялға сыға, Белорет ҡалаһында йәшәй. 2012 йылдың 9 мартында вафат була.
Белорет ҡалаһы муниципаль архивында, шәхси сығышлы фондта, Т. И. Немкованың шәхси архивынан документтар һаҡлана. Шәхси сығышлы фондта һаҡланған 14 берәмектә, Т. И. Немкованан тыш, Социалистик Хеҙмәт Геройы С. Х. Мөхәмәтдинованың, тыуған яҡты өйрәнеүсе А. И. Дмитриевтың, металлургия комбинатының элекке директорҙары В. М. Овчаренко һәм П. П. Осетровтың, тарих фәндәре кандидаты Л. Г. Борозинецтың, ҡаланың Почетлы гражданы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ф. К. Сөләймәнованың документтары һаҡлана[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биш йыллыҡ пландарҙы һәм ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә өлгәшкән юғары производство ҡаҙаныштары, предприятиела күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, Т. И. Немкова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), I (1986), II (1981), III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Белорецкий рабочий» >> Архив . Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 3 февраль 2016 года. 2016 йыл 3 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 4. Л-О. 2008. − 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Немкова Татьяна Ивановна . «Герои страны» сайты.
- Немкова Татьяна Ивановна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2022)
- 22 ноябрҙә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Белорет районында тыуғандар
- 9 сентябрҙә вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Белоретта вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Даны ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- КПСС-тың XXIV съезы делегаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр