Казаков Рауил Яғмур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Казаков Рауил Яғмур улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Представляет страну в спорте Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 ғинуар 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (37 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет
Һөнәр төрө спортсы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Салауат Юлаев ордены
Квалифицирован для мужской спорт[d]

Казаков Рауил Яғмур улы ( 25 ғинуар 1982 йыл) — спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006)

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рауил Яғмур улы Казаков[1] 1982 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

«Геракл» спорт клубында спорт менән шөғөлләнә (тренеры С. В. Горшков). Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн (тренеры б. И. Шейко) 2001 йылдан сығыш яһай.

2002 йылдан алып Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • VII Бөтә донъя уйындарының абсолют еңеүсеһе (2005)
  • Ир-егеттәр араһында донъя чемпионы (2002, 2004, 2007)
  • Ир-егеттәр араһында донъя чемпионатының көмөш призеры (2003, 2005)
  • Ир-егеттәр араһында ятып штанга күтәреү  буйынса донъя чемпионы (2009),
  • Ир-егеттәр араһында ятып штанга күтәреү буйынса донъя чемпионатының көмөш призеры (2005)
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионы (2002)
  • Юниорҙар араһында Европа чемпионы (2003, 2004),
  • Европа чемпионатының көмөш миҙалы (2002)
  • Ятып штанга күтәреү буйынса ир-егеттәр араһында Европа чемпионы(2009)
  • Рәсәй чемпионы (2002, 2005)
  • Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2003, 2004, 2006)
  • Дүрт тапҡыр Рәсәй Кубогы еңеүсеһе (2001, 2003, 2004, 2007)
  • Ятып штанга күтәреү буйынса Рәсәй чемпионы (2009, 2010)
  • Ир-егеттәр һәм юниорҙар араһында Рәсәй, донъя һәм Европа чемпионы

Маҡтаулы исемдәре һәм ашҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Башҡортостандың күренекле спортсыһы» билдәһе (2002)
  • Салауат Юлаев ордены (2006)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]