Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы
Тыуған

31 декабрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет ҡалаһы

Үлгән

26 ғинуар 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (36 йәш)

Һөнәрҙәре

йырсы

Жанрҙар

Поп-музыка

Үеҙмәттәшлек

Айҙар Ғәлимов

Наградалар

Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы (2015)

Ҡалып:Музыка:Общие проверки

Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы (31 декабрь 1979 — 26 ғинуар 2016) — Башҡортостан[1] йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2015)[2] һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015)[3]. Композитор Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡарыусы булараҡ популярлыҡ яулай[4].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәсилә Разиф ҡыҙы Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хор бүлеген тамамлай.

1999 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға инә. Октябрь айында йырсы Айҙар Ғәлимов төркөмө менән бэквокал башҡарыусыһы булып гастролгә китә[5][6].

Татар телендә башҡарған «Тыуған яҡ» хиты буйынса киң билдәле, был йыр Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса, шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара билдәлелек ала бара[7]. Йырҙың күп өлөшөндә тик Вәсиләнең тауышы һәм һуҡма музыка ҡоралдары яңғырай, был уның йырын, татар эстрадаһының һәр ваҡыт тиерлек баян тауышы яңғыраған төп[8]йырҙарынан айырып тора. Был йыр «Гәлсәр һандуғас»[9] эстрада йыры фестиваленең «Интернациональ йыр» номинацияһында иң яҡшы тип таныла, шулай уҡ 2008 йылда йыл һайын үткәрелгән «Татар йыры» халыҡ-ара татар йыры фестивалендә «10-йыллыҡтың иң яҡшы хиты» номинацияһында лауреат була[10]. Башҡорт телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын профессиональ башҡарыусыларҙың «Башҡорт йыры» («Башкирская песня»)[11][12] телевизион конкурсында ҡатнаша.

Башҡа билдәле йырҙары — «Әйтелмәгән мөхәббәт»[13] (2002, «Невысказанная любовь», шул иҫәптән Айҙар Ғәлимов менән дуэтта йырлаған башҡорт телендәге вариантын да индереп), «Яңғыҙ миләш», «Атайым», «Алмағас сәскәһе», «Шахтер йыры». Йырсы йыл һайын «Һәр яҙ» тип аталған гастроль туры үткәрә[14].

2016 йылдың 26 ғинуарында Өфөлә, икенсе балаһы (ҡыҙы) тыуғандан һуң өҙлөгөү арҡаһында вафат була[15]. Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта «Дан аллеяһында» ерләнгән[16].

Альбомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тыуған яҡ (2002)
    • Алданма
    • Елдәр
    • Йырламағыҙ әле шул йырҙы
    • Ҡыҙ бала
    • Көҙгө сәскәләр
    • Һөйөү сере
    • Тыуған яҡ
    • Умырзая
    • Шахтер йыры
    • Әйтелмәгән мөхәббәт
  • Мөхәббәт ҡылдары (2008)
    • Бәхетебеҙ бикле ятмаһын
    • Гармун
    • Аҡҡош зары
    • Алмағас сәскәһе
    • Нескә күңел
    • Һуңлаған яҙмышым
    • Ҡайындарым
    • Атайыма
    • Мөхәббәт ҡылдары
    • Керәшен татар җыры
    • Урамда ҡар көрәйем
    • Һайра, бәхет ҡошо
    • Тыуған яҡ елдәре
    • Нескә күңел (remix)

Видеография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мөхәббәт ҡылдары — шул уҡ исемдәге DVD альбом концерты видеояҙмаһы (2008)[17][18].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Студия «Мастер»: Вәсилә Фәттахова — «Туган як»
  2. Указ Главы Республики Башкортостан от 20 августа 2015 года № УГ-192 «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан»
  3. Удостоверение заслуженного артиста Татарстана вручено 5 декабря 2015 года в Казани: Вәсилә Фәттахова Татарстанның атказанган артисты булды
  4. После многолетнего перерыва Василя Фаттахова выпустила новый альбом — Барс-Медиа
  5. Интервью газете «АиФ»
  6. [1]
  7. Урал Рашитов: «Туган як» была написана на спор! — ProUfu, ru, 18.11.2009 (архивная копия на archive.org)
  8. Урал Рашитов: «Туган як» была написана на спор! — ProUfu, ru, 18.11.2009 (архивная копия на archive.org)
  9. «Вечерняя Уфа» № 219 (10842) 13.11.2007
  10. История фестиваля «Татар җыры-2008»
  11. Башкорт йыры. «Хит-парад-2015»  (рус.). Башкирское спутниковое телевидение. 1 февраль 2016 тикшерелгән.
  12. В Уфе завершился гала-концерт «Башкорт йыры»  (рус.). Башкирское спутниковое телевидение (2015-03-02). 1 февраль 2016 тикшерелгән.
  13. Айдар Галимов — Татарские песни в формате mp3, wma — Музыка — Татароведение — МТСС
  14. Не стало исполнительницы хита «Туган як» Васили Фаттаховой
  15. Аралбаева Л. В Уфе скончалась популярная певица, исполнительница хита «Туган як» («Родина») Василя Фаттахова  (рус.). Башинформ (2016-01-27). 27 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  16. Серёгина О., Аралбаева Л. Башкортостан в последний раз аплодировал своей любимице — певице Василе Фаттаховой  (рус.). Башинформ (2016-01-28). 30 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  17. Новости
  18. Айдар Галимов: «Судьба песни „Туган як“ — это судьба Васили Фаттаховой» — Интернет-газета «Реальное Время»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]