Ботай
Ауыл | |
Ботай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ботай (рус. Бутаево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 100 кеше[1]. Почта индексы — 453552, ОКАТО коды — 80211816002.
Еҙем-ҡатайҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда Еҙем-ҡатай ырыуы башҡорттары йәшәй. 2012 йылда улар үҙҙәренең йыйынын үткәргән. 2018 йылда был ауылда дөйөм VII Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны үткәрелә [2]
Төпкөлдә көн итһәләр ҙә, ауылда йәштәр ҡалмай барһа ла, бында йола тотоп, татыу йәшәйҙәр. Байрамдарҙа ҡатнашалар, төрлө халыҡ кәсептәрен күрһәтәләр. Ауыл ағинәйҙәре, килендәре кейеҙ баҫыу серҙәренә йәштәрҙе өйрәтәләр. Ауылда ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр.
Ауылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә 2016 йылда һәйкәл асылған. Уны ауыл халҡы үҙ аҡсаһына төҙөткән [3].
Халыҡ иҫәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[4] | 2009[4] | 2010[5] |
117 | ↗124 | ↘100 |
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда йәшәгән халыҡтың күп өлөшө — башҡорттар (98%)[6].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 104 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Улу-Елга): 55 км
Ботай ауылы Белорет районының төпкөл ауылдарының береһе. Уның аша саф һыулы, балыҡҡа бай Еҙем йылғаһы аға.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Зигаза.Тукан.Бутаево.
- YouTube сайтында Видео На народные деньги в Бутаево открыт памятник
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ VII Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны [1]
- ↑ На народные деньги в Бутаево открыт памятник[2]
- ↑ 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |