Бирҙеғол
Бирҙеғол | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Инйәр ауыл советы |
Почта индексы | 453560 |
Бирҙеғол (рус. Бердагулово) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 240 кеше булған[1]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820012.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
188 | ↗274 | ↘240 |
Тарихынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға нигеҙ һалыусы Илмәш старшина тоҡомо Бирҙеғол тип һанайҙар[4]. 2016 йылда ауыл үҙенең 240 йыллығын билдәләне[5]. Ауылда бер нисә йыл «Ҡатай ырыуы йәштәре» байрамы үткәрелә. Был күркәм йолаға башланғысты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һалды.
1998 йылда ауылда «Шәһиҙә» мәсете төҙөлдө. Мәсет төҙөтөүҙе ошо ауылда тыуып үҫкән Планета (Йыһаниә) Козлова юллап сыҡҡайны, ул ауылдаштарҙан аҡса йыйыу, мәсетте төҙөтөү эшендә әүҙем ҡатнашты. Хәҙер бында дини байрамдар, йома намаҙҙары, никахтар үткәрелеп тора[5].
![]() |
Бөгөн 240 йорт һаналған, әллә ни ҙур булмаған ауылдан республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында уҡытыусылар ҙа, табиптар ҙа, юристар ҙа, иҡтисадсылар ҙа, төҙөүселәр ҙә, металлургтар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бихисап. Тәү сиратта ауыл халҡын иман юлына әйҙәгән дин әһелдәренең исемен атап үтергә рөхсәт итегеҙ: Биғастан Оморҙаҡов, Сәйетгәрәй Ғәлиастанов, Йомаҙил Яҡшыдәүләтов, Исмәғил Хажин, Сәлимгәрәй Ғәлиастанов, Заһир Шәңгәрәев, Яҡуп Бирғәлин. Фән кандидаттары: Вәкил Хажин, Планета Козлова, Рәнис Алтынбаев, Айбулат Хажин, Сулпан Сәлимова. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр: Линар Ғәлиастанов, Ризат Оморҙаҡов, Азамат Килдин, Гөлнара Оморҙаҡова, Раушания Таһирова, Ғайсар Бирғәлин. Ә бына Булат Йомаҙилов оҙаҡ йылдар Башҡортостан Адвокаттар коллегияһы етәксеһе булып эшләй, республиканың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы. Сәнғәт юлын Рәмил Ғәйзуллин, Рәнис Алтынбаев, Вилмир Әбүбәкиров, Әмир Әбүбәкиров, Ринат Ғайсин, Айтуған Ғәйзуллин, Шамил Ғәйзуллин, Ихсан Ғәйзуллин, Аслан Алтынбаев, Радим Муллағәләмов, Нурзиә Сабитова, Азамат Моратов, Руслан Фаршатов, Рәил Өмөтбаев һайлаған. «Рәсәйҙең почетлы тимер юлсыһы» тигән маҡтаулы исемгә Алтынбай Яҡшыдәүләтов, Сәлимйән Шәңгәрәев, Әҡсән Исрафилов лайыҡ булды. Һәр береһенең исемен атай башлаһаң, был исемлекте бер китап итеп яҙырға булыр ине. Бәләкәй генә башҡорт ауылынан күпме арҙаҡлы кеше сыҡҡан![5] | ![]() |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 75 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 22 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Юша): 15 км
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хажин Вәкил Исмәғил улы (11.07.1946), педагог-методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. (2006)[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, «Китап», 2009. — 10 с.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Ил-йортҡа ҡот биргән Бирҙеғол. «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 5 февраль (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хажин Вәкил Исмәғил улы (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бирҙеғол // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |