Эстәлеккә күсергә

Баҡый (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Баҡый
Баҡый
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

53°49′06″ с. ш. 57°04′32″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 816 006

ОКТМО коды

80 611 416 106

ГКГН номеры

0523267

Баҡый (Рәсәй)
Баҡый
Баҡый
Баҡый (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Баҡый

Баҡый (рус. Бакеево) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 73 кеше[1]. Почта индексы — 453552, ОКАТО коды — 80211816006.

Ауыл янынан сафтарҙан-саф Еҙем йылғаһы аға

Баҡый ауылына 1711 йылда нигеҙ һалынған.[2]

Баҡый ауылы Стәрлетамаҡ өйәҙе Гәрәй-Ҡыпсаҡ улусына ингән булған. Ул һәм ошо уҡ улустан Норош, Өмөтбай һәм Хәйбулла хәҙер Белорет районына инә.

Улар араһында халыҡ һәм хужалыҡтар һаны буйынса Баҡый ауылы айырылып торған, унда 1795 йылда 30 йортта 100 кеше йәшәгән. Илле йылдан һуң Баҡыйҙа 358 кеше һәм 80 хужалыҡ иҫәпләнгән. Ауылдың икенсе исеме — Ирмәк.

Тәүге төпләнеүсе һәм уның балалары тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Халыҡтың төп шөғөлө малсылыҡ булған. Игенселек менән күп шөғөлләнмәгәндәр: 1843 йылда йәшәгән 358 кеше иҫәбенән 96 бот ужым игене сәселгән[3].

Алтмышынсы йылдарҙа Баҡый ауыл Советында 800-ҙән ашыу кеше иҫәпләнгән. Мәктәптә уҡыусылар һаны 120-гә еткән булған. Мәктәптең интернаты ла булған. Үкенескә күрә, Зөбәй Үтәғолов исемен йөрөткән мәктәп, балалар һаны кәмегәс, 2008 йылда ябылған. Мәктәптә урынлашҡан музей аҙмы-күпме һаҡланған.

Ауылда китапхана бар[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 73 40 33 54,8 45,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 125 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 150 км

Белорет районының тау-ташлы төпкөлөндә урынлашҡан ауылға барып етеүе еңел түгел - юлдар хөрт. Етмәһә, оҙаҡ йылдар күрше Ғафури районы яғынан ауылға бара торған юлда Еҙем йылғаһы аша ныҡлы күпер булманы. 2017 йылда, ниһайәт, күпер төҙөлөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырылған. Хәҙер уның аша йөк машиналары ла үтеп йөрөй ала.

Ауылды бейк-бейек Йыуанташ, Бизмәнташ, Ҡалыу, Алабейә, Әсҡәт тауҙары уратып алған.[2]

  • YouTube сайтында Видео Рабочая поездка Андрея Иванюты в с.Бакеево и д.Хайбуллино Зигазинского сельсовета
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • YouTube сайтында Видео Чем живет народ в глубинке? Зигазинский сельсовет