Эстәлеккә күсергә

Егәҙе (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Егәҙе
башҡ. Егәҙе
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл биләмәһе

Егәҙе ауыл Советы

Координаталар

53°50′15″ с. ш. 57°19′45″ в. д.HGЯO

Халҡы

638[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453552

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 211 816 001

Код ОКТМО

80 611 416 101

Номер в ГКГН

0523220

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Егәҙе (Рәсәй)
Егәҙе
Егәҙе
Егәҙе (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Егәҙе

Егәҙе (рус. Зигаза) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 638 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80211816001. Егәҙе ауыл Советы үҙәге.

Егәҙе ауылы 1890 йылда Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙендә суйын етерштереү маҡсаты менән сауҙагәрҙәр Н.Д.Шамов һәм Н.С.Кальсин тарафынан нигеҙләнгән[3].

Торама Еҙем ҡушылдығы Егәҙе йылғаһы буйында урынлаша. Был йылғалар буйлап ағас, һал ағыҙып була, уларҙың ярҙарында 64 мейес төҙөйҙәр. Был завод өсөн йылына 40 мең күреп тиклем күмер яндырырға мөмкинлек биргән.

Завод Көньяҡ Уралда пар ярҙамында эшләгән тәүге завод була. Газ биш пар ҡаҙаны аҫтына һәм һауа йылытҡысҡа ебәрелгән. Домна мейесенең газ тотоп алыу ҡоролмаһы булған.

Домна цехында 60 эшсе һәм ярҙамсы эштәрҙә 715 кеше мәшғүл булған. Иң күп суйын иретеүгә - 711 мең бот - 1898 йылда өлгәшелә.

1918 йылдың беренсе яртыһында завод хосуси милек булыуҙан туҡтай [4].

1920 йылда беренсе мәктәп асыла. Егәҙе дауаханаһы завод менән бер үк ваҡытта төҙөлә. 1949 йылда китапхана асыла.

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, амбулатория, китапхана, сиркәү булыуы мәғлүм ителә.

1900 йылда сиркәү, мәктәп, һыу тирмәне булыуы билдәле. ХХ быуаттың 30‑сы йылдарынан алып хәҙерге исемен, 50‑се йылдарҙан һуң хәҙерге статусын йөрөтә [5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 638 292 346 45,8 54,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Егәҙе суйын иретеү заводы
Егәҙе суйын иретеү заводы
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 100 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Улу-Елга): 50 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]