Ломовка (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Ломовка
Ломовка
Вид на Ломовку - panoramio.jpg
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет

Координаталар

53°55′15″ с. ш. 58°22′06″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 827 001

ОКТМО коды

80 611 427 101

ГКГН номеры

0523308

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ломовка (Рәсәй)
Ломовка
Ломовка
Ломовка (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ломовка

Ломовка (рус. Ломовка) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2620 кеше[1]. Почта индексы — 453512, ОКАТО коды — 80211827001.

Административ үҙәк Ломовка ауыл Советы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет заводынан 2—3 саҡрым алыҫлыҡта заводтың Ломовка ауылы барлыҡҡа килә. Уның исеме халыҡтың шөғөлө төрөнән килеп сыҡҡан: ауыл халҡы йөк ташыусы булған, заводҡа сеймал ташыған. Завод крәҫтиәндәре үҙҙәренең эш урынынан 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Арса ауылына ла килеп урынлашҡан. Ауылға һәм заводҡа Түбәнге Новгород, Пенза, Рязань крәҫтиәндәре лә килгән. 1773 йылда улар 1724 кеше булған, шул иҫәптән 840 ир-ат, 1795 йылда V рәүиз буйынса уларҙа 651 ир-ат һәм 737 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, Ломовка ауылында — 2152 кеше, шул иҫәптән 1032 ир-ат. 1859 йылда Белорет заводы халҡы 5583 кеше тәшкил итә, уларҙың — 2681 ир-ат. Улар 1018 йортта йәшәгән. Белорет заводында лазарет, мәктәп, баҙар, тимер юлы булған. Ломовка ауылында 305 йортта 1868 крәҫтиән йәшәгән. 1926 йылда 879 йортта 4350 кеше теркәлгән. 1923 йылда ҡала статусын алып XX быуаттың 60-сы йылдарында ул Белорет составына инә[2].

1963 йылдан алып Белорет ҡалаһы составындағы ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 йылдан хәҙерге статусын ала.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 2620 1260 1360 48,1 51,9
Милли составы

Башҡорттар, урыҫтар йәшәй.

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорецк): 5 км[3]

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ломовкаға нигеҙ һалынғандан алып завод ауылы була. Ул ваҡытта кешеләр заводҡа сеймал ташыу менән шөғөлләнгән. Хәҙер халыҡ Белорет металлургия комбинатының Пугачёв карьерында һәм Белорет предприятиеларында эшләй.

1900 йылда сиркәү, мәктәп, 6 һыу тирмәне теркәлгән.

Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү эшләй.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ сите буйлап дөйөм файҙаланыуҙағы 80К-026 «Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск» төбәк автомобиль юлы үтә, ул Бөйөк Екатерина осоронда Белорет тракты булараҡ билдәле[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 113. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Постановление Правительства РБ от 02.02.2012 N 28 (ред. от 30.07.2019) «Об утверждении перечня автомобильных дорог общего пользования регионального и межмуниципального значения»

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]