Ҡағы (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡағы
рус. Кага
Село Кага, Башкортостан - panoramio (4).jpg
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл советы

Ҡағы

Координаталар

53°31′44″ с. ш. 57°41′13″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1740 йыл

Халҡы

787[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар

Почта индексы

453523

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 211 825 001

ОКТМО коды

80 611 425 101

ГКГН номеры

0525473

Ҡағы (Рәсәй)
Ҡағы
Ҡағы

Ҡағы (рус. Ка́га) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 787 кеше булған[2]. Ҡағы ауыл биләмәһенең административ үҙәге. ОКАТО коды — 80211825001.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Ағиҙелгә ҡойған ерҙән алыҫ түгел ерҙә, шул уҡ исемдәге йылға буйында, 80К-026 СтәрлетамаҡМагнитогорск автомобиль юлында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 77 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорецк): 70 км[3]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға ҡасан нигеҙ һалыныуы теүәл билдәле түгел. Тарихсылар 1740 йылды рәсми дата тип ҡабул иткән. Ҡағыға ингән ерҙәге стелала ла ошо дата күрһәтелгән. Ауылға, күрәһең, старообрядсылар нигеҙ һалған һәм ошонда ағып ятҡан йылға исеме аҫтында, Дим заводтарының береһе — Ҡағы заводына[5] нигеҙ һалған саҡта ул барлыҡҡа килгән. Завод Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙенә ҡараған.

Ауыл бер нисә тапҡыр яна. 1911 йылдың йәйендә сыҡҡан янғын заводты тулыһынса юҡ итә[6], шунан һуң ауылдың иҡтисади әһәмиәте тулыһынса кәмей.

Топонимияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдың атамаһының килеп сығыуына бәйле бер нисә фараз бар.

Беренсе легендаға ярашлы, ҡасандыр был урынға килгән кешеләр ял итергә һәм һыу эсергә тип йылға буйына төшкән. Шул ваҡыт уларға ҡаршы һыуҙан аҡ ҡыр ҡаҙҙары тубы күтәрелгән. Улар шаулап ҡанат ҡағып, «ҡа-ғы, ҡа-ғы» тип йылға яңғыратып ҡаңғылдап осҡан имеш. Был урындың исеме ошонан киткән.

Ҡаға, йәғни ҡаға-таш һүҙен шулай уҡ һелкенгән (тетрәгән) тау-таш (гора, которую трясет) тип тә аңлаталар.

Шулай ҙа «ҡағы» һүҙенең килеп сығышын ҡаҙҙарға бәйләп ҡарау дөрөҫлөккә тап килмәй. Сөнки йылға Белорет районы Үҙәнбаш ауылы янындағы Ҡағыташ тауы итәгенән баш ала. Башҡортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондары аша үтеп, Башҡортостан ҡурсаулығының тәбиғи төньяҡ сиген һәм Белорет менән Бөрйән райондары сиген хасил итә.

«Ҡағы» топонимын билдәле ғалим, тел белгесе Фирҙәүес Хисамитдинова бына нисек аңлата:

«Ҡағы, Ҡыйғы (Кагы, Киги – русса) мәғәнәһе буйынса бер-береһенә үтә яҡын һүҙҙәр, дөрөҫөрәге – бер тамырлы, самодий телдәренән килеп сыҡҡан булыуҙары ихтимал (самодий – урал телдәре составына ҡараған телдәр төркөмө). Самодий телендә «ҡағы» «һыу» тигәнде аңлата. Ҡағы атамаһы сығанаҡтарҙа тап Башҡортостан йылғалары булараҡ 1740-сы йылдарҙан телгә алына. Самодий телендә шулай уҡ «ҡыҡҡы, ҡаҡҡы» тигән һүҙҙәр бар, улар тәржемәлә «йылға йәки шишмә» тигәнде аңлата

.

«Ҡағы, ҡыйғы, ҡыйҙаш» кеүек бер тамырлы һүҙҙәрҙең башҡа аңлатмаһы ла булыуы ихтимал. Бәлки улар беҙҙең халыҡтың боронғо төрки тамырҙарына барып тоташалыр. «Был теманы өйрәнергә теләүселәр табылыр. XI-XII быуаттарҙың төрки филологы һәм лексикографы Мәхмүт Ҡашғариҙың һүҙлегенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәм. Был атамаларҙың топонимик форманты бер булырға тейеш. Бөтөн төрки телдәрендәге быға оҡшаш һүҙҙәрҙе эҙләргә һәм сағыштырырға кәрәк», – тигән бурыс ҡуя йәштәргә Фирҙәүес Хисамитдинова

.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 787 363 424 46,1 53,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (93 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡтың төп шөғөлдәре: ауыл һәм урман хужалығы, туризм өлкәһе, бер ни тиклем яҡындағы ауылдың (Үрге Әүжән) предприятиеларында эшләү.

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылдан алыҫ түгел «Сухов Ключ», ауылдың үҙендә «Тәңре» һәм «Ағиҙел» турбазалары урынлашҡан. Стенаға төшөрөлгән биҙәк һаҡланған Изге Никольский ҡорамы — архитектура ҡомартҡыһы, экскурсиялар һәм (һирәгерәк) байрам хеҙмәттәре көндәрендә асыла. Ауыл китапханаһында ауыл тарихына арналған экспозиция урынлашҡан. Ауыл эргәһендә изге Сажелка шишмәһе урғыла. Электр менән тәьмин итеү Ҡағы йылғаһындағы бәләкәй ГРЭС-тар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Еңеүҙең 50 йыллығы урамы (рус. улица 50 лет Победы)
  • А.Юрочкин урамы (рус. улица А.Юрочкина)
  • В.Селиванов урамы (рус. улица В.Селиванова)
  • Горький урамы (рус. улица Горького)
  • Киров урамы (рус. улица Кирова)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Матросов урамы (рус. улица Матросова)
  • Мичурин урамы (рус. улица Мичурина)
  • Күпер урамы (рус. Мостовая улица)
  • Некрасов урамы (рус. улица Некрасова)
  • Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
  • Быуа уармы (рус. Плотинная улица)
  • Пролетар урамы (рус. Пролетарская улица)
  • Пугачев урамы (рус. улица Пугачева)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Репин урамы (рус. улица Репина)
  • Балыҡлы урамы (рус. Рыбная улица)
  • Свердлов урамы (рус. улица Свердлова)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Һалдаттар урамы (рус. Солдатская улица)
  • Суворов урамы (рус. улица Суворова)
  • Татаринов урамы (рус. улица Татаринова)
  • Хеҙмәт урамы (рус. Трудовая улица)
  • Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[8]

Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео Село Кага. Белорецкий р-н. Башкортостан.
  • Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео Орнамент. Село Кага Белорецкого района
  • Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео Масленица в селе Кага Белорецкий район
  • Logo YouTube por Hernando (2005-2011).svg Видео Кага. Южный Урал, Белорецкий район.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Маяҡ» йәки «Яңғыҙ ҡарағай» тип аталған тауҙағы урын
  • Константин Сухов йорто
  • Изге Николай ҡорамы
  • Ҡағы заводы харабалары
  • Изге Сажелка шишмәһе[9]
  • В.К. Блюхер бюсы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Свободная энциклопедия Урала. Андреев Евгений Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2021)
  5. Село Кага построено в 1740 г. Е. Н. Демидовым (недоступная ссылка). Дата обращения: 9 декабрь 2008. Архивировано 28 сентябрь 2013 года.
  6. Село Кага
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме
  9. Достопримечательности села Кага

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]