Мөхәмәт (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мөхәмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

53°41′49″ с. ш. 58°28′15″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 804 004

ОКТМО коды

80 611 404 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мөхәмәт (Рәсәй)
Мөхәмәт
Мөхәмәт
Мөхәмәт (Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Мөхәмәт

Мөхәмәт (рус. Мухаметово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 213 кеше[1]. Почта индексы — 453565, ОКАТО коды — 80211804004.


Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирә-яғы бейек тауҙар менән уратып алынған. Мәҫәлән, Урал-тау һәм Ҡырктытау һырттары. Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында Ҡырҡтытау һыртының итәгендә урынлашҡан. Мөхәмәт ауылында тамъян ырыуы башҡорттары йәшәй. Ауылда бик матур ағас мәсет, клуб, магазин бар. Мәктәп ябылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған, уның улдары Ҡотлогилде, Ураҙгилде һәм Мырҙагилде Мөхәмәтовтар билдәле. 1795 йылда 15 йортта 87 кеше йәшәгән, 1866 йылда 58 йортта — 282 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Тәүге исеме Ярсыҡбаш булған.[2]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Үҙәк
  • Мәктәп

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кесе Ҡыҙыл
  • Тулаҡ
  • Үткәл
  • Саҡмағышты
  • Урҙы
  • Тумһа
  • Йәднәй
  • Арҡырыйылға
  • Суҡмуйыл
  • Әверсәле
  • Балалар үлеге
  • Ҡыҙылташ
  • Сәңгелдәк
  • Йәҙгәр
  • Янай
  • Һағындыҡ
  • Ҡарағаййорт
  • Бүреатҡан

Тауҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яхъя
  • Ләпәк (Мәктәп)
  • Юлдытау
  • Бүреҡырған
  • Бөркөт
  • Әүлиә
  • Теләш
  • Ташморон
  • Бәләтүр
  • Оҙонғор
  • Әлим
  • Япраҡҡош
  • Тулаҡ
  • Үткәлташ
  • Ташъяр
  • Балалар үлеге
  • Бейексағыл
  • Ҡарабикә
  • Ләңкә ташы

Шишмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тимерүҙәк
  • Һыуыҡҡолаҡ
  • Маһый ҡойоһо

Ҡаялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡыҙылташ
  • Йәҙгәр ташы
  • Төлкөһуҡҡан
  • Кәнсәросҡан

Яландар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мансур яланы
  • Килендәр килгән
  • Биксәнтәй
  • Ер өҫтө

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡотошов Айбулат Миңлеғәле улы — Салауат концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
  • Өмөтбаев Вил Ғайса улы — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 213 117 96 54,9 45,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 38 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙаҡ): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Новоабзаково): 23 км

Фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.111