Абҙаҡ (Белорет районы)
Абҙаҡ | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Абҙаҡ ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Абҙаҡ ауыл советы[1] һәм Белорет районы |
Тау һырты | Урал тауҙары |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 515 метр |
Почта индексы | 453565 |
![]() |
Абҙаҡ (рус. Абзаково; икенсе атамаһы Төбәк) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1331 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80211804001.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Ҡолсоғаҙы йылғаһы (Кесе Ҡыҙылдың ҡушылдығы) буйында, Белорет ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышта 20 саҡрым, Яңы Абҙаҡ тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышта 5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тирә-яҡтан Уралтау һәм Ҡырҡтытау һырттары уратып алған. Янында Бикәмбәт һәм Һалмаурҙы тауҙары бар.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Яҡынса 1795 йылда Ноғай даруғаһы Күбәләк олоҫо башҡорттары үҙ ерҙәрендә был ауылға нигеҙ һалғандар. Олоҫ старшинаһы Абҙаҡ Баимов исеме менән аталған. Ауылдың тәүге атамаһы - Төбәк.
Абҙаҡ Баимов - тархан Байым Кидрәевтың (Байым ауылына нигеҙ һалыусы) улы.
Хәҙерге ваҡытта Абҙаҡ ауылында мәктәп, амбулатория, мәсет, китапхана, мәҙәниәт һарайы, ҡунаҡханалар бар.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 356 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 822 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 962 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1045 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1286 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1331 | 633 | 698 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Роза Аҡкучукова (1950—8.02.2021), йырсы. 1973 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокалсыһы, 1999 йылдан — баш администраторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Ахмадин Афтах (Афтахетдинов Ахмадин Мухаметдин улы) (31.10.1947) — шағир, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар сюздары ағзаһы.
- Садыҡова Гөлйемеш Хәйрулловна - Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы — башҡорт журналисы һәм яҙыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
- Йомағужин Йәрмөхәмәт Йомағужа улы — 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ике «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[3].
Ауыл ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәмәҙиева Э. Абҙаҡтар уңайлы, матур тормош яҡлы. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 30 ноябрь[4].
- Мөхәмәҙиева Э. Атаһының данын ҡайтарҙы. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 19 ғинуар[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 «Башҡортостан» гәзите, 2016, 19 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 22 август 2016)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2018, 30 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2018)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абҙаҡ (Белорет районы) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
- История села Абзаково
- Железнодорожный разъезд Новоабзаково и село Абзаково со спутника
- Горнолыжный курорт Абзаково
- Еще о горнолыжном курорте
- Фотоальбомы в Абзаково
- Про Абзаково
- Фото Абзаково
- Аквапарк Абзаково
- Динопарк
- Зоопарк в Абзаково
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Абҙаҡ (Белорет районы) Викимилектә |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |