Эстәлеккә күсергә

Беҙәк-Әхмәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әхмәр (Белорет районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Әхмәр
Беҙәк-Әхмәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

53°50′18″ с. ш. 57°33′02″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 849 008

ОКТМО коды

80 611 449 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әхмәр (Рәсәй)
Әхмәр
Әхмәр
Беҙәк-Әхмәр (Башҡортостан Республикаһы)
Әхмәр

Әхмәр, Беҙәк-Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 24 кеше[1]. Почта индексы — 453526, ОКАТО коды — 80211849008.

Ауылдың атамаһы Әхмәр тигән андронимдан һәм Беҙәк гидронимынан килеп сыҡҡан. Беҙәк — ике һүҙҙән яһалған атама: бейек+үҙәк[2].

Белорет районында йылғаның һәм тәүге килеп төпләнеүсенең исеме менән аталған Беҙәк-Әхмәр, ҡоҙғон-ҡатай ырыуы этнонимынан һәм шулай уҡ тәүге булып килеп ултырған кеше исеме менән аталған Ҡоҙғон-Әхмәр, йәғни ике Әхмәр ауылы бар. Беҙәк-Әхмәр Тамъян-Ҡатай улусының 28-се йортона ҡараған, хәҙер юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Унан йыраҡ та түгел Беҙәк ауылы урынлашҡан. Улар хәҙер икеһе лә Туҡан ауыл советына ҡарай[3].

Беҙәк йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән Әхмәр ауылы 1795 йылда 28 йорттан һәм 139 кешенән торған. Артабан халыҡ һаны кәмей. 1834 йылда 121 кешегә тиклем, 1850 йылда — 200 кеше, 1920 йылда 150 була.

Тәүге төпләнеүсенең улы Ҡунаҡҡужа Әхмәров (1776—1851) поход старшинаһы булып хеҙмәт итә. Кесеһе Ишҡужа Әхмәров та атаһының тыуған төйәгендә көн иткән. Кешеләр йәйләүгә Яланды, Егән йылғалары буйына сыҡҡан. 122 кеше 100 ат, 50 һыйыр, 60 һарыҡ, 25 кәзә тотҡан. Солоҡсолоҡ, урман кәсептәре, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Иген сәсмәйҙәр[4].

2007 йылдың 30 майына тиклем ауыл Туҡан ҡасаба советына ҡараған, Белорет районы менән ҡала хакимиәттәре ҡушылғандан һуң, урындағы хакимиәт Туҡан ауыл советы статусы алған. Ҡайһы бер белешмәләрҙә Әхмәр Исмаҡай ауыл советына ҡараған тигән мәғлүмәттәр бар, мәгәр был ысынбарлыҡҡа тап килмәй[5]

Был ауыл кешеһе Әхмәтша Сәлимовтың — үҙешмәкәр композитор Мөхәррәм Сәлимовтың атаһы — атаҡлы Зәйнулла ишан менән осрашыуы тураһында хәтирәләр бар[6]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 24 6 18 25,0 75,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 68 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Туҡан): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Улу-Елга): 40 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]