Сәлимов Мөхәррәм Әхмәтша улы
Сәлимов Мөхәррәм Әхмәтша улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1 май 1935 (85 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет районы |
Һөнәр төрө | инженер, композитор |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәлимов Мөхәррәм Әхмәтша улы (1 май 1935 йыл) — инженер-металлург, үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөхәррәм Әхмәтша улы Сәлимов 1935 йылдың 1 майында БАССР-ҙың Белорет районында Беҙәк-Әхмәр ауылында тыуған.
Хеҙмәт юлын бик иртә — Белорет металлургия комбинатында башлай. Ҡалалағы эшсе йәштәр киске урта мәктәбен тамамлай.
1965 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтының киске факультетын тамамлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул Белорет металлургия комбинатында эшләй, бер үк ваҡытта үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша.
- Мәҙәниәттә һәм йәмәғәт ойошмаларында эшмәкәрлеге
1972 йылдан Мөхәррәм Сәлимов ҡаланың Металлургтарҙың мәҙәниәт һарайында ҡурайсылар түңәрәге алып бара, халыҡ театрында уйнай.
1980 йылдан йырҙар яҙа башлай. Хәҙер инде йөҙҙән ашыу йыры бар, уларҙың яртыһынан күберәге — балалар өсөн. Улар Башҡортостан радио-телевидениеһынан яңғыратылып тора.
Белорет ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәһен ойоштороусы, бер нисә йыл уның рәйесе рәйесе булып та һайлана.
1990 йылдан Белорет ҡалаһының Мәктәптән тыш үҫеш үҙәгенең Башҡорт балалары өсөн милли ижад клубы етәксеһе була. Балаларҙы ул ҡурай тартырға өйрәтә, үҙе яҙған йырҙар менән концерттар ҡуялар.
Мөхәррәм Әхмәтша улы республиканың төрлө төбәктәрендә халыҡ ижады буйынса сығыштар яһап йөрөй. ВЦСПС-тың күкрәккә таға торған «Үҙешмәкәр сәнғәттә уңыштары өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ВЦСПС-тың «Үҙешмәкәр сәнғәттә уңыштары өсөн» билдәһе (1984)
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Белорет районы. Баҡый ауылы. З. Үтәғолов кисәһе.jpg
Баҡый ауылы. З. Үтәғолов кисәһе. Уңдан беренсе ҡурайсы — М. Сәлимов .
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Белорецкая энциклопедия, 2007 г
Аудио-видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видео Сборник песен Мухарама Салимова
Видео Мухаррям Салимов — автор песен, исполнитель кубаира. 2014 г.
Видео Первый зональный конкурс на призы им. Мухарама Салимова
Видео Мөхәрәм Сәлимов Ағай
- Салимов, Мухаррам Ахмедшинович — Кукушка зовет [Ноты : Песни : Для детей мл. шк. возраста]