Туҡан (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Туҡан
башҡ. Туҡан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Белорет

Ауыл советы

Туҡан

Координаталар

53°50′31″ с. ш. 57°27′40″ в. д.HGЯO

Халҡы

1 259 кеше (2010)

Конфессиональ составы

Сөнни мосолмандар, православтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453550

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 849 001

ОКТМО коды

80 611 449 101

ГКГН номеры

0523244

Туҡан (Рәсәй)
Туҡан
Туҡан
Туҡан (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Туҡан

Туҡан (рус. Тукан) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1331 кеше[1]. Почта индексы — 453550, ОКАТО коды — 80211849001.

Туҡан ауыл советы үҙәге.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туҡан руднигында мәғдән сығарыу 1888 йылда, урман сәнәғәтсеһе Н. Д. Шамов Егәҙе суйын иретеү заводын төҙөгәс, башлана. Ошо урында эшселәр ауылы барлыҡҡа килә.

Ул йылдарҙа руда ҡаҙыу ҡоралдары бик ябай була. Быраулау миҙгеле 15 майҙа башлана һәм ҡар яуғансы — 1 ноябргә тиклем дауам итә. Ул ваҡытта карьерҙа төп транспорт ат егеп ташыған вагонеткалар булған, ә мәғдәнде ҡышын Егәҙе заводына ташығандар.

Рудникта 12-14 сәғәт эшләгәндәр, 250-шәр забойсы һәм шунса уҡ ат менән йөк ташыусылар булған.

1927 йылда металлургия заводының домналарын мәғдән менән тәьмин итеү өсөн Белоретҡа тиклем тар колеялы тимер юлы һалына. Шул саҡта уҡ Туҡан эргәһендә геологик тикшеренеүҙәр уҙғарыла. 1930 йылда Туҡан руднигында тимер юл транспорты, ике экскаватор һәм 400 кВт-лыҡ электр станцияһы эшләй башлай. Йүрмәтау , Комаров, Тара, ә һуғыштан һуң — 1954 йылда Көнбайыш Мәйгәшлелә мәғдән сығарыла башлай[2]

1940 йылда Тара, Көнбайыш Мәйгәшле һәм Туҡан рудниктарында мәғдән йыуыу фабрикалары төҙөлә. Ошо уҡ йылдарҙа тау эштәрен механизациялау әүҙем үҫешә, шул арҡала 70-се йылдарҙа руда сығарыу йылына 600 мең тоннаға етә. Техник яҡтан камиллаштырып йыһазландырыу тау массаһын сығарыу күләмен йылына бер эшсегә 1953 йылда — 2345 тоннанан 1981 йылда 8923 тоннаға тиклем еткерергә мөмкинлек бирә. Әммә 80-се йылдарҙа уҡ мәғдән сығарыу — 500 мең тоннаға тиклем, ә 90-сы йылдарҙа йылына 400 мең тоннаға тиклем кәмей.

1991 йылда Туҡан руда идаралығында етештереү кәмей башлай. Егерменсе быуат аҙағына Туҡандан йылына 200 мең тоннаға тиклем сей мәғдән сығарылған. Был Рәсәйҙең башҡа тау предприятиеларынан тимер миҡдары юғары булған сеймал ала башлауы арҡаһында Белорет металлургия комбинатының Туҡан руда идаралығының тимер мәғдәне сеймалына ихтыяжы ҡырҡа кәмеү менән бәйле була. Ә комбинат үҙ сеймалын байыҡтырыу проблемаһын хәл итә алмай.

Комбинат белгестәре һәм ветерандары билдәләүенсә, 1930 йылдан алып 1980 йылға тиклем Белорет домна мейестәре Туҡан һәм Көнбайыш Мәйгәшле ятҡылыҡтарындағы мәғдәндә генә эшләгән, ә комбинат продукцияһы, металдың юғары сифатлы булыуы арҡаһында, ҡулланыусыларҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланған.

Металлургия заводына тимер мәғдәне талап ителгән, уның төп ятҡылыҡтары 60 километр көнбайыштараҡ — Туҡан ҡасабаһы тирәһендә урынлашҡан. 1924 йылда Белорет — Туҡан тимер юл линияһы асыла, завод сеймал сығанаҡтары менән иң ышаныслы һәм арзан юл менән тоташа.

1990-сы йылдарҙа тиҫкәре үҙгәрештәр башлана. 1991 йылда Белорет — Туҡан пассажир поезы туҡтай. Туҡан халҡы үҙҙәренең район үҙәгенә барыу мөмкинлеген юғалта. Уларҙың «күп һанлы һәм ныҡышмалы үтенесе» буйынса 1993 йылға тиклем йәйгелеккә Туҡан — Ишле поезы ҡайтанан тергеҙелә. Ишленән ары автобус менән китәләр. Артабан, юлдың ҡот осҡос сифатына ҡарамаҫтан, таусылар ҡасабаһына тиклем автобус бәйләнеше асыла. Туҡандағы киң колеялы юл 1993 йылдан бирле эшләмәгән, әкренләп һүтелгән.

1997 йылда Туҡандан көнсығышҡа, Егәҙегә, көньяҡҡа, Тараға һәм Мәйгәшлегә лә ла рельстар һүтеп алына. Шуға ҡарамаҫтан, көн һайын Белоретҡа рудалы состав юллана, Белорет — Тирлән участкаһында пассажирҙар хәрәкәте һаҡлана бирә.

Был 2002 йылдың яҙына тиклем дауам итә. Ул Башҡортостан тимер юлдарының юбилейы йылы була — уға 90 йыл тула. Шунан алда ғына Белорет металлургия комбинаты «Мечел» компанияһы ҡулы аҫтына күскән була. Комбинаттың яңы етәкселеге шунда уҡ тиерлек тар колея буйлап йөрөүҙән баш тарта һәм тимер юлды юҡ итеү тураһында бойороҡ сығара[3].


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1331 628 703 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 78 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Улу-Елга): 120 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Максимов Игорь Павлович (1921—2017) — яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Степан Злобин һәм Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.[4][5]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]