Эстәлеккә күсергә

Асы (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Асы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

54°22′10″ с. ш. 57°33′16″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 810 001

ОКТМО коды

80 611 410 101

ГКГН номеры

0520480

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Асы (Рәсәй)
Асы
Асы
Асы (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Асы
Асы ауылында Арыҫлан Мөбәрәков бюсы

Асы (рус. Ассы) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 818 кеше[1]. Почта индексы — 453562, ОКАТО коды — 80211810001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 818 408 410 49,9 50,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Асыла А. Мөбәрәков музейы алдында. Бөйөк артистың бюсы асылған көн. Фотола Гөлли Мөбәрәкова, Рәғиҙә Янбулатова, скульптор Тамара Нечаева, яҙыусы Рәшит Солтангәрәев, режиссёр Рәйес Исмәғилов, район етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар. Шағирә Гүзәл Ситдиҡова сығыш яһай. 1997.

Ауылдың исеме есеменә тап килгән, тоҙло, йәки асы һыуҙарына бәйле килеп сыҡҡан. Ул тиҫтәләрсә минераль сығанаҡтары булған урында урынлашҡан. Борондан уларҙың шифаһын яҡшы белгәндәр, йыраҡ-йыраҡтарҙан дауаланырға килгәндәр, шишмәләрҙең шифаһы ХVII — ХVIII быуаттарҙа уҡ файҙаланылған. Асы шишмәһенең һыуында магний, кальций, бром, кремний, фтор кеүек төрлө минераль матдәләр бар.

Тәбиғәте таулы-урманлы, ҡарағай, шыршы, ҡайын, имән, йүкә һәм башҡа ағастарҙан торған ҡуйы урмандар ҡаплап алған.

Өфөнән — 180, Магнитогорскиҙан 200 километр алыҫлыҡта ятҡан был ауылда уҙған быуат ахырында, ниһайәт, ил кимәлендә даны арта барған шифахана асыла.

Ауылдан йыраҡ түгел мәрмәр, төҙөлөштә биҙәү өсөн файҙаланылған төҫлө таштар сығарыла[2] .

Ауылға дан килтергән шәхес — ул Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк әле Протазанов төшөргән «Салауат Юлаев» фильмында төп ролде башҡарған СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков. Ул ошо ауылда донъяға килгән, йыш ҡына ҡайтып йөрөгән. Ауылда уға арналған музей асылған, скульптор Тамара Павловна Нечаева эшләгән бюст ҡуйылған.

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 115 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (ост. 1 02 км): 0 км