Эстәлеккә күсергә

Нечаева Тамара Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тамара Нечаева битенән йүнәлтелде)
Тамара Павловна Нечаева
Тыуған:

17 октябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны:

Воронеж өлкәһе Народная станцияһы ҡасабаһы

Үлгән:

16 август 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (80 йәш)

Үлгән урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил:

 СССР
 Рәсәй

Жанр:

Скульптура

Наградалары:
Дуҫлыҡ ордены — 1998
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Исемдәре:

РСФСР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (1974)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Нечаева Тамара Павловна (17 октябрь 1922 йыл — 16 август 2003 йыл) — скульптор, керамика оҫтаһы, монументалист, рәссам. 1943 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1968) рәссамы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998).

Тамара Павловна Нечаева Воронеж губернаһы Народная станцияһы ҡасабаһында 1922 йылдың 17 октябрендә тыуған. Ленинградтың Мәскәү районыны мәҙәниәт йортоноң художество студияһында уҡый. 1941 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Үҙенең бөтә аңлы ғүмерен Башҡортостанға арнаған был талант эйәһен беҙ бик аҙ беләбеҙ, аҙ баһалайбыҙ. Һуғыш башланыр алдынан ғына ул үҫмер ҡыҙ булып Ленинград ҡалаһынан Өфөгә туғандарына ҡунаҡҡа килгән һәм шунан бирле Өфөлә йәшәй. Тәбиғәт бүләк иткән һәләте, әлбиттә, Ленинградта ла асылыр ине, ләкин башҡорт халҡының тормошо, йәшәү рәүеше, үҙаңы һәм мәҙәни кимәле, данлы һәм ҡанлы тарихы, бөгөнгөһө, милли байрамдары һәм ҡәҙимге көндәре бигерәк тә ныҡ тәьҫир иткән уға. Алған белемен һәм тәрбиәһен, бөтә тырышлығын һәм һәләтен йәш рәссам башҡорт халҡының тормошон сағылдырыуға арнай. Уның Салауат темаһына мөрәжәғәт итеүе лә юҡҡа түгел, ә рухи ихтыяжы. Өфөлә 2003 йылдың 16 авгусында вафат була.

Ижади эшмәкәрлеген рәссам булараҡ башлай. «Салауаттың хәрби ҡоралдары» (1947), «Урал хазиналары» (1948) һ. б. эштәре сағыу буяуҙары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Рәсемдәренә хас булған күләмле пластика уның скульптураларында ла урын алған. Ул республикала тәүгеләрҙән булып Салауат Юлаевҡа Өфөлә (1952, бронза; 1969 йыл һүтеп алына, 1998 йыл «Янғантау» шифаханаһы биләмәһендә ҡуйыла) һәм Эстонияның Палдиски ҡалаһында (1989, сүкелгән баҡыр, гранит); С. Т. Аксаковҡа (1959, бронза), Ш. Ә. Хоҙайбирҙинға (1981, гранит, Б. Д. Фузеев менән берлектә; икеһе лә — Өфө) һ. б. һәйкәлдәр эшләй. Психологик портрет йүнәлешенә баҫым яһап, төрлө материалдарҙан әҫәрҙәр ижад итә: М. М. Шайморатов (1952, төҫлө гипс), М. Кәрим (1961, мәрмәр), З. Ғ. Исмәғилев (1967, алюминий), [Т. П. Нечаева. «Пугачёв менән Салауат» панноһы. Шамот, эмаль. 1969. БДХМ.] Ғ. Ф. Ҡадиров (1974, керамика) һ.б. портреттары. Нәфис фарфор сәнғәтендә уникаль әҫәрҙәр серияһы авторы: «Өс таған бейеүе», «Саялыҡ» (икеһе лә — 1955), «Башҡорт һылыуҡайы» (1956) һ.б. Авторҙың төҫтәргә, формаға, ритмға һөйөүе нәфис керамика сәнғәтендә асыҡ сағыла: «Алһыу йыр» (1967), «Башҡортостан нефте» (1974) паннолары; «Бал» сервизы (1972), «Ҡурай» вазаһы (1982), «Башҡорт бейеүе» таштабағы (1984) һ.б. «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1943 йылдан алып күргәҙмәләрҙә, 1955 йыл — халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре — Өфө (1943, 1956, 1992, 1997). Эштәре БДХМ, Өфө художество галереяһы (һынлы сәнғәт галереялары), Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейы, РФ Мәҙәниәт министрлығы музейы (икеһе лә — Мәскәү) коллекцияларында, Өфөҡала мәҙәниәт һарайында, «Искра» кинокомплексында, «Башнефть» АНК‑нда, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында, музейҙарҙа һаҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәктәп календары, 2004 йыл, 114-се бит.