Сәнәғәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Бәлки, Һеҙ ошоно әҙләйһегеҙ: Сәнғәт.

Сәнәғәт аллегорияһы

Сәнәғәт— үҙ тармағы өсөн һәм башҡа тармаҡтар өсөн эш ҡоралдары этештереү, шулай уҡ сеймал, материалдар, яғыулыҡ, энергия етештереү, урман эшкәртеү, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, халыҡ ҡулланыу тауарҙарын етештереү һ.б. менән мәшғүл булған предпрятиеләр (заводтар, фабрикалар, рудниктар, шахталар, электростанциялар) берлеге. Сәнәғәт — йәмғәттең етештереү ҡеүәтенә хел иткес йоғонто яһаған халыҡ хужалығының мөһим тармағы.

Сәнәғәт ике ҙур тармаҡтан — сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғетенән һәм эшкәртеүсе сәнәғәттән тора. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү тармағына тау-химия сеймалы, ҡара һәм төҫлө металл рудалары, нефть, газ, күмер, торф, сланец, тоҙ, изветняк сығарыу, шулай уҡ урман предприятиеләре, балыҡ тотоу, диңгез продукттарын әҙерләү керә.

Эшкәртеүсе сәнәғәт тармағына машиналар төҙөү, ҡара һәм төҫлө металдар етештереү, прокат, химия һәм нефтехимия продукттары, машиналар һәм ҡорамалдар, ағас эшкәртеү ҡорамалдары, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте продукттары, цемент, төҙөлөш материалдары, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукттары етештереү, шулай уҡ сәнәғәт йыһаздарын ремонтлау керә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]