Эстәлеккә күсергә

Балыҡ тотоу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балыҡ тотоу
Рәсем
Урын fishing ground[d]
Ҡайҙа өйрәнелә halieutics[d]
 Балыҡ тотоу Викимилектә
Шри-Ланкала балыҡ тотоу.

Балыҡ тотоу — балыҡты төрлө һыу ятҡылыҡтарынан сығарыу ысулы.

Балыҡ тотоу кәсеп йәки ял итеү төрө була ала[1]. Балыҡ тотоу өсөн ҡармаҡ, балыҡ тотоу ауы, гарпун һәм башҡа ҡулайламалар ҡулланыла. Балыҡтан тыш, төрлө диңгеҙ продукттары: моллюскылар, ҡыҫала һымаҡтар һәм энә тирелеләр тотола. Ғәҙәттә, «балыҡ тотоу» термины балыҡсылыҡ хужалыҡтарында үҫтерелгән балыҡты, шулай уҡ диңгеҙ имеҙеүселәрен: кит һымаҡтарҙы, ишкәк тәпәйлеләрҙе, сиреналарҙы аулауға ҡарата ҡулланылмай. ФАО (Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы) мәғлүмәте буйынса, 2009 йылда донъяла балыҡ (аквакультура продукттарын иҫәпкә алмайынса) тотоу 90 млн тонна, ә йән башына балыҡ ҡулланыу 2009 йылда 17,2 кг/кеше тәшкил иткән, шуларҙың 62 проценты ҡырағай мөхиттә тотолған балыҡ өлөшөнә тура килгән[2]. Өҫтәүенә, һәүәҫкәр (рекреацион) балыҡсылыҡта дөйөм донъя балыҡсылығы, баһалауҙар буйынса, йылына 2 миллион тонна самаһы балыҡ тәшкил итә һәм хайуан аҡһымының мөһим сығанағы булып тора, бигерәк тә — үҫешеүсе дәүләттәрҙә[3].

Балыҡ тотоуҙың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүтормошта балыҡсылыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балыҡ тотоу — кешеләрҙең иң боронғо туҡланыу формаларының береһе, ул урта палеолит дәүеренән үк һунарсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыу менән бер рәттән ҡулланыла. Бломбос мәмерйәһендә балыҡ һәм ишкәк аяҡлыларҙың һөйәктәре табылыуы ошоларҙы раҫлай. Һөҙөмтәлә балыҡ тотоу иң мөһим шөғөл булараҡ бөтә кешелектең йәшәйешендә ныҡлы урын ала һәм бөгөнгө көндә лә даими үҫешә.

Тәүтормош йәмғиәттә үк балыҡҡа ҙур ихтыяж кешеләрҙе йылға, күл, диңгеҙ буйында төпләнергә мәжбүр итә, беренсел таралыуҙың мөһим факторҙарының береһе була. Был ауыл һәм ҡалаларҙың артабанғы этномәҙәни урынлашыуына ҙур йоғонто яһай. Боронғо замандарҙа тотош балыҡ тотоу торамалары барлыҡҡа килгән, унда йәшәүселәр быуындан быуынға үҙҙәренең белемен һәм балыҡ тотоу һәм эшкәртеү оҫталыҡтарын тапшыра килгән.

Тәүге цивилизациялар барлыҡҡа килгән осорҙа балыҡ тауарҙар менән алмашыуҙа ҡиммәтле ресурс була. Был табышлы кәсеп була һәм балыҡсылыҡтың таралыуына иҡтисади нигеҙе булып торған.

Кешеләрҙең алыҫ ата-бабалары архантроптар һәм неандерталецтар тәрән булмаған һыу ятҡылыҡтарында «ялан ҡул» менән балыҡ аулай алған. Амазонияның һинд ҡәбиләләре һай ҡултыҡтарҙа балыҡтарҙы ботаҡтар менән һуғып шаңғытып тотҡан. Элеккегә ҡарағанда был «камил» ысулды 1950-се йылдарҙа аҡ тәнле Бразилия кешеһе Хелена Валеро ентекләп һүрәтләй, ул яномамо ҡәбиләләре араһында 20 йыл йәшәй[4].

Урта палеолит дәүеренән алып балыҡты гарпун, һалдау, ҡармаҡ сыбығы һәм тәүтормош тоҙаҡтары ярҙамында тотоу тураһында ышаныслы археологик дәлилдәр бар. Балыҡ ҡармаҡтарының иң боронғолары 2016 йылда Японияның Окинава утрауында табылған. Яҡынса баһалауҙар буйынса, ҡармаҡтарҙың йәше 23 мең йыл һәм улар диңгеҙ моллюскылары ҡабырсаҡтарынан эшләнгән[5].

Тәүге балыҡсылыҡ ауҙарының барлыҡҡа килеүе мезолит дәүеренә ҡарай. Гарпун менән балыҡ тотоу күпкә ябайыраҡ, сөнки гарпун осонда һөйәк ырғаҡтар булғанға күрә, балыҡ ысҡына алмай. Ау ярҙамында балыҡты байтаҡ күләмдә тотоу һәм запасҡа туплау мөмкинлеген барлыҡҡа килтерә. Төрлө халыҡтарҙың мифологияһында ау үреү ҡылыс һуғыу йәки карап төҙөү оҫталығына оҡшаш үҙенсәлекле сәнғәт булып тора[6].

Донъяның төрлө төбәктәрендәге примитив ҡәбиләләрҙә йылға балығын үҫемлек ағыуы ярҙамында тотоу ысулын этнографтар күптән инде иҫбатлаған. Был ысул менән балыҡ тотоу өсөн тәүҙә бәләкәй йылға йәки шишмәне иң тар урындарҙа таш, ағас, сыбыҡ менән быуалар йәки үрелгән кәртәләр менән уратып алына. Һуңынан үҫемлектәрҙең тамырҙарын ваҡлайҙар йәки уларҙың һабағын, япраҡтарын теткеләйҙәр, шунан һуң уларҙы ағым буйлап өҫтәрәк һыуға ташлайҙар. Бер нисә минуттан ағыуланып, ҡорһағы менән өҫкә ҡалҡып сыҡҡан балыҡты йыялар.

Амазония индейҙары ошо маҡсатта ассака ҡыуағы һутын, брабаско ағасы тамырҙарын, тимбо лианаһы, лончокарпус үренделәрен, юкка һутын ҡулланған. Көньяҡ-Көнсығыш Азияла был маҡсатта кро һәм шань-яна үҫемлектәренең тамырҙарын, Океанияла — доррис, амониум япраҡтарын, барингтония емештәренең орлоғон ҡулланғандар. Үҙәк Азияның таулы райондарында урындағы халыҡ балыҡ тотоу өсөн джунгар һыйырғолағы (айыу ҡолағы) ҡулланған.

Был үҫемлектәр балыҡ өсөн ағыулы һәм уларҙың һуты кеше өсөн зарарһыҙ, шуға күрә бындай ысул менән тотолған балыҡты шунда уҡ аҙыҡ итеп ҡулланырға мөмкин.[7]

Балыҡсылыҡ боронғо кешеләрҙә киң тарала, мөһимлеге буйынса емеш-еләк йыйыу һәм һунарҙан ҡала өсөнсө була. Күп кенә ҡәбиләләрҙә ул төп йәшәү сығанағы була (мәҫәлән, Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышындағы ҡайһы бер ҡәбиләләрендә). Балыҡ тотоу ғәҙәттә емеш-еләк йыйыу, һунарсылыҡ, игенселек менән бергә алып барылған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән ҡәбиләрҙең тормошонда артыҡ ҙур урын алып тормай. Традицион балыҡ тотоу формалары һәм ысулдары, ҡоралдар кеүек үк, төрлө булған һәм балыҡ тотоуҙың бөтә билдәле ысулдары тиерлек була: быуалар, ауҙар, кәрзиндәр, ҡармаҡтар, балыҡ тәгәрмәстәре һәм башҡалар. Күп кенә халыҡтарҙа алмашыу һәм сауҙа барлыҡҡа килгәс, балыҡсылыҡ кәсеп формаһын ала, ә хәҙер сәнәғәт характерында үҫә.

Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 2000 йылда Боронғо Мысырҙа балыҡты кәмәләрҙән ҡармаҡлау тураһында тәүге дәлилдәр күренә.

Балыҡсылыҡ кәсебе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Балыҡсы, гравюра, 1531 йыл

Ауыл хужалығының махсуслашыу типтары (игенселек, малсылыҡ һ.б.) үҫеше менән бер рәттән балыҡсылыҡ кәсебе лә үҫешә. Антреала (Корпилахти ауылы, Карелия, Рәсәй) табылған боронғо балыҡ ауҙарының береһе беҙҙең эраға тиклем 8540 йылдарға ҡарай.

Балыҡ һәм диңгеҙ продукттарын хәҙерге заман сәнәғәт (промысла) ысулы менән тотоу балыҡсылыҡ тип атала. Был балыҡ тотоу һәм эшкәртеүҙе, уны ташыуҙы үҙ эсенә алған ҡеүәтле тармаҡ. Балыҡсылыҡ кәсебе кеше эшмәкәрлегенең төп төрҙәренең береһе һанала, ул Ер халҡының байтаҡ өлөшөн туҡланыу продукттары менән тәьмин итә.

Балыҡсылыҡ кәсебенә техника һәм фәндең үҫеше һиҙелерлек йоғонто яһай. Эре һыуытҡыс судноларҙы, балыҡ-консерва йөҙөү базаларын файҙаланыу донъя океанының алыҫ райондарында кәсеп алып барырға мөмкинлек бирә; гидролокация, шулай уҡ махсус авиация разведкаһы ярҙамында балыҡ эркеүе табыла. Ошо уҡ гидролокацион ҡорамал ярҙамында һыу төбөндәге балыҡ тотоу ҡоралдарының торошо тикшерелә. Радионавигация элемтә системалары һауа торошона бәйлелекте кәметә. Яңы материалдар (синтетик сүстәр) ҡулланыу арҡаһында балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтарының сифаты яҡшыра. Тармаҡты планлаштырыу фәнни нигеҙҙә алып барыла.

Кәсеп күҙлегенән ҡарағанда, сығарылған балыҡ диңгеҙ (һәр ваҡыт диңгеҙҙә йәшәүсе), үткәүелле (тормошоноң бер өлөшөн диңгеҙҙә үткәргән, ә бер өлөшөн йылғаларҙа үткәргән (йылғаларға ыуылдырыҡ сәсеү өсөн инә) һәм сөсө һыуҙағы (йылғаларҙа, күлдәрҙә һ. б. даими йәшәүсе) балыҡтарға бүленә. Иң мөһим кәсеп балыҡтары сельдь һымаҡтар (Clupeidae) һәм треска һымаҡтар (Gadidae) ғаиләһенә ҡарай. Карп (Cyprinidae), һөмбаштар (Salmonidae) һәм бикре балыҡтары (Acipenseridae) ғаиләһенә ҡараған балыҡтар бик әһәмиәтле түгел, әммә сауҙа әһәмиәтенә бик ҙур.

Рекреацион балыҡсылыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге донъяла һәүәҫкәр балыҡсылыҡ кәсебеҡ маҡсатлы табыш алыуҙан нығыра ситләшә һәм ял, спорт йәки туризм төрөнә әүерелә. Шул уҡ ваҡытта был мауығыу балыҡ тотоу ҡоралдары, махсус балыҡ тотоу урындары ҡорамалдары сериялы етештереү өлкәһендә донъя кимәлендәге индустриаль база булыуын талап итә. Бынан тыш, рекреацион балыҡ ресурстарын рациональ үҙләштереү етди фәнни нигеҙләүгә мохтаж. Быларҙың барыһы ла һәүәҫкәр балыҡсылыҡты үҙ аллы үҫешеүсе тармаҡтар рәтенә индереү файҙаһына (нығыраҡ үҫешкән дәүләттәр иҡтисадында һөйләй).

Ҡабул ителгән терминология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Терминологик йәһәттән мәғәнәһе буйынса яҡын булған «балыҡ тотоу», «балыҡсылыҡ» һәм «балыҡ аулау» һүҙҙәре ҡулланыу контексында айырыла. «Балыҡ тотоу» һүҙе башлыса көндәлек тормошта ҡулланыла һәм һыу ятҡылығынан балыҡтә аҙыҡ өсөн тотоуҙы йә күңел асыу маҡсатында ҡулланыуҙы аңлата. «Балыҡсылыҡ» — аныҡ билдәләмәләр алыу өсөн ҡулланылған фәнни термин. «Балыҡ аулау» — дөйөмләштерелгән йыйылма һүҙбәйләнеш, һүҙҙең киң мәғәнәһендә балыҡсылыҡты аңлата.

"Бөтә донъяла балыҡ тотоу тәбиғәттә ял итеүҙең бөтә төрҙәре араһында күмәк ял итеү характерына эйә. Ватан әҙәбиәтендә «һәүәҫкәр балыҡсылыҡ» термины йышыраҡ осрай, сит ил авторҙары «рекреацион балыҡ тотоу» терминын ҡуллана. Рекреацион балыҡсылыҡ тип бындай балыҡ тотоу өсөн рөхсәт ителгән балыҡ тотоу ҡоралдары менән сығарылған балыҡ тотоуҙы күҙ уңында тоталар. «Рекреацион балыҡсылыҡ» термины һәүәҫкәр балыҡсыларҙың заманса талаптарына тулыһынса яуап бирә, тип иҫәпләйбеҙ[8].

Закондар менән көйләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер илдәрҙә балыҡтар тонсоғоуҙан үлмәй, ә күпмелер ваҡыттан һуң кире һыуһаҡлағысҡа ебәрелә. Йыш ҡына йәрәхәттәрҙән тик балыҡтың иренендә йәки айғолаҡтарында ҡармаҡтан ҡалған тишектәр генә ҡала.

Балыҡ тоту һәүәҫкәр һәм спорт төрҙәренә бүленә. Балыҡ аулауҙан айырмалы рәүештә, балыҡ тотоу — күңел асыу, буш ваҡыт, ял итеү, туризм һәм спорт.

  1. Онлайн Энциклопедия. Дата обращения: 12 февраль 2018. Архивировано 13 февраль 2018 года. 2018 йыл 13 февраль архивланған.
  2. Состояние мирового рыболовства и аквакультуры / ФАО / Рим, 2010. — 246 с. — Таблица 1
  3. Коукс Ян
  4. Биокка Этторе. Яноама. — М., 1972. 2018 йыл 14 июль архивланған.
  5. World’s oldest fishhook found on Okinawa. Дата обращения: 16 февраль 2018. Архивировано 6 август 2017 года.
  6. Брандт А. Из истории рыболовной сети // Страницы истории рыболовства. Дата обращения: 14 июль 2018. Архивировано 13 июль 2018 года.
  7. Ловля рыбы с помощью растительных ядов // Туризм и выживание. 2018 йыл 13 июль архивланған..
  8. Розумная Л. А. Любительское рыболовство как метод рыбохозяйственного освоения малых водоемов Средней полосы России / Автореферат диссертации на соискание учёной степени кандидата биологических наук 2018 йыл 11 май архивланған. / Москва, 2003. — 137 с.