Хамматов Яныбай Хаммат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Яныбай Хамматов
Яныбай хамматов.jpg
Исеме:

Хамматов Яныбай Хаммат улы

Тыуған көнө:

16 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Тамьян-Ҡатай кантоны, Исмаҡай ауылы (хәҙерге Белорет районы), БАССР

Вафат булған көнө:

28 сентябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡортостан, Рәсәй

Гражданлығы:

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, урыҫ

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Яныбай Хаммат улы Хамматов (16 ғинуар 1925 — 28 сентябрь 2000) — Башҡортостандың партия һәм дәүләт хеҙмәткәре, Эске эштәр органдары ветераны, яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хамматов Яныбай Хаммат улы 1925 йылдың 16 ғинуарында БАССР-ҙың Тамьян-Ҡатай кантоны Исмаҡай ауылында тыуған. 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискаһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша (1942—1946). ШМАС (школа младших авиационных специалистов), йәғни кесе авиация белгестәре мәктәбен тамамлай.

КПСС –ың Башҡорт өлкә комитеты янындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә белем ала (1954). 1946 йылдан ВЛКСМ-ың Белорет районы комитетында инструктор, унан бүлек мөдире була. 1947 йылда 1-се секретарь итеп тәғәйенләнә.

1949 йылдан ВЛКСМ-ың Башҡорт өлкә комитетында, унан һуң, 1952 йылға тиклем «Башзолото» тресында сәйәси бүлеге етәксеһенең урынбаҫары була.

1954 йылда КПСС –ың Башҡорт өлкә комитетына инструктор итеп күсерелә.

1956 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педогогия институтын (хәҙерге БДУ) тамамлай.

1960 йылда Әбйәлил район советы Башҡарма комитеты председателе булып эшләй.

1963 – 1969 йылдарҙа БАССР эске эштәр министрлығында төҙөлөш-ойоштороу бүлеге етәксеһе була.

40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында башлап әҫәрҙәре баҫыла башлай. Беренсе хикәйәләре старателдәр тураһында була.

«Бөртөкләп йыйыла алтын» (1966), «Аҡман-тоҡман» (1971) , «Йәшенле йәй» (1975), «Юрғашты» (1980), «Руда» (1982) романдарын эсенә алған пентологияһы алтын эҙләүсе старателдар тураһында. Башҡортостанда алтын эҙләү тарихына, алтын табыу сәнәғәте формалашыу тарихына арнала.

Тәүге өс роман нигеҙендә 4-сериялы нәфис фильм төшөрөлгән (1979 йылда, режиссеры Абдразаҡов Асҡар Әмир улы, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты).

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бөртөкләп йыйыла алтын (роман). Өфө: 1966, 1976. Урыҫ телендә: Золото собирается крупицами. (пер. Е. Мальцева). Москва: 1970, 1975; Уфа: 1981; Татар телендә: Казань: 1996.
  • Аҡман-тоҡман (роман). Өфө: 1971, 1975. Урыҫ телендә: Акман-токман (пер. Е. Мальцева). Москва: 1973, 1975; Уфа: 1984.
  • Йәшенле йәй (роман). Өфө: 1976. Урыҫ телендә: Грозовое лето (пер. В. Василевского). Москва: 1976, 1978; Уфа: 1986.
  • Юрғашты (роман). Өфө: 1980. Урыҫ телендә: Юргашты (пер. В. Василевского). Москва: 1980, 1984; Уфа: 1987.
  • Руда (роман). Өфө: 1982. Урыҫ телендә: Желтый камень (пер. Р. Максютова). Уфа: 1993.
  • Йондоҙҙар нисек ҡабына (роман). Өфө: 1969.
  • Төньяҡ амурҙары (роман-дилогия). Өфө: 1 китап — 1983, 2 китап — 1985. Урыҫ телендә: Северные амуры (пер. В. Василевского). Москва: 1987; Уфа: 2012.
  • Тыуған көн (роман). Өфө: 1978, 1988. Урыҫ телендә: День рождения (пер. А. Скалона). Москва: 1979, 1982, 1983, 1985; Украина: 1982; Әзербәйджан телендә: Баку: 1990.
  • Башҡорттар китте һуғышҡа (роман). Өфө: 1990.
  • Комбриг Мортазин (роман). Өфө: 1992.
  • Ҡара яу (роман). Өфө: 1995.
  • Ағиҙел Иҙелгә ҡоя (роман). Өфө: 1995. Урыҫ телендә: Агидель стремится к Волге. (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2007.
  • Салауат (роман). Өфө: 2000. Урыҫ телендә: Салават-батыр (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2004.
  • Һырдарья (роман). Өфө: 2000.
  • Башҡорт ханы (роман). Өфө («Ағиҙел»): 2003.
  • Ҡаһарманлыҡ (повесть). Өфө: 1989.
  • Иҙел башы (роман). Өфө («Ағиҙел»): 1987.
  • Хәсрәтле бала саҡ (автобиографик әҫәр — 1 китап). Өфө («Ағиҙел»): 1997. Урыҫ телендә: Пасынок (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2002.
  • Тормош һабаҡтары (автобиографик әҫәр — 2 китап). Өфө («Ағиҙел»): 2000. Урыҫ телендә: Карьера (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2006.
  • Әҙәбиәт һуҡмағында (автобиографик әҫәр — 3 китап). Өфө («Ағиҙел»): 2007.

Баҫылмаған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ижад (автобиографик әҫәр — 4 китап)
  • Аркаим (повесть-фараз)
  • Роман-детектив

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Белорецкая энциклопедия, 2007. — ISBN 978-5-8258-0248-0
  • Библиографический указатель. — Уфа: Нац. Б-ка им. З. Валиди, 2006.
  • Узиков: Ул алтынын бөртөкләп йыйҙы. 16.01.2007.
  • Гүзэль Хамматова: Старатель. «Бельские просторы». 10 (2001).
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихынан. — Өфө:Китап, 6-сы том, 1996. — С. 292—314 (баш.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]