Эстәлеккә күсергә

Үрге Әүжән ауыл Советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Үрге Әүжән Советы — Белорет районы муниципаль районы ауыл биләмәһә, муниципаль берәмек. 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 2658 кеше[1], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 2685 кеше[2].

Ауыл биләмәһе башлығы — Телятников Михаил Петрович[3]

Эштәр менән идара итеүсе — Кузнецова Ольга Николаевна

Үрге Әүжән ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең почта адресы:

453538, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Үрге Әүжән ауылы, Блюхер урамы, 68.

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Үрге Әүжән ауыл советы ауыл биләмәһе составына кергән халыҡ иҫәбе һәм торама пункттар исемлеге. Бөтәһе — 2658[1].

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 чел. %
2898 2685 -213 -7,35

1754 йылдың 2 май көнө Үрге Әүжән ауылына нигеҙ һалыу датаһы булып һанала. Был тарихи дата Үрге Әүжән йылғаһы буйында заводтың төҙөлөшө менән тығыҙ бәйле. 1772 йылда башланған төҙөлөш мәленән 18 йыл үткәс сығарылған продукцияның күләме 212014 ботто тәшкил итә (яҡынса 14 мең тонна). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, XX быуаттың металлургия гиганттары бәләкәй заводтарҙы иҡтисад баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарҙы, 1926 йылда Әүжән-Петровский заводы ябылып, уның ҡорамалдары Белорет металлург заводына һәм яңы төҙөлөп ятҡан Магнитогорск металлургия комбинатына күсерелә. Ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһында Ҙур Әүжән йылғаһы буйында алтын приискыһы үҙ эшен башлай. Был кәсеп менән Әүжән халҡы 1948 йылға тиклем көн итә. Завод ябылғандан һуң, халыҡ ағас эшкәртеү менән шөғөлләнеп көн итә. 2003 йылға тиклем Әүжән урман эшкәртеү хужалығы төп ойошмаларҙан һанала. Әүжән урман эшкәртеү хужалығы етештергән тауарҙар төрлөлөгө менән билдәле була. 100 мең кубометр ағас Мәләүез урман комбинатына ебәрелә. 70-се йылдарҙа эшселәрҙең һаны 700 тиклем, ә урман әҙерләү күләме 150 мең кубометрға тиклем арта. Социаль сфераны үҫтереү юҫығында ла күп эштәр эшләнә: участка дауаханаһы, һыу торбаһы, газ торбаһы, юлдың төҙөлөшө һәм башҡалар. 2003 йылда башланған ағас эшкәртеү хужалыҡтарының яңыса үҙгәртеп ҡороу процессы башланғас, Әүжән урман хужалығының эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Әүжән урман хужалығынан тыш ауыл биләмәһе территорияһында «Баштрансгаз» ЯСЙ, «Әүжән урманы» ЯСЙ, «Рәсәй почтаһы» бүлексәһе, «Белорецкгаз» предприятиеһы участогы, АЗС урынлашҡан. Мәктәптә 300-гә яҡын баланың белем алыу мөмкинселеге бар. Бынан тыш улар өлгөргәнлек атесстаты менән бергә «В», «С» категориялы водитель танытмаһын ала. Мәктәптә «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексы уңышлы эшләп килә. Балалар музыка мәктәбендә 75-кә яҡын бала белем ала, улар баян, аккордеон, гитара, мандолина, гармун класстарында уҡытыла. «Ҡояшҡай» һәм «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы 60-ҡа яҡын баланы ҡабул итә. Үрге Әүжән участка дауаханаһы 15 станционар сирле кешене ҡарауға һәм 25 ауырыуҙарҙы хоспис дауалауға иҫәпләнгән. Бынан тыш фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килә. VIII төр коррекцион мәктәбендә Белорет районы муниципаль райондан 50-гә яҡын баланың белем алыу мөмкинселеге бар.

Һуңғы 20 йыл эсендә Үрге Әүжән ауыл Советы биләмәһендә

1. юлдар төҙөкләндерелә (Әүжән- 7,5 км, Исмаҡай — 1 км);

2. Ҙур Әүжән йылғаһында һыу һаҡлағысы төҙөлә;

3. «Баһадир» физкультура-һауыҡландырыу комплексы төҙөлә;

4. ретранслятор төҙөлә;

5. «Мегафон», «Билайн» «МТС» бәйләнештәре булдырыла;

6. Исмаҡай ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә (мәктәп, клуб, китапхана);

7. Үрге Әүжән ауыл биләмәһендә газ торбалары үткәрелә;

8. Һыу торбалары үткәрелә (Әүжән — 3 км, Исмаҡай — 1 км).

  1. 1,0 1,1 http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19033 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19032 2016 йыл 4 март архивланған.