Литвинова Лидия Михайловна
Литвинова Лидия Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 17 май 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Литвинова Лидия Михайловна (17 май 1950 йыл) — Белорет металлургия комбинаты сым һуҙыусыһы. СССР-ҙың X һәм XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лидия Михайловна Литвинова 1950 йылдың 17 майында[1] Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында урыҫ ғаиләһендә тыуған[2]. Унда урта-махсус белем ала. 1967 йылдан М. И. Калинин исемендәге Белорет металлургия комбинатының унынсы цехында ҡыҙҙырыусы, сым һуҙыусы өйрәнсеге, ә 1970 йылдан сым һуҙыусы булып эшләй[3]. Шулай уҡ әҙер продукцияны сорттарға айырыу бригадиры булып эшләй.
1979 һәм 1984 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы 354-се Белорет һайлау округынан СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Партияһыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт һәм көнкүреш мәсьәләләре, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау буйынса комиссия составына инә.
1987 йылда Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы исеменә лайыҡ була. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Литвинова Лидия Михайловна // Белорецкая энциклопедия / гл. ред. Ф. А. Фаизова. — Белорецк : Абдуллин Р. К., 2007
- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР., Том 11, 1984
- ↑ Литвинова Лидия Михайловна(недоступная ссылка) // Белорецкий район Республики Башкортостан