Пугачёв Емельян Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Емельян Пугачёв битенән йүнәлтелде)
Пугачёв Емельян Иванович
рус. Емельян Иванович Пугачёв
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Емельян Иванович Пугачёв
Тыуған көнө 1742[1][2][3][…]
Тыуған урыны Пугачёвская[d], Воронеж губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 (21) ғинуар 1775[2]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[1]
Үлем төрө Үлем язаһы
Үлем сәбәбе обезглавливание[d]
Хәләл ефете Устинья Петровна Кузнецова[d] һәм Софья Дмитриевна Пугачёва[d]
Сожитель Харлова, Татьяна Григорьевна[d]
Һөнәр төрө революционер, хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Социаль синыф казактар
Хәрби звание хорунжий
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы, Восстание Пугачёва на Урале и в Сибири[d], Башҡортостанда Крәҫтиәндәр һуғышы, Ете йыллыҡ һуғыш, Русско-турецкая война 1768—1774 годов[d], Штурм Царицына войсками Емельяна Пугачёва[d], Бой за Казань (1774)[d], Бой у Юзеевой[d], Осада Яицкой крепости[d], Бой у Татищевой[d] һәм Бой у Солениковой ватаги[d]
Ғәскәр төрө донские казаки[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Капитандын ҡыҙы[d]
 Пугачёв Емельян Иванович Викимилектә

Пугачёв Емельян Иванович (1742 йыл — 10 (21) ғинуар 1775 йыл, Мәскәү) — Дон казагы, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы. Үҙ-үҙен Рәсәй императоры Петр III тип иғлан итә; бер нисә тиҫтә самозванецтар араһынан иң билдәлеһе.

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Емельян Пугачёв Дон өлкәһенең Зимовейский казак станицаһында[4] (хәҙерге Волгоград өлкәһенең Котельниковск районы) тыуған. Пугачев ихтилалынан һуң станица Потёмкинский исемен ала һәм элекке урынынан 2 км ары күсерелә, 1917 йылдан алып Пугачев исемен йөрөтә. Фараз буйынса, 1670—1671 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышының етәксеһе Степан Разин да ошо уҡ станицала тыуған.

Пугачёв фамилияһы ҡартатаһының ҡушаматынан алынған — Михаил Пугач.

Атаһы — Пугачёв Иван Михайлович, 1762 йылда вафат булған. Әсәһе — Анна Михайловна, яҡынса 1771 йылда вафат булған.

Уның Дементий исемле ағаһы һәм ике апа-һеңлеһе булған — Федосья һәм Ульяна. Һорау алыу ваҡытында Пугачев ғаиләһе башҡа старообряд казактарҙан айырмалы рәүештә православие диненә ҡараған. Уның Тимофей улының ҡиәмәт атаһы (крестный) православиела булған Алексей була.

Тәүге йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Казак хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пугачёв 18 йәшенән хеҙмәттә була, 19 йәшендә Есауловский станицаһы казачкаһы Дмитриева Софья Недюжеваға өйләнә[5]. 17561763 йылғы Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнаша, үҙенең полкы менән граф З. Г. Чернышёвтың дивизияһында тора. Илья Денисов Пугачёвты үҙенә ординарец итеп ала. Петр Өсөнсөнөң вафатынан һуң ғәскәрҙәр Рәсәйгә ҡайтарыла. 1763 йылдан 1767 йылға тиклем Пугачёв үҙенең станицаһында хеҙмәт итә, бында 1764 йылда уның улы Трофим, 1768 йылда — Аграфена ҡыҙы тыуа. Ошо арала ҡасып киткән старообрядсыларҙы эҙләп табыу һәм Рәсәйгә ҡайтарыу өсөн Пугачёвтыесаул Елисей Яковлев командаһы составында Польшаға ебәрәләр.

1769 йылда Рус-төрөк һуғышы башланыуы менән Пугачёв полковник Кутейников командаһында 2-се йөҙлөк хорунжийы дәрәжәһендә Бендераларға китә[6]. Бендераларҙы алған саҡта, 1770 йылдың 27 сентябрендә, генерал Петр Панин етәкселегендә хорунжий Пугачёв та батырлыҡ күрһәтә. Ғәскәрҙәрҙе ҡышҡы ваҡытта Елисаветградҡа алып килгәндән һуң Пугачёв ауырып китә («һәм…уның күкрәге һәм аяҡтары серей»)[7]. Полковник Кутейников уны аттарҙы алмаштырыу өсөн йөҙ казактан торған команда менән Донға ҡайтара. Ауырыуы сәбәпле Пугачёв кире бара алмай, шуға күрә ул үҙенең урынына алмаш яллай — «Глазуновской станицы (на реке Медведице) казака Бирюкова, коему он за то дал 2 лошади с седлами, саблю, бурку, зипун синей, харч всякой и денег 12 рублев». Үҙе ғәскәри баш ҡалаһы булған Черкасскка үҙенә отставка юлларға китә.

Дондан ҡасыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пугачёвҡа отставка бирмәйҙәр, лазаретта йәки үҙ аллы дауаланырға тәҡдим итәләр, Пугачёв үҙе дауаланырға була. Апаһы Феодосияны күрер өсөн ул Таганрогка бара, унда еҙнәһе Симон Павлов иптәштәре менән хеҙмәттән ҡасырға йөрөүе тураһында белеп ҡала һәм уға ярҙамлашырға була. Павловтың тотолғанынан һуң Пугачёв йәшенеп йәшәргә мәжбүр була, уны бер нисә мәртәбә тоталар, әммә ул ҡаса. 1771 йылдың декабрендә Терекка барып етә, унда казактар араһында күҙ яҙлыҡтырырға өмөтләнә[8]. Терский линияһы атаманы уны Каргалинский станицаһына казак итеп, һуңғараҡ — Ищерский станицаһына тәғәйенләй. Ведомостә уның тураһында «Емельян Пугачёв письменного вида не имеет. Донского войска. Желает в семейном войске быть казаком» — тип яҙылған.

Яңы булдырылған Терек линияһын нығытыу өсөн хөкүмәт тарафынан мәжбүри рәүештә күсерелгән Дон һәм Волга казактары күсерелеү һәм яңы хеҙмәт урыны шарттары менән бик ныҡ ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтәләр. 1772 йылдың февралендә Ищерский, Галюгаевский һәм Наурский станицаларының казактары Хәрби коллегияһына ялыу менән делегация ебәрергә хәл итә, Емельян Пугачев барырға теләк белдерә. Казактарҙан 25 һум алып, Пугачёв 1772 йылдың 8 февралендә уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн юлға сыға, иң башта ул Моздокта аҙыҡ-түлек һатып ала, әммә ҡаланан сыҡҡан саҡта ҡулға алына. Тикшереү ваҡытында Пугачёв Дондан ҡасыуын таный, әммә 13 февралдә ҡараул һалдаты Венедикт Лаптевты күндереп, һаҡ аҫтынан ҡасыуға өлгәшә.

Донда Пугачёв ҡабаттан тотола һәм Черкасскиға оҙатыла. Цимлян станицаһы аша үткән саҡта Пугачёвтың Пруссия походы буйынса хеҙмәттәше Худяков, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, ҡотҡарып алып ҡала һәм уны Черкасскиға улы оҙатып барыуына рөхсәт ала. Шул уҡ ваҡытта Худяков улына Пугачёвты ебәрергә ҡуша, сөнки йәше бәләкәй булыуын иҫәпкә алып, уға яза бирмәҫтәренә ышана.

Раскольниктар араһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Польшаға ҡасҡан раскольниктарҙың маршруты менән барып, Пугачёв Ковсуг (Койсуха) йылға буйындағы раскольниктар- старообрядсылар ауылдарында булып китә, һуңынан Кабаний биҫтәһенә (хәҙер Луганск өлкәһенең Краснореченск ҡасабаһы) килә[9] һәм бында раскольник Осип Коровка (Коровкин) менән таныша. Коровка уға Польшаға барып етеп, Сенаттың 1762 йылғы указдарына ярашлы старообрядсы сифатында Ырымбур губернаһында, Себергә йәки башҡа урынға йәшәүгә рөхсәт алырға кәңәш итә[10]. Корованың кәңәшен тотоп, Пугачв 1772 йылдың 12 авгусында Ырғыҙҙағы мәсет биҫтәһенә рөхсәт ала.

Пугачевтың автографы

Яйыҡ казактары менән осрашыу. Самозванлыҡтың башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1772 йылдың ноябрендә тәғәйен урынға барып еткәс, ул башта Введение Богородицы старообрядсылар скитында, настоятель Филаретта, йәшәй башлай. Филареттан ул Яйыҡ ғәскәрендә булып үткән болалар тураһында ишетеп ҡала. Бер нисә көндән — ноябрь аҙағы-декабрь башында Пугачёв балыҡ артынан Яйыҡ ҡаласығына сәфәргә юллана. Бында ул 1772 йылғы ихтилалда ҡатнашыусыларҙың береһе булған казак Денис Пьянов менән осраша[11]. Уның менән беренсе тапҡыр һөйләшеүҙә Пугачев ҡасып йөрөгән ихтилалысыларҙы Кубандә тупларға кәрәк тип тәҡдим итә һәм тәүге тапҡыр үҙен (бәлки, үҙе лә һиҙмәҫтән) ҡотолоп ҡалған Петр Өсөнсө тип иғлан итә. Пьянов һөйләшеү барышында Царицындағы «Петр III» телгә ала, Пугачёв уға яуап итеп: «Я-де вить не купец, а государь Пётр Фёдорович, я та-де был и в Царицыне, та Бог меня и добрыя люди сохранили, а вместо меня засекли караульного солдата, а и в Питере сохранил меня один офицер», тип белдерә. Мәсет биҫтәһенә ҡайтҡандан һуң сәфәрҙә уның менән бергә булған Филипповтың доносы буйынса[12] Пугачёв ҡулға алына һәм тикшереү үткәреү өсөн уны башта Сембергә, һуңынан 1773 йылдың ғинуарында Ҡаҙанға оҙаталар[13]. 1773 йылдың майында, үҙгәртеп ҡороу арҡаһында, тотҡонсыларҙы әленән-әле унда саҙаҡа һорар өсөн төрмәнән сығарып торалар. Ошо ваҡытта Пугачев үҙе менән бергә төрмәлә ултырған сауҙагәр Парфен Дружинин һәм ҡарауыл һалдаты Григорий Мищенков менән ҡасыу тураһында һүҙ беркетеп ҡуя. 29 майҙа улар менән айырылыша һәм 1773 йылдың август башында Пугачёв Яйыҡ ғәскәренә барып етә һәм отставкалағы һалдат Степан Оболяевтың ҡунаҡ йортонда урынлаша. Ерёмина Курица ҡушаматын йөрөткән был әҙәм менән Пугачёв һәйбәт мөнәсәбәттәрҙә була.

Ихтилалға әҙерләнеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙен ҡабаттан «император Петр Федорович» тип нарыҡлаған[14] Пугачёв бер нисә көн дауамында казактар Григорий Закладнов, Денис Караваев һәм С. Кунишников менән осраша, улар менән яңы сығыш мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып бара. Артабан Пугачёв менән Оболяев Мәсет биҫтәһенә «батша указдарын» яҙыу өсөн уҡымышлы кеше эҙләп китәләр. Мәсет биҫтәһендә уны танып ҡалалар, ә Оболяевты тотоп алалар, Пугачёв үҙе ҡасып өлгөрә һәм Таловый уметында уны көткөн Яйыҡ казактары Д. Караваев, М. Шигаев, И. Зарубин-Чика һәм Т. Мясниковтар менән осраша. Уларға ла ул «мөғжизәле ҡотолоуы» тураһында бәйән итә һәм пландары менән бүлешә. 31 августа, эҙәрләкләүҙәрҙән ҡасып, казак Кожевников утарына күсә (хәҙерге Кесе Чаган ҡасабаһы эргәһендә), шул уҡ ваҡытта уның фекерҙәштәре Яйыҡ ҡаласығына юлланалар.

Кожевников утарында, һуңынан Усихала, ихтилал пландарын тикшереү дауам итә, Яйыҡ казактары элекке 12 ғәскәри байраҡтарын алып киләләр, улар 1772 йылғы ихтилалдан һуң йәшерелеп һаҡланған, яңы байраҡтар әҙерләү өсөн туҡымалар алдырыла (ебәк, бауҙар һәм башҡалар). Указдар төҙөү өсөн уҡымышлы кеше лә табыла — 1772 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан Яков Почиталиндың улы — Иван Почиталин. Ошонда, утарҙа, Пугачев, ныҡышмалы һорашыуҙарҙан һуң, Зарубин, Караваев һәм Шигаевҡа батша булмауын сисеп һала. Зарубин быға яуап итеп барыһы исеменән : «…вить-де мне в том нужды нет: хоша ты и донской казак, только-де мы уже за государя тебя признали, так тому-де и быть», — ти[15][16][17]. Ғәскәрҙә үҙен «Петр III» исеме аҫтында йөрөтөүсе кеше килеп сығыуы тураһында хәбәр алғас, подполковник И. Д. Симонов уны тоттороу өсөн ике команда ебәрә. 8 сентябрҙә Пугачёв үҙенең көрәштәре менән Толкачёв утарына күсә. 1773 йылдың 13 сентябрендә Пугачёв казактарҙы ихтилалға ылыҡтырыу буйынса Яйыҡ ҡаласығына килгәнендә Т. Мясников йәшермәйенсә «батша» тураһында һөйләй һәм һиҙмәҫтән уның йәшенгән урынын телгә ала. 15 сентябрҙә комендант канцелярияһына ошаҡ килә, Караваев ҡулға алына, шул уҡ көндө комендант Симонов старшина М. М. Бородиндың эҙәрлекләү командаларын далаға йүнәлтә. 16 сентябрҙә Пугачёвты иҫкәртеп өлгөрәләр. Был ваҡытҡа заговорсыларҙың төп өлөшө формалаша: И. Н. Чика-Зарубин, В. С. Коновалов, И. Я Почиталин, С. А. һәм С. В. Кожевниковтар, В. Я. Плотников, А. Т. һәм К. Т. Кочуровтар, Иҙәркәй Баймеков, Т. Г. Мясников, М. А. Кожевников, Д. С. Лысов, К. И. Фофанов, Баранға Мостаев, В. А. Кшинин, Сюзюк Малаев, Ураҙгилде Аманов, Ф. А. Чибикеев, Балтай Иҙәркәев, М. В. Чернухин, П. П. Толкачев, тағы ла Яйыҡ ҡаласығында — М. Г. Шигаев, Я. Ф. Почиталин.

Ихтилал өсөн ерлек инде әҙер була: иреклеген юғалтҡан казактарҙың ризаһыҙлығы, монастырҙарҙан ерҙе тартып алғандан һуң азат ителеүҙе көткән крәҫтиәндәрҙең сыуалыштары, тау-завод крәҫтиәндәренең хәрәкәткә килеүе. Пугачёвтың Петр III булыуына казактарҙың күбеһе ышанманы, әммә уның артынан баралар. Наҙанлығын йәшерер өсөн Пугачёв манифестарына ҡул ҡуймай; айырым бер биттә «автографы» һаҡланып ҡалған, ул уны уҡымышлы көрәштәренә, «латындә» яҙылған, тип аңлатҡан.

Крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Перов, «Пугачев хөкөмө» (вариант), 1875.
Дәүләт тарих музейы (Мәскәү)

1773 йылдың 16 сентябрендә ағалы-ҡустылы Толкачевтар утарында Бударин форпосты янында ҡырҡҡа яҡын Яйыҡ казактары, ҡалмыҡтар һәм татарҙар йыйыла. Яйыҡ ғәскәрендә хуплау тапҡан Почиталин тарафынан яҙылған указ уҡып ишеттерлә. Пугачёв, Петербургҡа барып етмәйенсә, ҡағыҙҙарға ҡул ҡуя алмауына һылтанып, был указға ҡул ҡуймай. Йыйылған халыҡҡа форпостар һәм утарҙарҙа фекерҙәштәрҙе йыйыуҙы бурыс итеп ҡуйып, Пугачёв үҙе икенсе көндө Яйыҡ ҡаласығына табан юл ала.

17 сентябрҙә елберләгән байраҡтар аҫтында, юл ынғайында халыҡты йыя-йыя, 60 кешенән торған отряд походҡа юллана. 18 сентябрҙә Яйыҡ ҡаласығына етеп килгәндә отрядта 200 яҡын кеше иҫәпләнә. Тиҙ арала Чаган йылғаһы аша Д. Лысовтың отрядтары, саҡ ҡына һуңыраҡ А. Овчинниковтыҡы, ла сыға, бынан тыш ихтилалсылар ғәскәри старшина А. Витошновтың 200 кешенән торған командаһын ҡамап алалар һәм бирелергә күндерәләр. Шуға ҡарамаҫтан, ҡаланы штурмлау өсөн пугачевсыларҙың көсө етешмәй һәм 19 сентябрҙәге яңы штурмдан һуң, Пугачёв ғәскәре менән Яйыҡ буйлап үргә табан юллана. Ошо уҡ көндө Витошнов командаһынан Пугачёвты батша итеп танымаған 11 казак язалап үлтерелә.

Рубёжный форпосты янында йыйылған кругта ғәскәри поход атаманы итеп Андрей Овчинников һайлана, полковник итеп — Дмитрий Лысов, Андрей Витошновҡа есаул дәрәжәһе бирелә, Тимофей Мясников Пугачевтың шәхсән гвардия йөҙлөгөн етәкләйәсәге билдәләнә. Пугачёв, үҙе һорауҙар алған ваҡытта таныуынса, ошо мәлдән алып үҙенең армияһы менән идара итмәгән, сөнки кешеләрҙе лә, был ерҙәрҙе лә белмәгән. Казактар үҙ аллы форпостарҙа, станицаларҙа һәм утарҙарҙа ихтилалға ҡушылыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара.

20 сентябрҙә Пугачёв, үҙенән алда Овчинниковты ебәреп, киләһе көндө бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Илецк ҡаласығына барып инә һәм ғәскәренә Иван Творогов етәкләгән Илецк казак полкын да ҡушып ала. Яйыҡ линияһы ҡәлғәләрен — Рассыпной, Нижнеозерный, Татищев, Чернореченский — яулап алыу оҡшаш сценарий буйынса үтә, казактар Пугачёвҡа күсә, офицерҙар һуңғы сиккә тиклем ҡаршылашалар, иҫән-һау ҡалғандарҙы дар ағасы көтә. Татищев ҡәлғәһен алғандан һуң Пугачёвҡа комендант Елагиндың ҡыҙы Татьяна Харлова (бер көн алда уның ирен, Нижнеозерный ҡәлғәһенең коменданты З. И. Харловты аҫып ҡуялар) оҡшап ҡала. Пугачёв Татьянаны бәләкәй ҡустыһы менән бергә үҙенең арбаһына урынлаштырырға ҡуша.

3 ноябрҙә казактар, Пугачёвтың булмауы менән файҙаланып, Татьянаны һәм уның ҡустыһын атып үлтерәләр. Һуңғараҡ шулай уҡ башбаштаҡланып, улар Пугачев үҙ янында ҡалдырған бер нисә офицерҙы ла язалайҙар. Казактарҙың Пугачёв тирәһендә уға йоғонто яһарлыҡ бер кем булмаҫҡа тейеш тип һанай.

Крәҫтиән һуғышының хәрби ғәмәлдәре картаһы

Чернореченский ҡәлғәһен алғандан һуң, Пугачёвты Сәйет татар биҫтәһендә Һәм Һаҡмар ҡаласығында (унда Яйыҡ казактары хеҙмәт иткән) тантаналы рәүештә ҡаршы алалар. Сәйет биҫтәһендә мишәрҙәргә һәм башҡорттарға ҡарата указ төҙөлә, улар «батша» армияһына ҡушылырға саҡырыла һәм бының өсөн уларға алмашҡа урман һәм йылғалар, дары һәм тоҙ вәғәҙә ителә. Ихтилалға башҡорттар, татарҙар, ҡалмыҡтар ихтилалға әүҙем ҡушыла башлай. 1773 йылдың 5 октябрендә Пугачев Ырымбурға яҡынлаша, Ырымбур казактарының бер өлөшө — Бәрҙе биҫтәһе һәм Форштадт (Ырымбурҙың казак биҫтәһе) баш күтәреүселәр ғәскәренә ҡушылалар. 1774 йылдың март уртаһына тиклем дауам иткән ҡамау башлана. Ҡәлғә үрҙәрен ашығыс рәүештә нығытып һәм соҡорҙо киңәйтеп, губернатор Рейнсдорп офицерҙар менән ҡамауҙы тоторға булалар. Иң ҡурҡҡандары — казактар һәм һалдаттарҙың ихтилалсыларға күсә башлауы була.

Иҫтәлекле урын, бында 1773 йылда Емельян Пугачевтың ставкаһы урынлаша. Ырымбур, Бәрҙе биҫтәһе Бәрҙе урамы (совет ваҡытында Ихтилал урамы), 30-сы йорт
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 5610001000объект № 5610001000

Һыуыҡ төшкәс, баш күтәреүселәр армияһы үҙенең лагерын Ырымбурҙан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта булған Бәрҙе биҫтәһенә күсерә. Казак Ситниковтың алты тәҙрәле йортонда батша һарайын йыһазлайҙар — «Алтын палатаны», эс яҡтан диуарҙары алтын фольга менән йәбештерелә[18]. Ырымбур ҡамауының бөтә дауамында Пугачев Бәрҙе лагерында хәрби әҙерлектә әүҙем ҡатнаша. Яйыҡ казактары һуңынан уның пушкаларҙы һәм башҡа орудиеларҙы барыһынан да яҡшыраҡ белгәнен таныйҙар (Иван Почиталин, Т. Подуров, М. Шигаевтарҙың һорау алыу протоколдарынан), Пугачевтың ҙур хәрби тәжрибәһе булыуы раҫлана.

Үҙ аллы эшләнгән лафетта «Пугачев пушкаһы» (34-мм калибрлы, бронза, ауырлығы 51 кг)

Пугачёв 1774 йылдың ғинуар аҙағында Пугачев шәхсән үҙе Яйыҡ ҡаласығының ҡәлғәһен штурмлау өсөн килә, ҡәлғәлә хөкүмәткә тоғро ҡалған хөкүмәт гарнизоны бикләнгән була. Был ваҡытҡа атаман Толкачев Яйыҡтың түбәнге ағымында халыҡты һәм ҡоралды туплап, Яйыҡ ҡаласығын яулап ала, һуңынан уға быға тиклем Гурьевты яулаған Овчинников ҡушыла. Казактар «батшаны» үҙҙәренә нығыраҡ бәйләр өсөн Яйыҡ ҡыҙҙарынан үҙенә ҡатын алырға күндерәләр[19] Бер аҙ киреләнгәндән һуң Пугачев ризалаша. 1772 йылдың 1 февралендә Яйыҡ ҡаласығының Петропавловск сиркәүендә батша туйы уҙғарыла һәм Устинья (1772 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан Петр Кузнецовтың ҡыҙы) «батшабикә» итеп иғлан ителә. Йәштәрҙе элекке атаман А. Н. Бородиндың йортонда урынлаштыралар. Әлеге никахлашыуҙы үткәргән руханиҙар ихтилалды баҫтырыуҙан һуң вазифаларынан бушатылалар[20].

Үҙе булмаған саҡта Ырымбур гарнизоны сабауылға сығыуы тураһында белеп ҡалған Пугачев Бәрҙе биҫтәһенә кире ҡайта һәм Михаил-Архангельск соборына ер аҫты юлын эшләргә ҡуша, сөнки был соборҙа хөкүмәт гарнизоны дары һаҡлаған була.

Февраль уртаһында ул ҡабаттан Яйыҡ ҡаласығына ҡайта, ҙур ғәскәри круг үткәрелә, унда Никита Каргин — ғәскәри атамандар һәм Перфильев һәм Фофанов старшиналар итеп һайланалар. 19 февралдә Михайлов соборының манараһы шартлатыла, әммә алдан иҫкәртелеп ҡуйылған ҡәлғәнең яҡлаусылары дары запасын алып сығып өлгөрәләр, 42 кеше һәләк булыуына һәм комендант Симоновтың яраланыуына ҡарамаҫтан улар ихтилалсыларҙың һөжүмен кире ҡаға алалар.

Март айында Пугачев эргә-тирәләге ауылдарҙағы крәҫтиәндәрҙең ялыуҙарын тыңлай. Пугачёв Лысовҡа үлем менән янай. Яуап итеп, Лысов уны һөнгө менән сәнсә, Пугачёвты уның кейеменең аҫтындағы тимер күлдәге генә ҡотҡара. Килеп етешкән Почиталин Пугачевты артабанғы һөжүмдән йолоп алып ҡала. Шигаевтың үтенестәренә ҡарамаҫтан Дмитрий Лысовты Бәрҙе биҫтәһендә аҫып ҡуялар.

Хөкүмәт ғәскәрҙәре менән командованиеға А. Бибиковтың килгәненән һуң пугачевсылар бер-бер артлы яулап алынған ҡәлғәләрҙән баш ҡағып, еңелә башлайҙар. Ҡамауҙа ҡалған Ырымбурға табан ике колонна менән юлланған генералдар Мансуров һәм Голицын етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре Пугачёвты Ырымбурҙы ҡамауҙан ысҡындырырға мәжбүр итәләр. 22 мартта Татищев ҡәлғәһе янында алыш була, һуғыштың ҡаты булыуына ҡарамаҫтан, хөкүмәт яғы өҫтөнлөк ала. Пугачёв Тимофей Мясниковтың командованиеһы аҫтындағы йөҙлөгө менән ҡәлғәне ташлап сыға, унда Пугачёвтың китеүен ышыҡлап тороу өсөн Яйыҡ казактары атаманы Андрей Овчинников тороп ҡала.

Бәрҙе лагерына ҡайтып, Пугачёв казак полковниктары менән Яйыҡ ҡаласығына йырып сығырға була. Яңы алыш хәүефлеге арҡаһында пугачевсылар хөкүмәт ғәскәрҙәренән азат булған юлдарҙы эҙләйҙәр, әммә Переволоцкий ҡәлғәһе янында дошмандар менән осрашып, көнсығышҡа табан боролалар. Һөҙөмтәлә 1 апрелдә Һаҡмар ҡаласығы янында генерал Голицындың төп көстәре менән тағы ла бер алышҡа инергә тура килә һәм тағы ла бер емергес еңелеүгә дусар булалар.

Шәхси йөҙлөгөнән бер төркөм һәм башҡорттар менән Пугачёв Ташлы ауылына сигенә, Ағиҙел йылғаһы аръяғында башта Воскресенск заводына, ә һуңыраҡ Белорет заводына килә, бында ул 1774 йылдың 1 майына тиклем ҡала. А. Бибиковтың вафаты ваҡытлыса хәл алыуға булышлыҡ итә һәм ихтилалсылар яйлап үрге Уралда йыйыла, 5-6 майҙа улар Магнит ҡәлғәһен һөжүмләйҙәр, Пугачёв уң ҡулына яралана.

Уңышлы һөжүмдән һуң, Овчинников етәкселегендәге эре отрядтар, шулай уҡ Белобородов һәм Максимовтарҙың етәкселегендәге Урал крәҫтиәндәре һәм тау заводтары эшселәре Магнитныйға киләләр.

Магнитный ҡәлғәһен алғандан һуң Пугачёв юл ынғайы ғәскәрен завод крәҫтиәндәре иҫәбенә тулыландыра-тулыландыра, Ҡарағай, Петропавловский һәм Степной ҡәлғәләрҙе яулап, төньяҡ-көнсығышҡа табан юллана. 20 майҙа Троицкий ҡәлғәһе яулап алына. Әммә киләһе көнө иртә менән Пугачёвтың лагерын генерал И. А. Деколонгтың хөкүмәт ғәскәрҙәре һөжүмләй, һөҙөмтәлә ихтиллалсыларҙың ҙур өлөшө ҡыйратыла, әсирлеккә алына йәки тарҡатыла, ә Пугачёвҡа үҙе бик аҙ һанлы казактар менән Силәбенән төньяҡ-көнбайышҡа ҡасырға тура килә. Салауат Юлаев командованиеһы аҫтындағы башҡорттарҙың төп көстәре казактарға килеп ҡушылғас ҡына, хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрә һәм 3 һәм 5 июндәге алыштар Пугачёвты ҡыуып еткән И. И. Михельсонға уңыш килтермәй.

10 июндә Пугачёв Красноуфимскиа бәреп инә, артабан, Көңгөрҙө алырға маташа, әммә ҡаты ҡаршылышыуҙы осратып, көнбайышҡа борола һәм өс көнлөк алыштан һуң Уҫы ҡалаһын яулап ала.

Артабан Пугачевтың ғәскәре Каманың уң яҡ ярына сыға, 22 июндә — Рождественский заводын, 24 июндә — Воткинск заводын, 27 июндә — Ижевск заводын баҫып ала.

«Пугачев Ҡаҙанда хөкөм итә», 1931 йылғы Почта картоскаһы, ССР Союзының Революция Музейы баҫмаһы.

Ҡаҙандың төп өлөшөн һәм тирә-йүндәге биҫтәләрҙе алғандан һуң Пугачев Ҡаҙан йәшерен комиссияһы төрмәһенән 415 кешене — әсирлеккә эләккән ихтилалсыларҙы, улырҙың ғаилә ағзаларын азат итә, улар араһында үҙенең ғаиләһен дә тап итә. Е. Пугачевтың ҡатынын Ҡаҙанға 1774 йылдың 17 мартында алып килгән булғандар, бында ул йәшерен комиссияһы күҙәтеүе аҫтында төрмәлә тотола. Пугачевты Ҡара Яр аҫтында ҡулға алғанға тиклем уның ғаиләһе Пугачев менән бергә көн итә. Азат ителгәндәрҙең араһында игумен Филарет та була.

15 июлдә Ҡаҙан янында ихтилалсылар ғәскәре тулыһынса еңелә һәм Волганың уң ярына сыға. Башҡорттарҙың күпселеге Пугачевтың артынан китеүҙән баш тарта һәм Салауат Юлаев етәкселегендә Өфө яғына кире ҡайта, унда хәрби ғәмәлдәр 1774 йылдың ноябренә тиклем дауам итәләр.

Пугачевтың эргәһендә 2000-дән дә кәм кеше ҡалыуға ҡарамаҫтан, Урта Волга буйы ауылдарында һәм ҡалаларында уны һаман да тантаналы рәүештә ҡаршы алыу дауам итә.

24 августа (5 сентября1774 года И. И. Михельсон ихтилалсыларҙы Ҡара Яр янында тар-мар итә.

Әсирлеккә алыу, тикшереү һәм язалау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Емельян Пугачев төрмәлә. А. П. Пушкиндың «Пугачев болаһының тарихы» баҫмаһына ҡушылып бирелгән портрет, 1834

Солеников ватагаһы янындағы алышта еңелеүҙән һуң Е. И. Пугачёв ғәскәренең ҡалдыҡтары менән Волга буйлап көньяҡ-көнсығышҡа ҡаса һәм 25 авгусының кисендә Волганың уң яҡ ярынан Волга утрауҙарының береһенә күсә, ә унан һуң инде — Волганың һул ярына. Пугачев Аҡтүбә йылғаһын аша сыға һәм ошонда артабанғы ғәмәлдәр тураһында етди һөйләшеү була. Пугачев Волга буйлап аҫҡа табан барырға, артабан йәшерен юлдар менән Украинаға, Запорожье казактарына, йәки төркиәгә, йәки Башҡортостан, йә булмаһа Себергә китергә тәҡдим итә.

Ул әле отрядында казак полковниктарының заговоры тураһында бер нәмә белмәй. Август уртаһында уҡ һөйләшеүҙәр алып барыла башлай, заговорҙа И. А. Творогов, Ф. Ф. Чумаков, И. П. Федулев һәм тағы тиҫтә ярым казак ҡатнаша. Улар Пугачевтың тәҡдимдәрен ҡырҡа кире ҡағалар һәм, үҙ сиратында, Үҙәнгә китергә булалар. Урау юлдар менән баралар: башта Аҡтүбә ағымы буйлап, һуңынан Волганың һул ярынан Николаев биҫтәһенә тиклем, артабан — Эльтон күленә, ә инде Эльтондан — Үҙәнгә. 8 сентябрҙә барып етәләр, тап ошонда заговорсылар Пугачевты бәйләйҙәр.

Пугачев ике тапҡыр ҡасырға маташып ҡарай, әммә уңышһыҙ. Яйыҡ ҡаласығына етеп барғанда сотник Харчевтың эҙәрлекләү отряды тап була, улар Пугачевты 15 сентябрҙә ҡаласыҡҡа оҙаталар. Шул уҡ көндө унан тәүге һорау алалар, икенсе көндө — тағы ла бер һорау[21]. Тәфтишсе Маврин Пугачевтың биографияһы деталдәрен, ихтилалдың барышын һәм һуңғы өлөшөндәге план нескәлектәрен ентекле аныҡлай. Һорау үткәргәндән һуң Маврин генерал-майор П. С. Потемкинға биргән донесениеһында Пугачевтың үҙен дәрәжәле һәм ҡыйыу тотоуын билдәләп үтә. Һуңғараҡ ҡаласыҡҡа килеп еткән генерал-поручик А. В. Суворов 17 сентябрҙә самозванецтән шәхсән һорау ала, ә 18 сентябрҙә Пугачевты Сембергә алып китеү өсөн отряд булдыра һәм уны үҙе етәкләй, бының өсөн ике тәгәрмәсле арба әҙерләнә, уның өҫтөнә тар ситлек урынлаштырла. Ситлек эсендә пугачев хатта турая ла алмай.

Пугачев конвой аҫтында. Xviii быуат гравюраһы

Семберҙә Пугачевтан 2 октябрҙән 6 октябргә тиклем һорау алалар. Һорауҙарҙы генерал-аншеф граф П. И. Панин һәм йәшерен комиссия начальнигы генерал-майор П. С. Потемкин үткәрә. Бында тәүге тапҡыр Пугачевҡа ҡарата ҡаты язалау ысулдарын ҡулланалар, улар һөҙөмтәһендә ул үҙе өҫтөнән һәм ҡайһы бер уға таныш булған раскольниктар өҫтөнән һөйләй. Һуңынан, Мәскәүҙә, был һүҙҙәренән кире ҡайта. Шул уҡ ваҡытта, хатта язалау аҫтында ла, Пугачев ихтилалға сит ил дәүләттәренең йәки дворяндарҙың ҡағылышы булыуын инҡар итә[22].

26 октябрҙә Пугачевты Семберҙән Мәскәүгә оҙаталар, конвойҙа бер нисә пушка менән пехота ротаһы була. 4 ноябрҙең иртәһендә Пугачевты конвой командаһы Мәскәүгә еткерә, уны Ҡытай-ҡаланың Воскресенский ҡапҡалары янындағы Аҡса һуғыу йорто (Монетный двор) бинаһының подвалына урынлаштыралар. Пугачев менән бергә тере ҡалған ихтилалда ҡатнашыусыларҙы һәм Пугачев алдағы һорауҙарҙа телгә алған кешеләрҙе алып барып еткерәләр. Тикшереү Сенат йәшерен экспедицияһының махсус тикшереү комиссияһы тарафынан алып барылды, уның составында Мәскәү губернаторы, генерал-аншеф кенәз М. Н. Волконский, Йәшерен экспедицияның обер-секретары И. Шешковский һәм генерал-майор П. С. Потемкин булалар. Императрица Екатерина II тикшереү барышы менән бик йәнле ҡыҙыҡһына, һорауҙарҙың йүнәлештәрен күрһәтә. Шулай уҡ уны төп ғәйепләнеүселәрҙең һаулығы ҡаҡшауы борсой, язалауға тиклем үлеп ҡуйыуҙарынан ҡурҡа: «Весьма неприятно бы было её величеству, если бы кто из важных преступников, а паче злодей Пугачёв от какого изнурения умер и избегнул тем заслуженного по злым своим делам наказания, тем более, что П. С. Потёмкин по приезде в Москву гораздо слабее его нашёл против того, каков он из Симбирска был отправлен».

"Мәскәүҙә Емелька Пугачевты язалау «. Литография (1865)

1774 йылдың 19 декабрендә Екатерина Икенсенең манифестына ярашлы суд составы раҫлана. Хөкөм сығарыусылар итеп 14 сенатор, 11 тәүге өс класс персоналары, Синодтың 4 ағзаһы һәм 6 коллегия президенттары тәғәйенләнә.

Процесс барышын күҙәтеү өсөн генерал-прокурор Вяземский тәғәйенләнә. Судтың тәүге ултырышы 30 декабрҙә Кремль һарайының Трон залында уҙғарыла. 31 декабрҙә иртә менән Пугачевты судҡа алып киләләр. Тубыҡландырылған Пугачев алдан әҙерләп ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә һәм суд ошондай ҡарар ҡабул итә: „Емелька Пугачев дүрткә айырырға, башын ҡолғаға ултыртырға, кәүҙәһенең башҡа өлөштәрен ҡаланың дүрт яғына алып барып, тәгәрмәстәргә һалырға һәм үртәргә“. Пугачев менән бергә дүрткә ботарлауға Афанасий Перфильев та хөкөм ителә. Тағы ла өс кеше — М. Шигаев, Т. Подуров һәм В Торнов — аҫыуға, ә И. Зарубин — башын киҫеп алыуға хөкөм ителә. Чика-Зарубинды Өфөлә язаларға тейеш булалар, сөнки ул Өфөнө ҡамауҙа тотҡан. Суд ағзадлары булғаны руханиҙар приговор менән риза булһалар ҙа, үлем язаһына ҡул ҡуйыуҙан тыйылып торалар»[23].

Шәмбе көнө, 1775 йылдың 21 ғинуарында, Мәскәүҙә Болотный майҙанында халыҡтың күпләп йыйылған ерҙә язалау башҡарыла. Пугачёв үҙен лайыҡлы тота, ҡалҡыу урынға сыҡҡас, Кремль соборҙарына ҡарап суҡына, дүрт яҡҡа баш эйеп, ғәфү үтенә: «Прости, народ православный». Дүрткә ботарлауға хөкөм ителгән Е. И. Пугачёвҡа һәм А. П. Перфильевҡа палач, батшабикәнең теләге буйынса, башта башын сабып өҙә. Бер нисә минуттан палач сабып алынған башты халыҡҡа күрһәтә, ә кәүҙәһенең ҡалған өлөштәре тәгәрмәстәрҙә беркетелә. Перфильевты язалау Рәсәйҙәге иң аҙаҡҡы рәсми рәүештә башҡарылған дүрткә ботарлау була.

Пугачёвты язалағандан һуң уның бөтә туғандары фамилияларын Сычёв тип алмаштыралар, Зимовей станицаһы Потёмкинская тип үҙгәртелә.

Пугачёвтың беренсе ҡатынын Софья Дмитриевнаны һәм уның балаларын Трофимды, Аграфенаны һәм Христинаны, шулай уҡ икенсе ҡатыны — Устинья Петровнаны (Кузнецованы) Кексгольм ҡәлғәһенә тотоуға хөкөм итәләр[24].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышының 200 йыллығына арналған СССР-ҙың Почта маркаһы, Е. И. Пугачёв, 1973, 4 тин (ЦФА 4282, Скотт 4125)
  • Е. Пугачёв музей — йортоҠаҙағстандың Уральск ҡалаһында
  • Е. Пугачёв хөрмәтенә Һарытау өлкәһендә ҡалаға Пугачев исеме бирелгән
  • Е. Пугачёв хөрмәтенә Удмуртияла бер ҡасабаға Пугачево исеме бирелгән
  • Тверь, Санкт-Петербург, Саранск, Йошкар-Ола һәм башҡа ҡалаларҙа Пугачев урамдары бар.
  • Саранскиҙа Пугачёв хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған
  • Пугачёв имәне — «Кленовая Гора» массивы территорияһындағы Марий Чодра милли паркындағы имән. Риүәйәткә ярашлы, 1774 йылда Ҡаҙан тирәһендә еңелеүгә дусар булғас, Пугачев әлеге имән башына менеп, ут ялмаған Ҡаҙанды күҙәткән.
  • Магнитогорск ҡалаһындағы тау.
  • Силәбелә Пугачёв тауы

Музыка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рок-опера «Емельян Пугачёв» — ВИА «Ариэль», Сергей Есениндың «Пугачёв» поэмаһы мотивтары буйынса, Валерий Ярушин музыкаһы, Валерий Яшкин либреттоһы (1978)[25].

Пугачев образы — кинофильмдарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Борис Тамарин (Капитан ҡыҙы, 1928)
  • Константин Скоробогатов (Пугачёв, 1937)
  • Михаил Болдуман (Салават Юлаев, 1941)
  • Арут Вартан (Мюнхгаузен / Munchhausen, Германия, 1943)
  • Ван Хефлин (Буря / La tempesta, Италия, 1958)
  • Сергей Лукьянов (Капитанская дочка, 1959)
  • Джеймс Меллор (Екатерина Великая / Catherine the Great, Англия, 1968)
  • Владимир Самойлов (Капитан ҡыҙы, 1976)
  • Евгений Матвеев (Емельян Пугачёв, 1978)
  • Джон Рис-Дэвис (Екатерина Бөйөк / Catherine the Great, 1995)
  • Владимир Машков (Урыҫ болаһы, 1999)
  • Иоанн Ионеску (Екатерина Бөйөк / Catherine the Great, Англия, 2005)
  • Владимир Маслаков (Мушкетёрҙар Екатерины, 2007)
  • Ленар Ахметвалеев (Кинйә Абыҙ, 2007)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118742922 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Yemelyan Ivanovich Pugachev
  4. Рознер И. Г. Казачество в крестьянской войне 1773—1775 гг. — Львов, 1966. — С. 25.
  5. Мауль В. Я. Емельян Пугачёв и его жёны (К вопросу о гендерной проблематике русского бунта) // Клио. — СПб.: OOO «Полторак», 2012. — № 11 (71). — С. 99—102. — ISSN 2070-9773.
  6. «В которой поход и я в полку Кутейникова во второй сотне хорунжим был послан» — Протокол показаний Е. И. Пугачева на допросе в Яицкой секретной комиссии
  7. Мауль В. Я. Загадка болезни Е. И. Пугачева (об одном казусе из предыстории русского бунта XVIII столетия) // Вестн. Том. гос. ун-та, 2014.
  8. Протокол показаний Е. И. Пугачёва на допросе в Моздокской комендантской канцелярии
  9. История Городов и Сел на сайте igsu.org.ua
  10. Протокол показаний Е. И. Пугачёва на очной ставке с О. И. Коровкой
  11. Протокол показаний Е. И. Пугачёва на допросе в управительской канцелярии Малыковской дворцовой волости. 18 декабря 1772 г.
  12. Малыковских управительских дел земский Трофим Герасимов и Мечетной слободы смотритель Федот Фадеев и сотник Сергей Протопопов в бытность его в Мечетной слободе письменно объявили: Мечетной слободы крестьянин Семен Филиппов был в Яицке за покупкою хлеба, а ехал оттуда с раскольником Емельяном Ивановым. Сей в городке Яицке подговаривал казаков бежать на реку Лобу, к турецкому султану, обещая по 12 рублей жалованья на человека, объявляя, что у него на границе оставлено до 200 тысяч рублей да товару на 70 тыс., а по приходе их паша-де даст им до 5 миллионов. Выписки А. С. Пушкина из архивных дел к «Истории Пугачёва»
  13. Протокол показаний Е. И. Пугачева на допросе в Казанской губернской канцелярии. 7 января 1773 г.
  14. Пётр III Манифестом 1762 года освободил дворян от обязанности несения военной службы. В глазах широких масс крестьянства это означало исчезновение обоснования для крепости, так как в народе было распространено мнение, согласно которому обязанностью дворян было служение государю, а обязанностью крестьян — обеспечение этой возможности дворянам работой на своей земле (парадигма «Земля — наша, мы — господские»). Согласно народным поверьям, следующим манифестом Пётр III собирался отменить крепостное право, но не успел из-за дворцового переворота. Любой лидер, назвавшийся чудом выжившим Пётром III, вызывал в народных массах огромную симпатию.
  15. Протокол показаний Е. И. Пугачёва на допросе в Яицкой секретной комиссии. 16 сентября 1774 г.
  16. Протокол показаний Е. И. Пугачёва на очной ставке с И. Н. Зарубиным, М. Г. Шигаевым и Д. К Караваевым
  17. Лимонов Ю. А., Мавродин В. В., Панеях В. М. Пугачёв и его сподвижники. — Л., 1965. — С. 16.
  18. Самозванец жил в доме берденскаго жителя Ситникова, так как етот дом был из лутчих и назывался дворцом государевым, у котораго на крыльце всегда непременной стоял караул, состоящей из выбранных нарочно для сего лутчих яицких казаков, дватцати пяти человек… Покой у него был обит вместо обоев шумихою, по стенам зеркалы и портрет государя цесаревича Павла Петровича… Показания Т.Мясникова на допросе в Оренбургской секретной комиссии
  19. В ту его в Яицком городке бытность бывшие с ним в том городке толпы его главные способники Авчинников, Никита Каргин, Семен Коновалов, Денис Пьяной, Михаила Толкачов говорили ему, чтоб он, Емелька, женился казака Петра Михайлова сына Кузнецова на дочере девке Устинье: «она-де девка изрядная и постоянная». И он, Емелька, говорил, что ему женитца еще время не пришло. И оные сваты ему говорили ж: «Ты-де как женисся, так-де войско Яицкое все к тебе прилежно будет». И он… согласился… И потом, на другой день, он на той девке женился, и венчали его в яицкой церкве именем не Емелькиным, а государем покойным Петром Федоровичем; да и Устинью в церкве поп поминал императрицей. Протокол показаний Е. И. Пугачева на допросе в Московском отделении Тайной экспедиции Сената
  20. Шесть священников в Яицком городке, не исполнившие не только долгу по званию своему в увещевании смущенного народа, но явно сами прилепившиеся к сонмищу злодеев во время когда злодей Толкачов осаждал яицкий ретрашамент, …богоненавистное производили служение: поминая злодея именем Петра Третьего, …венчали изверга человеческого рода Пугачева с Устиньей, называя их императорскими титлами, …за все оные преступления повелел я объявить их вину всенародно, заклепать их в оковы и по порядку вины и сентенции представить. Из донесения П. С. Потемкина к графу Г. А. Потемкину
  21. Протокол показаний Е. И. Пугачёва на допросе в Яицкой секретной комиссии
  22. Протокол допроса Е. И. Пугачёва в следственной комиссии в Симбирске
  23. Сентенция, 1775 года января 10. О наказании смертною казнию изменника, бунтовщика и самозванца Пугачёва и его сообщников. — С присоединением объявления прощаемым преступникам. Манифесты и Указы, относящиеся к пугачёвскону бунту. ekaterina2.com. Дата обращения: 22 июнь 2014. 2016 йыл 26 август архивланған.
  24. А понеже ни в каких преступлениях не участвовали обе жены самозванцевы, первая Софья, дочь донского казака Дмитрия Никифорова, вторая Устинья, дочь яицкого казака Петра Кузнецова, и малолетные от первой жены сын и две дочери, то без наказания отдалить их, куда благоволит Правительствующий сенат
  25. Ариэль песни. Валерий Ярушин. Дата обращения: 9 октябрь 2014.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Из архива Пугачёва (манифесты, указы и переписка). — М. — Л.: Государственное издательство РСФСР, 1926. — Т. I. — 292 с.
Из следственных материалов и официальной переписки. — М. — Л.: Государственное издательство РСФСР, 1929. — Т. II. — 494 с.
Из архива Пугачёва. — М. — Л.: Соцэкгиз, 1931. — Т. III. — 528 с.
  • Емельян Пугачёв на следствии. Сборник документов и материалов / Сост. Овчинников Р. В., Светенко А. С. — М.: Языки русской культуры, 1997. — 464 с. — 2000 экз. — ISBN 5-7859-0022-X.
  • Р. В. Овчинников. Манифесты и указы Е. И. Пугачева. — М.: Наука, 1980. — 280 с. — 5550 экз.
  • Р. В. Овчинников. Следствие и суд над Е. И. Пугачёвым и его сподвижниками. — М.: Российская академия наук, Ин-т российской истории, 1995. — 272 с. — 500 экз.

Нәфис әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]