Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй Федерацияһы

Федераль именлек хеҙмәте
(ФСБ России)

FSB.svg
Федераль именлек хеҙмәте эмблемаһы
Flag of FSB.svg
Федераль именлек хеҙмәте флагы
Дөйөм мәғлүмәт
Бойһоноусылар Рәсәй Президенты
Юғары идара Рәсәй Президенты
Штаб-квартира Мәскәү, Лубянка майҙаны, 2
Директор Александр Васильевич Бортников
Сайт
www.fsb.ru
Мәскәүҙең Лубянка майҙанында
Рәсәй Федераль имәнлек хеҙмәте урынлашҡан бина

Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте (урыҫ. Федеральная служба безопасности Российской Федерации) — Рәсәй башҡарма федераль власының туранан-тура Рәсәй Президентына буйһонған дәүләт органы. Рәсәйҙең дәүләт именлеген тәьмин итеүсе махсус хеҙмәт. Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошҡа ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм эшләнгәндәрен асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡи базаһын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Рәсәй Федерацияһының «Федераль именлек хеҙмәте тураһында»ғы Законы (1995) тәшкил итә.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт именлеге органдарының төп бурыстары:

  1. Рәсәй Федерацияһының директив органдарын дәүләт именлегенә янаған хәүефтәр тураһында иҫкәртеү;
  2. сит илдәрҙең махсус хеҙмәттәре һәм ойошмаларының, айырым кешеләренең разведкалау һәм башҡа төр эшмәкәрлеген асыҡлау, иҫкәртеү һәм булдырмау;
  3. терроризм һәм диверсия эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш алып барыу;
  4. дәүләт власы органдары менән берлектә ойошҡан енәйәтселеккә, коррупцияға, контрабандаға, енәйәтсел килемдәрҙе легалләштереүгә, халыҡ миграцияһына ҡағылышлы закон боҙоуҙарға, ҡорал, һуғыш припастары, наркотик һәм психотроп матдәләр, мәғлүмәтте йәшерен юл менән алыу өсөн ҡулланыла торған техник саралар әйләнешенә ҡаршы көрәшеү;
  5. көс ҡулланып, конституцион ҡоролошто үҙгәртеү, власты баҫып алыу йә ҡулда тотоу маҡсатын ҡуйған ҡораллы фетнәләрҙе ойоштороуға ҡаршы тороу;
  6. үҙ вәкәләттәре сиктәрендә дәүләт серенә индерелгән мәғлүмәттәрҙе һаҡлау;
  7. Рәсәй Федерацияһы именлеге, уның иҡтисады, фәнни техник һәм оборона потенциалын күтәреү мәнфәғәттәрендә үткәрелеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа дәүләт власы органдарына булышлыҡ итеү һ.б.

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы (урыҫ. Управление ФСБ России по Республике Башкортостан) — Рәсәй Федерацияһы федераль именлек хеҙмәтенең территориаль органы. Дәүләт именлеге органдары дәүләттең хоҡуҡ һаҡлау системаһының өлөшө булып тора.

2011 йылдан алып Федераль именлек хеҙмәте һәм башҡа федераль органдарҙың территориаль идаралыҡтары вәкилдәре Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы Коллегияһы составына индерелә ала. Был турала закон проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 2011 йылда Бюджет, һалым, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында хуплап сыҡты.

Башҡортостан дәүләт именлеге органдарының тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда тарихтары 1918 йылдың 17 мартынан башлана: был көндә ВЧК (Всероссийская Чрезвычайная комиссия) составында Өфө губернияһының Ғәҙәттән тыш комиссияһы (Уфимская губЧК) ойошторолған.

Уның рәйесе итеп Петр Зенцов тәғәйенләнә.

1919 йылда Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс, ул саҡтағы Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә БашЧК эшләй башлай.

Уның етәксеһе Әхмәҙулла Биишев була.

Был ваҡытта башлап ВЧК органдарының функциялары һиҙелерлек киңәйтелә: улар разведка, сәйәси эҙләнеү, шпиондар һәм советтарға ҡаршы подполье менән әүҙем көрәш ойоштора.

1922 йылдың 6 февралендә ВЧК органдары РСФСР Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Дәүләт сәйәси идаралығы (Государственное политическое управление при НКВД РСФСР) итеп үҙгәртелә.

Шул уҡ йылда, Өфө губернияһы БАССР составына ингәс, ике именлек органы бергә ҡушыла, һәм БашГПУ-ға әйләнә.1923 йылдың 2 ноябрендә ГПУ органдары СССР Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Берләштерелгән Дәүләт Сәйәси Идаралығы (Объединенное Государственное Политическое Управление (ОГПУ) при СНК СССР итеп үҙгәртелә.

1934 йылдың 1 июлендә ОГПУ-ның исеме Главное управление госбезопасности (ГУГБ) при НКВД СССР булып китә.

Быға бәйле республиканың именлек органдары атамаһы ла алмашынып тора. Был йылдарҙа республика именлек органдарын етәкләүселәр:

Өфө Губерния Ғәҙәттән тыш комиссияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. П. И. Зенцов (04-07.1918),
  2. А. П. Павлуновский (12.1918-04.1919),
  3. Н. А. Долгирев (06-07.1919),
  4. С. Т. Галкин (07.1920-07.1922),
  5. А. Е. Белогуров (07.1922-1923).

Башҡортостан өлкә Ғәҙәттән тыш комиссияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. А. А. Биишев (03-06.1919),
  2. С. Ш. Мурзабулатов (06.1919-01.1920),
  3. Ф. Н. Тухватуллин (03-05.1920),
  4. С. С. Лобов (06-12.1920),
  5. И. Д. Каширин (12.1920-04.1921),
  6. П. В. Гузаков (04-10.1921),
  7. Н. Л. Волленберг (12.1921-04.1923),
  8. А. С. Ермолаев (05.1923-12.1926),
  9. В. И. Музыкант (12.1926-02.1928),
  10. Н. А. Извеков (02.1928-04.1929),
  11. Н. П. Зеликман (04.1929-1930),
  12. М. С. Погребинский (1930—1934).

БАССР Эске эштәр ХК-һы (БАССР ДИХК-һы) халыҡ комиссарҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Н. П. Зеликман (1934—1937),
  2. С. А. Бак (04-09.1937),
  3. А. А. Медведев (09.1937-1938),
  4. А. Г. Соколов (1939—1945),
  5. Д. Р. Быков (06.1945-1946).

БАССР ДИМ-ы министрҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Д. В.Ҡасимов (1946—1953),
  2. К. Ф. Фирсанов (1953—1954).

БАССР КГБ-һы рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. П. П. Матвиевский (1954 й. алып),
  2. В. Г. Соколов (1956 й. алып),
  3. Я. П. Никулькин (1961 й. алып),
  4. Г. А. Нагорный (1962 й. алып),
  5. А. П. Рагозин (1967 й. алып),
  6. А. Н. Лебедев (1969 й. дек. алып),
  7. И. А. Маркелов (1970 й. алып),
  8. Л. Н. Чириков (1974 й. июненән алып),
  9. В. Г. Мищенко (1979 й. дек. алып),
  10. В. А. Поделякин (1987 —91).

Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль именлек хеҙмәте идаралығы начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В. П. Наумов (1991 йылдын июненән алып)
  2. В. В. Евтушенко (1997 йылдын алып)
  3. И. В. Черноков (2002 ылдын мартынан алып)
  4. В. Н. Палагин (2008 йылдын алып)
  5. Гайденко Олег Николаевич (2013 йылдың октябрь айынан)

Етәксе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гайденко Олег Николаевич, Генерал-майор. 1967 йылда Ростов өлкәһендә тыуған.

2011—2013 йй.

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау өлкәһе буйынса Идаралығы начальнигы.

2013 йылдын октябрь айынан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы начальнигы.

Контакттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Крупская урамы, 19

Телефон: 8(3472) 72-99-44

«Ышаныс» юл: 8 (3472) 73-73-72

e-mail: ufsb@fsb.ru

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль именлек хеҙмәте идаралығы
  2. "Биатлон"да саңғы буйынса Рәсәй федераль именлек хеҙмәте чемпионаты старт алды
  3. Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһына Федераль именлек хеҙмәте вәкиле инде