Эстәлеккә күсергә

Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 25 июнь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 18 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Октябрь Революцияһы ордены

Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (25 июнь 1908 йыл — 18 июнь 1971 йыл) — Башҡортостан инженер-электригы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958)[1].

Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы 1908 йылдың 25 июнендә Өфө губернаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Мөҡсин ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Районда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Мәскәү электр-машиналар төҙөү институтына уҡырға инә. 1933 йылда институтты тамалап сыға һәм тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайтып, Өфө Үҙәк электр станцияһында прораб, баш инженер урынбаҫары, баш инженер булып эшләй. 1936—1938 йылдарҙа Өфө моторҙар заводының баш энергетигы була. 1939—1954 йылдарҙа Өфө 20-се заводының баш инженеры. 1955—1957 йылдарҙа Өфө ТЭЦ-2 ойошмаһының директоры. 1958—1960 йылдарҙа һәм 1958—1971 йылдарҙа «Башкирэнергоның» район энергетика идаралығының идарасыһы. 1961—1963 йылдарҙа Башҡортостан совнархозы рәйесенең урынбаҫары. Был вазифаларҙа эшләү дәүерендә М. С. Рәжәпов Салауат һәм Күмертау ТЭЦ-тарында еүешлеге зур башҡорт һоро күмерен яндырыу технологияһын үҙләштереүгә һәм камиллаштырыуға тос өлөш керетә. Уның етәкселеге аҫтында Бекетовола 500 кВ ҡеүәтле подстанция һәм Бөгөлмә— Бекетово——Златоуст юғары электр линияһы эксплуатацияға тапшырыла. Рәжәпов шулай уҡ Ҡарман ГРЭС-ын төҙөүҙең инициаторы була. М. С. Рәжәповтың исеме менән 1982 йылда Өфөнөң ТЭЦ-2 предприятиеһы аталған. Республиканы электр энергияһы менән тәьмин итеүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн М. С. Рәжәпов Октябрь революцияһы ордены (1971), «Почёт Билдәһе» ордены (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) менән бүләкләнгән.

БАССР Юғары Советының 6-сы саҡырылыш депутаты.

1971 йылдың 21 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958)

Октябрь Революцияһы ордены (1971)

«Почёт Билдәһе» ордены (1945)

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[3][4]

  • Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.