Камалетдинов Мотаһар Мирхәйҙәр улы
Мотаһар Мирхәйҙәр улы Камалетдинов | |
Дин: | |
---|---|
Титул: | |
Осор: |
1936 |
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: |
Яңы Атйетәр ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Кешәнне ауылы) |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: | |
Ил: |
Мотаһар Мирхәйҙәр улы Камалетдинов (1875—1938) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1936).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камалетдинов Мотаһар Мирхәйҙәр улы 1875 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Атйетәр ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы Кешәнне ауылында) тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].
Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Ҡыйышҡы мәҙрәсәһен тамамлай. 1904 йылда Иҫке Ҡыйышҡы ауылының имам-хатибы итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта мәҙрәсә мөҙәрисе вазифаһын башҡара[2].
Дини белем биреү һәм исламды модернизацилау мәсьәләләре буйынса ҡәҙимселек йүнәлеше яҡлы була. Шәфҡәтлелек менән шөғөлләнә, Беренсе донъя һуғышы осоронда фронт өсөн иғәнә йыйыуҙа ҡатнаша. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда монархия яҡлы була, Аҡтар хәрәкәтен хуплап сығыш яһай[2].
1928 йылда контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп һөргөнгә ебәрелә. 1933 йылдан Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе — мөфтөй Мөтиғулла Ғатауллиндың урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1936 йылдан — Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө итеп һайлана.
1936 йылдың 22 октябрендә Мотаһар Камалетдинов ҡулға алына. 1938 йылдың 17 июлендә атыла. 1956 йылдың 21 декабрендә аҡлана[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Камалетдинов Мутагар Мирхайдарович // Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан . «Жертвы политического террора в СССР». Дата обращения: 25 сентябрь 2015.
- ↑ 2,0 2,1 Юнысова А. Б. Камалетдинов Мотаһар Мирхәйҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса дин эшмәкәрҙәре
- 1875 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Ауырғазы районында тыуғандар
- 17 июлдә вафат булғандар
- 1938 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡортостан меценаттары
- Мәҙрәсә мөҙәристәре
- Башҡортостанда репрессияланғандар
- Мөфтөйҙәр
- Башҡорт дин әһелдәре