Бәхти Ғайсин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бәхти Ғайсин
Бахти Миниярович Гайсин.jpg
Төп мәғлүмәт
Тыуған

24 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны Кешәнне ауылы

Үлгән

5 октябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (61 йәш)

Үлгән урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

аккордеонсы

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Ғайсин Бәхти (Бәхтиғәни) Миңлейәр улы (24 ғинуар 1930 йыл5 октябрь 1991 йыл) — музыкант-аккордеонсы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1986), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1962) артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бәхти Ғайсин 1930 йылдың 24 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны 1‑се Яңы Атйетәр[1] ауылында тыуған.

1953 йылда Өфө музыка училищеһының халыҡ инструменттары бүлеген тамамлай.

1953—1961 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында концертмейстер булып эшләй. Театрҙа эшләгән ваҡытта ул спектаклдәргә көйҙәр, йырҙар яҙа.

1961 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына күскәс, ижади эше әүҙемләнеп китә. Был йылдарҙа ул халыҡ яратҡан, йөрәккә үтеп инерҙәй лирик йырҙар менән бер рәттән шаян йырҙар ҙа ижад итә. Тормош иптәше Фәриҙә Ҡудашева менән 30 йыл ғүмер кисерәләр.

1991 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Бәхти Ғайсин йырҙары:

  • «Ике аҡҡош» (Хәсән Баян шиғыры)
  • «Ниңә гелән иркәм» (Шәриф Бикҡол шиғыры)
  • «Бөгөлә ҡайын» (Шәриф Бикҡол шиғыры)
  • «Яҙғы урман» (Назар Нәжми шиғыры)
  • «Ҡайтыһың шикелле» (Хәсән Туфан шиғыры)
  • «Һөйләгәндәр һөйләһендәр» (Әнғәм Атнабаев шиғыры)
  • «Ҡара мыйыҡ» (Гөлшат Зәйнәшева шиғыры)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]