3 февраль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
3 февраль | |
![]() |
3 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 34-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 331 көн ҡала (кәбисә йылында 332).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Вьетнам: Коммунистар партияһы ойошторолған көн.
Мозамбик: Геройҙар көнө.
Таиланд: Ветерандар көнө.
Япония: Сэцубун — япон календары буйынса Яңы йыл.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1014 йыл: Харальд Свенсон Дания короле итеп иғлан ителә.
- 1451 йыл: Мәхмәт II Фәтих икенсе тапҡыр Ғосман империяһы солтаны була.
- 1565 йыл: Иван Грозный опричнина ойоштора.
- 1783: АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышы: Испания АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1830: Рәсәй империяһы, Бөйөк Британия һәм Франция Лондон протоколына ҡул ҡуйып, Грецияның Ғосман империяһынан бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1867: Муцухито Япония императоры була (Император Мэйдзи).
- 1930: Гонконгтағы конференцияла Вьетнам Коммунистар партияһын ойошторолоуын иғлан итә.
- 1940: Башҡортостан АССР-ының Урман сәнәғәте халыҡ комиссариаты ойошторола.
- 1940: Мәсәлим Вәлиев ижад иткән тәүге башҡорт операһы «Һаҡмар»ҙың премьераһы була.
- 1958: Гаагала Бельгия, Нидерланд һәм Люксембургтың иҡтисади берлеге Бенилюкс төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1966: «Луна-9» планета-ара автоматик станцияһы Айға төшөп, был планета панорамаһын Ергә тапшыра.
- 1969: Ҡаһирәлә Фәләстин милли конгресында Фәләстинды азат итеү ойошмаһы етәксеһе итеп Ясир Арафат һайлана.
- 1972: Саппорола XI ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
- 1976: Мозамбиктың баш ҡалаһы Лоуренсу-Маркеш исеме Мапуту тип алмаштырыла.
- 1991: Итальян коммунистар партияһы эшмәкәрлеген туҡтата.
- 1994: Рәсәй Федерацияһы һәм Грузия араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1995: Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡурған өлкәһе араһында Гуманитар сферала хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы (1960), ғалим-хирург, юғары мәктәп эшмәкәре. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан — дөйөм хирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы, 2011—2015 йылдарҙа — университеттың дауалау эштәре буйынса проректоры, 2015 йылдан — Яңы медицина технологиялары ғилми-тикшеренеү инстиуты директоры. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006), медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Солодилова Наталья Зиновьевна (1960), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1982 йылдан Мәскәү технология институтының Өфө филиалы (артабан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан — университет ректоры, 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты директоры. Иҡтисад фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғүмәрова Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы (1921—28.07.1996), малсылыҡ алдынғыһы. 1938—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының быҙау ҡараусыһы. РСФСР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы һәм БАССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Нинель Юлтыева (1926—23.11.2014), СССР балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы.
- Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы (1961), музыка белгесе, педагог‑методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) Композиторҙар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2018).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чемерис Алексей Викторович (1957) — ғалим-биохимик. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәрипов Әмир Усман улы (1933—3.09.2007), ғалим-тау инженеры, 1991—2003 йылдарҙа Көнбайыш Себер тәрән разведка быраулау технологияһы ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструктор институты директоры. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1993), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996). Рәсәй Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы (1948), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1997—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Төбәктәр һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2008).
- Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (1948), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтиадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005), профессор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2003).
- Шәүәлиев Рәүил Рәшит улы (1958), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Табанлыкүл ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ахунйәнов Әнүәр Мәхмүт улы (1914—19.05.1986), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Филология фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Татар АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһынан.
- Әмиров Нәҡи Сәбиғйәр улы (1929—29.09.2014), хужалыҡ, совет һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1980—1987 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1977) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2005).
- Голиков Владимир Дмитриевич (1939), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Аксёнов ауылынан.
- Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы (1959), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).
- Акимова Венера Сәлим ҡыҙы (1954), врач. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы (2003), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән Мәсетле районының Яңы Тормош ауылынан.
- Муллагилдин Ришат Усман улы (1969), архитектор. 1999 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Өфөләге Торатау Конгресс-холы бинаһы проекты авторы (япон архитекторы Киоказу Араи менән берлектә). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) һәм Японияның «AIDA Awards» милли премияһы (Токио, 2011) лауреаты.
- Токарев Олег Леонидович (1969), спортсы. Грек‑рим көрәше буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1989). Нефтекама ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм олимпия резервының Өфөләге грек‑рим көрәше буйынса махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1989—1991 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Сығышы менән Волгоград ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1690: Ричард Роулинсон, Бөйөк Британия руханийы, үҙе туплаған боронғо китап һәм ҡулъяҙмаларҙы хәҙерге Оксфорд университетының Бодли китапханаһына васыят итеп ҡалдырыусы.
- 1809: Феликс Мендельсон, Германия композиторы.
- 1895: Георгий Светлани, СССР-ҙың кино һәм эстрада артисы.
- 1915: Борис Пайчадзе, СССР футболсыһы, тренер, «Динамо» (Тбилиси) командаһы уйынсыһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1944).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1938: Мутин Илдархан Ибраһим улы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- 2011: Татьяна Ивановна Шмыга, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1978).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]