Әмиров Нәҡи Сәбиғйәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Әмиров Нәҡи Сәбиғйәр улы (3 февраль 1929 йыл29 сентябрь 2014 йыл) — хужалыҡ, совет һәм йәмәғәт эшмәкәре. 19801987 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1977) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Милли көрәш буйынса Мәсетле районы Батыры (1954—1958). Халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы депутаты (1965—1987). Мәсетле районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәҡи Сәбиғйәр улы Әмиров 1929 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы) Яңы Мөслим ауылында тыуған.

1948 йылда А. А.Жданов исемендәге колхозда тимерсе булып эш башлай. Артабан электромеханик, колхоз электростанцияһы директоры, хужалыҡтың партия ойошмаһы секретары булып эшләй.

1965 йылда Силәбе өлкә совет-партия мәктәбен тамамлай.

1965 йылда Теләш, Тәкә, Ишәле, Яңы тормош, Һалҡын шишмә ауылдарын берләштергән «Коммунист» колхозы рәйесе итеп һайлана.

1973 йылда Мәсетле районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1975 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.

1980 йылда халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.

1987 йылдан 1990 йылға тиклем Мәсетле район кино селтәре директоры булып эшләй.

2014 йылдың 29 сентябрендә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында вафат була.

Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1977)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]