Эстәлеккә күсергә

Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы

Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы (3 февраль 1959 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).

Фирҙинәт Әғләм улы Дәүләтов 1989 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Яңауыл ауылында тыуа[1]. 1984 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлағандан һуң өлкән агроном, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаларын башҡара.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. Ә. Дәүләтов 1997—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында студенттарға белем бирә (доцент). 2007 йылдан алып Башҡортостан ауыл хужаалығы ғилми тикшеренеү институты лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 2004 йылдан алып Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, ә 2007 йылдан ошо уҡ университеттың генетика кафедраһы профессоры. 2010 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеттың ботаника, үҫемлектәр физиологияһы һәм генетикаһы кафедраһы профессоры.

Ф. Ә Дәүләтовтың 6 авторлыҡ таныҡлығы, селекциялағы ҡаҙаныштары өсөн 4 патенты бар. Ул — 4 китап авторы. Ике фәндәр кандидаты әҙерләгән.

  • Методы и результаты селекции гороха в Башкортостане. Уфа, 2006; Российская акад. с.-х. наук, Акад. наук Респ. Башкортостан, Башкирский науч.-исследовательский ин-т сельского хоз-ва. — Уфа : Эпоха : БНИИ СХ, 2006. — 95 с. : ил., табл.; 21 см; ISBN 5-900944-78-6;;
  • Селекция неосыпающихся сортов гороха в условиях Южного Урала. Уфа, 2008.
  • Башкортостанда борсаҡ селекцияһы ысулдары һәм һөҙөмтәләре /
  • Ауыл һәм урман хужалығы. Ауыл хужалығы һәм урман хужалығы фәндәре — Махсус үҙемлекселек — Баҫыусылыҡ — Иген-ҡуҙаҡлы культурлар — Борсаҡ — Культурралы үҙемлектәрҙең селекцияһы һәм генетикаһы;
  • Ауыл һәм урман хужалығы. Ауыл хужалығы һәм урман хужалығы фәндәре — Рәсәй Федерацияһы — Башҡортостан — Баҫыусылыҡ.

Ф. Ә. Дәүләтовтың ғилми эшмәкәрлеге генетикаға, селекцияға, орлоҡсолоҡҡа һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын эшкәртеү технологияһына арналған. Ф. Ә. Дәүләтов борсаҡ коллекцияһының 550‑нән ашыу өлгөһөнә баһа бирә, сорттарҙың билдә параметрҙарын асыҡлай һәм моделдәрен эшләй. Ф. Ә. Дәүләтов ҡатнашлығында борсаҡтың Кормовой 5, Памяти Хангильдина, Чишминский 75,Чишминский 80, Чишминский 95, Чишминский 229 сорттары сығарыла. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Ф. Ә. Дәүләтовтың ғилми эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәндә бер аҙ ул байтаҡ ғүмерен арнаған Башҡортостан ауыл хужпалығы ғилми тикшеренеү институтының тарихына туҡталып үтеү урынлы булыр.

Башҡортостан ауыл хужпалығы ғилми тикшеренеү институтына нигеҙ 1910 йылда уҡ һалына. Тап шул йылда Рәсәй империяһының Өфө Земский йыйылышы Һамар—Златоуст тимер юлы буйында урынлашҡан Шишмә ауылы янында Ауыл хужалығы тәжрибә станцияһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Был учреждение үҙ тарихында бик күп үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар ителә. Шулай итеп, әлеге ваҡытта ла уңышлы эшләп килгән учреждение 1998 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. Был ғилми учреждение үҙ тарихында ауыл хужалығы культураларының 235 сортын сығара.

Түбәндәге сорттарҙы сығарыу институттың ғәйәт ҙур ҡаҙаныштары тип атарға мөмкин: гектарынан 65-70 центнер уңыш биргән ҡыҫҡа һабаҡлы Сулпан ужым арышы (Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостан Республикаһының почетлы академигы С. А. Ҡунаҡбаев һәм башҡалар), ҡуҙаҡлы иген культуралары (Почетлы академик, ауыл хужалығы фәндәре докторы В. Х. Хангильдин һәм башҡалар) һәм башҡа уңышлы эштәр. Әлеге ваҡытта институтта заманса тикшеренеү ысулдары ҡулланыла.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).

Дәүләтов Фирҙинәт Әғләм улы 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.