Эстәлеккә күсергә

Шәрипов Әмир Усман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрипов Әмир Усман улы
Тыуған көнө 3 февраль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (91 йәш)
Тыуған урыны Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Шәрипов Әмир Усман улы (3 февраль 1933 йыл) — ғалим-тау инженеры, 1991—2003 йылдарҙа Көнбайыш Себер тәрән разведка быраулау технологияһы ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструктор институты директоры. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1993), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996). Рәсәй Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Әмир Усман улы Шәрипов 1933 йылдың 3 февралендә БАССР-ҙың Миәкә районы (хәҙерге Әлшәй районы) Иҫке Аҡҡулай ауылында тыуған.

1956 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. 1956-1960 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһе (Бөрө) «Башвосткнефтеразведка» тресының Күлтөбә разведка яһап быраулау конторында быраулаусы, производство бүлексәһенең өлкән инженеры. 1961-1964 йылдарҙа Һиндостанда совет белгестәре төркөмөндә быраулау буйынса инженер булып эшләй. Артабан 1964-1983 йылдарҙа Өфө ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙер Нефть сәнәғәте институты) хеҙмәт юлын дауам итә. 1983-1990 йылдарҙа институт директорының урынбаҫары вазифаһын биләй. 1991 йылдан алып «ЗапСиббурНИПИ» (Төмән) институты директоры. Ә. У. Шәрипов Башҡортостанда тәрән һәм айырата тәрән скважиналарҙы быраулауҙа яңы техника һәм технологияларҙы уйлап табып эшләүгә ҙур өлөш индерә. Шәрипов тәрән нефть сығарыу һәм разведкалау скважиналарына полимерлы иҙелмәләрҙең яңы системаларын ҡулланыуҙы индерә. Уның был эштәре ҙур иҡтисади файҙа килтерә. «Башнефть» һәм «Главтюменьгеология» производство берекмәләре өсөн быраулау һәм скважиналарҙы тултырыу өлкәһен үҫтереү фәнни-техник программаһының авторы.

  • 150-нән артыҡ ғилми эш, 1 монография һәм 9 брошюра авторы. 100-ҙән артыҡ уйлап табыуы һәм патенты бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)