Эстәлеккә күсергә

Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы
Тыуған көнө 3 февраль 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы (3 февраль 1961 йыл) — ғалим-музыка белгесе, педагог‑методист. 1984 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, бер үк ваҡытта 1998—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) Композиторҙар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2018).

Гөлназ Салауат ҡыҙы Галина 1961 йылдың 3 февралендә Өфө ҡалаһында Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор Галин Салауат Әхмәҙи улы ғаиләһендә тыуған. 1984 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1984 йылдан бирле Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыка фольклоры, музыка тарихы hәм теорияhы уҡытыусыhы. 19851988 йылдарҙа Мәскәү Гнесиндар исемендәге музыка академияhы аспирантураhын тамамлап, әлеге мәлдә — Өфө сәнғәт институтының этномузыкология кафедраhы доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының hәм Рәсәй Федерацияһының Композиторҙар союздары ағзаhы. Бер үк ваҡытта 19982014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мəғарифты үҫтереү институтында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фəнни тикшеренеүҙəре башҡорт профессиональ һəм халыҡ музыкаһының төрлө жанрҙары формалашыуы һəм үҫешенə, Башҡортостан композиторҙарының ижадына арналған. Галина Гөлназ Салауат ҡыҙы сценарийы буйынса Абдулла Солтанов тураһында «Ҡараңғылыҡтағы нур» («Свет во тьме»; 2001) документаль фильмы төшөрөлгəн. 100‑ҙəн ашыу фəнни хеҙмəт, шулай уҡ «Тамара Хоҙайбирҙина» («Тамара Худайбердина»; 1996) китабы, «Башҡорт халыҡ музыкаһы» («Башкирская народная музыка»; 2013) уҡыу əсбабы, «Башҡорт опера либреттоһы» («Башкирское оперное либретто»; 2014) монографияһы авторы. «Салауат Юлаев» («Салават Юлаев»; 2004) энциклопедияһы, дөйөм белем биреү мəктəптəренең 7—10‑сы кластары өсөн рус (2002—2005) һəм татар (2005—2008) телдəрендə «Башҡортостан мəҙəниəте» («Культура Башкортостана») дəреслеге авторҙарының береһе.

  • Хөсәйен Әхмәтов. Өфө, 1994;
  • Заһир Исмәғилов. Өфө, 1997;
  • Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика. Өфө, 2006;
  • Башкирская национальная опера как документ эпохи (сюжеты, образы, драматургия). Өфө, 2010.