Эстәлеккә күсергә

Солтанов Абдулла Афзал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдулла Солтанов битенән йүнәлтелде)
Абдулла Солтанов
Исеме

Абдулла Афзал улы Солтанов

Тыуған

25 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Тамьян-Ҡатай кантоны[1] Ҡобағош ауылы

Үлгән

17 август 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (94 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Инструменттар

ҡурай

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Солтанов Абдулла Афзал улы (25 сентябрь 1928 йыл — 17 август 2023 йыл) — үҙешмәкәр башҡорт йырсыһы, ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Абдулла Афзал улы Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тулыһынса тыуған ауылында үтә, ул башта Ленин исемендәге колхозда, аҙаҡтан «Байрамғол» совхозында малсы (йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе) булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәжәйеп матур тауышлы, моңло йырлай, йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Абдулла Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты, ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]