Ғүмәрова Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғүмәрова Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 3 февраль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Совет Рәсәйе, Башҡорт АССР-ы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны,Ишбулды ауылы
Вафат булыу көнө 28 июль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Әбйәлил районы, Первомайский
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ғүмәрова Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы (3 февраль 1921 йыл — 28 июль 1996 йыл) — Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы «Йәнгел» игенселек совхозы быҙау ҡараусыһы (1938—1976), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы һәм БАССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы Ғүмәрова 1921 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән-Түңгәүер кантоны[1]Ишбулды ауылында тыуған[2]. Белеме — тулы булмаған урта.

Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы 13 йәшенән Йәнгел игенселек совхозында һарыҡ көтөүсе булып эшләй башлай. 1938 йылдан 1976 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем шул уҡ хужалыҡтың быҙау ҡараусыһы була.

Һигеҙенсе биш йыллыҡ йылдарында (1966—1970) 1026 быҙауҙы юғалтыуһыҙ үҫтерә һәм өлкән төркөмгә тапшыра. План буйынса тәүлегенә уртаса 560 грамм урынына 912 грамм артым ала. 1970 йылда тулайым артым план буйынса 54,7 центнер урынына 122,9 центнер, быҙауҙарҙың уртаса тәүлек артымы уртаса 944 грамм тәшкил итә. Эшендә алдынғы ысул һәм алымдарҙы ҡулланып, бер центнер артымдың түбән үҙҡиммәтенә өлгәшә. Һигеҙенсе биш йыллыҡта артымдың үҙҡиммәте планда ҡаралған 97 һум урынына 69,75 һум тәшкил итә. Фәхирә Ғүмәроваға беркетелгән быҙауҙарҙың артым үҙҡиммәте кәмеү иҫәбенә совхоз 12 мең һум табыш ала.

1971 йылдың апрелендә «Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм игенселек һәм малсылыҡ продукттарын етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса һигеҙенсе биш йыллыҡ план заданиеларын үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн» Фәхирә Ғүмәроваға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

19661970 йылдарҙа Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы 1026 быҙау үҫтерә.

Фәхирә Ғүмәрова РСФСР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм БАССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Фәхирә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы 1996 йылдың 28 июлендә вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Асҡар һәм Ишбулды ауылдарында Фәхирә Ғүмәрова исемен йөрөткән урам бар.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы
  2. Сегодня исполнилось бы 90 лет Герою Социалистического Труда Фахире Гумеровой. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 апрель 2013. 25 март 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]