Эстәлеккә күсергә

Молекуляр биология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Молекуляр биология
Рәсем
Өйрәнеү объекты Молекула
Вики-проект Проект:Цитология[d]
 Молекуляр биология Викимилектә

Молекуляр биология күҙәнәкте тәшкил итеүсе ҡатмарлы юғары молекуляр берләшмәләр: регуляр булмаған биополимерҙарҙың (аҡһымдар һәм нуклеин кислоталар)[1] төҙөлөшөн һәм функцияларын,

генетик мәғлүмәтте тапшырыу һәм тормошҡа ашырыу механизмдарын өйрәнеүсе — комплекслы биология фәне

Йәнәш дисциплиналар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта нуклеин кислоталар биохимияһының бер бүлеге булараҡ барлыҡҡа килә. Аҙаҡ шәхси тикшеренеү ысулдары булған үҙ-аллы фән — молекуляр биология булып ҡыҙыу үҫеш осорон кисерә. Ул ысулдарға шулай уҡ, ген инженерияһы, клонлау, яһалма экспрессия һәм гендар нокауты инә.

ДНК молекулалары генетик мәғлүмәттең матди йөрөтөүселәре булараҡ , молекуляр биология менән генетика сигендә яңы бүлеккә — молекуляр генетикаға башланғыс бирә. Шулай уҡ, молекуляр биология тикшереү инструменты итеп вирустарҙы киң ҡуллана. Ә вирусология үҙ бурыстарын хәл итеү өсөн молекуляр биология алымдарынан файҙалана.

Генетик мәғлүмәтте анализлау өсөн хисаплау техникаһы йәлеп ителә. Шуға бәйле, молекуляр генетикала яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә (уларҙы ҡайһы берҙәр махсус дисциплиналар рәтенә индерә): : биоинформатика, геномика һәм протеомика.

Молекуляр биология биохимия бүлеге булараҡ барлыҡҡа килә.

Молекуляр биологияның тыуған көнө тип 1953 йылдың апреле ҡабул ителә. Был инглиз («Nature») журналында Джеймс Уотсон һәм Фрэнсис Криктың ДНК молекулалары моделен тәҡдим иткән мәҡәлә сыҡҡан дата.

Моделдәр төҙөү өсөн нигеҙ булып, Морис Уилкинсон һәм Розалинд Франклин ҡатнашыуында ДНК молекулаларына үткәрелгән рентгеноструктура анализы һөҙөмтәләре хеҙмәт итә.

Был асыштар вирустар һәм бактериялар биохимияһы һәм генетикаһы өлкәһендә оҙайлы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булып тора.

Был 1928 йылда Фредерик Гриффит юғары температурала үлтерелгән патоген бактерияларҙың экстракты ошо сифатты хәүефһеҙ бактерияларға тапшырырға мөмкин икәнлеген асыҡлай. Бындай әүерелеш кисергән бактерияларҙы тикшереү патогенлыҡ билдәләрен йөрөтөүсе агентты айырып алырға мөмкинлек бирә. Алдан күҙаллағанса агент аҡһым түгел, ә нуклеин кислотаһы булып сыға.

Нуклеин кислотаһы үҙе хәүефле түгел. Уның аша бары микроорганизмдың патогенлыҡ сифатын һәм башҡа үҙенсәлектәрен билдәләүсе гендар күсә.

XX быуаттың 50-се йылдарында бактерияларҙа ябай енси процесс барлығы асыҡлана. Улар хромосоманан ситтә ятҡан ДНК -лары(плазмидтар) менән алмашына ала икәнлеге билдәле була. Плазмидтарҙы, шулай уҡ трансформация күренешен асыу молекуляр биологияға плазмидтар технологияһын алып килә .

XX быуат башында методологияла тағы ла бер бик мөһим асыш булып бактериялар вирусын — бактериофагтарҙы асыу була. Бактериофаг бактериаль күҙәнәктәрҙең беренән икенсеһенә генетик материалды күсерә ала.

Бактериоларҙың фаг менән зарарланыуы уларҙың РНК составында үҙгәрештәргә килтерә. Әгәр ҙә башта бактерияның РНК-һы ДНК-һы составына оҡшаш булһа, менән зарарланғандан һуң күберәк фагтың ДНК-на оҡшай. Шулай итеп, РНК-ың төҙөлөшө ДНК структураһына бәйле икәне асыҡлана.

Үҙ сиратында, аҡһымдар синтезы тиҙлеге РНК -аҡһым комплекстарының миҡдарына бәйле. Шулай итеп, молекуляр биология үҙәк догмаһы формалаша: ДНК ↔ РНК → аҡһым.

Молекуляр биологияның артабанғы тарихы уның методологияһының үҫеше менән дауам итә. ДНК молекулаларында нуклеотидтарҙың эҙмә -эҙлелеген (У. Гилберт һәм Ф. Сенгер, химия буйынса Нобель премияһы, 1980 йыл) билдәләү методы табыла, гендарҙың төҙөлөшө һәм эшмәкәрлеге өлкәһендә яңы асыштар яһала. ΧΧΙ быуат башында кешенең һәм башҡа ДНК-ың беренсел структураһы тураһында мәғлүмәт алына.

Медицина, ауыл хужалығы, ғилми тикшеренеүҙәр өсөн был бик мөһим асыштар биологияла яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килтерә: геномика, биоинформатика һәм башҡалар.

  1. Белозерский А. Н. Молекулярная биология // Познание продолжается. — М., Просвещение, 1970. — Тираж 500 000 экз. — с. 181
    • Сингер М., Берг П. Гены и геномы. — Москва, 1998.
    • Стент Г., Кэлиндар Р. Молекулярная генетика. — Москва, 1981.
    • Sambrook J., Fritsch E.F., Maniatis T. Molecular Cloning. — 1989.
    • Патрушев Л. И. Экспрессия генов. — М.: Наука, 2000. — 000 с., ил. ISBN 5-02-001890-2