Клонлаштырыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Клонлаштырыуорганизмды енесһеҙ үрсетеү юлы менән (шулай уҡ вегетатив юл менән) генетик яҡтан шул организмға оҡшаш бер йәки бер нисә күсермәһен ҡайтанан сығары.

Һарыҡ Долли— башҡа тере йән эйәһенең күҙәнәгенән уңышлы клонлаштырылған беренсе һөтимәр хайуан.

Клон инглиз һүҙе. Клон һүҙен баштараҡ (ингл. cloning бор. грек. κλών үҫенте тигәнде аңлата) бер үҫемлектән вегетатив юл менән үҫеп сыҡҡан үҫемлектәр өсөн ҡулланалар. Был үҫентеләр тәү ағастың теүәл күсермәһе булалар. Был юл менән үҫентеләр алыуҙы клонлаштырыу тип атайҙар.

Терминды ҡулланыу даирәһе киңәйә һәм бактерия культураларын үрсетеү өсөн ҡуллана башлайҙар.

Һуңыраҡ клонлаштырыу тип оҡшаш организмдар сығарыу технологияһын атайҙар. Күҙәнәккә яңы төшсә урынлаштырыла һәм яңы организм үҫтерелә. Яңы организм генетик яҡтан сыганаҡ организмдан бер яғы менән дә айырылмай. Был технология буйынса беренсе сүмесбаштар һәм киң билдәле һарыҡ Долли алына.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Мы (роман) (1920) — Е. И. Замятин
  • Геном (роман) (1999) — Сергей Лукьяненко
  • Люди и слепки — З. Ю. Юрьев
  • О дивный новый мир (1932) — О. Хаксли