Сүмесбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәлмәрйен ыуылдырығында сүмесбаштың үҫеше
Йәшел тәлмәрйендең йәшәү циклы
(Rana clamitans)
Сүмесбаштың тәлмәренгә тиклем үҫеше

Сүмесбаш — ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандарының личинкаһы.

Ыуылдырыҡтан барлыҡҡа килә. Һыуҙа йәшәй.

Сүмесбаштың тәүҙә ике камералы йөрәк, тышҡы айғолаҡтар (1—3 парлы), оҙон ҡойороҡ, мөгөҙсәле морон, тышҡы һыҙыҡ органдары, йәбешеү органдары, бер ҡан әйләнеше түңәрәге була.

3-4 ай үткәс сүмесбаштарҙа метоморфоз башлана: йөрәктә тағы бер камера, тағы бер ҡан әйләнеше түңәрәге барлыҡҡа килә, айғолаҡтар редуциялана һәм үпкә менән һулыш алыу барлыҡҡа килә. Ослоҡтары үҫеп сыға, ҡойроғо юҡҡа сыға. Ҡойороғо автолиз сәбәпле юғала, бүленеп сыҡҡан матдәләр һәм энергияны башҡа күҙәнәктәр үҙләштерә.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парадоксаль тәлмәрйен (Pseudis paradoxa) сүмесбашының оҙонлоғо 25 сантиметрға етә, был ҙур хайуан вәкиленән дүрт тапҡыр оҙонораҡ.

2000 йылда Дэлхузи университетынан Ричард Вассерсуг «Коста-Рикела ҡоро миҙгелдә сүмесбаштарҙың аппетитлығын сағыштырыу» тигән мәҡәләһе өсөн Шнобель премияһын ала[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сүмесбаш — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]