Эстәлеккә күсергә

Ай (юлдаш)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ай (күк есеме) битенән йүнәлтелде)
Ай

Орбита характеристикалары
Перигей

363 104 км
0,0024 а. б.

Апогей

405 696 км
0,0027 а. б.

Ҙур ярымкүсәр (a)

384 399 км
0,00257 а. б.

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,0549 (уртаса) [1]

Әйләнеүҙең сидерик периоды

27,321582 көн
27 көн 7 сәғ 43,1 мин

Әйләнеүҙең Синодик периоды

29,530588 дней
29 көн 12 сәғ 44,0 мин

Орбита тиҙлеге (v)

1,023 км/с (средняя)[1]

Ауышлығы (i)

5,145° эклиптика меңен сағыштырыу

Долгота восходящего узла (Ω)

(кәмеү)18,6 йылда бер әйләнеш

Перицентр аргументы (ω)

(артыу) 8,85 йылда 1 әйләнеш

Нимәнең юлдашы

Ер

Физик характеристикалар
Поляр ҡыҫылышы

0,00125

Экватор радиусы

1738,14 км
0,273 Ер радиусы

Поляр радиусы

1735,97 км
0,273 Ер

Уртаса радиус

1737,10 км
0,273 Ер

Ҙур түңәрәк оҙонлоғо

10 917 км

Өҫлөк майҙаны (S)

3,793·107 км²
0,074 Ер

Күләме (V)

2,1958·1010 км³
0,020 Ер

Массаһы (m)

7,3477·1022 кг
0,0123 Ер

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

3,3464 г/см³

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

1,62 м/с²

Беренсе космик тиҙлек (v1)

1,68 км/с

Икенсе космик тиҙлек (v2)

2,38 км/с

Әйләнеү периоды (T)

Синхронлаштырған юлдаш (Ергә бер яғы менән ҡарай)

Күсәр ауышлығы

1,5424° (эклиптика яҫылығына ҡарата)

Альбедо

0,12

Күренгән йондоҙ дәүмәле

−2,5/−12,9
−12,74 (при полной Луне)

Температура
 
мин. сред. макс.
Температура
100 К (−173 °C) (экватор)
33 К (−240 °C)
220 К (−53 °C)
130 К (−143 °C)
390 К (117 °C)
230 К (−43 °C)
Атмосфера
Состав:

бик һирәк, водород, гелий, неон һәм аргона эҙҙәре[2]

Ай (символы: ☾) — Ерҙең берҙән-бер тәбиғи эйәрсене. Ерҙә Ҡояштан һуң яҡтылығы буйынса[комм. 1] икенсе урында, Ҡояш системаһында тәбиғи эйәрсендәр араһында ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Һәм шулай уҡ кеше аяғы баҫҡан ерҙән ситтәге беренсе һәм берҙән-бер объект. Ерҙең үҙәгенән Ай үҙәгенә тиклем яҡынса 384 467 км.[3]

Күк йөҙөндә тулы айҙың йондоҙ дәүмәле − 12m,71[4]. Болотһоҙ төндә тулы Айҙың Ер өҫтөнә яҡтыртыуы − 0,25 лк. Ай өҫтөнә төшкән яҡтылыҡтың 7 % ғына кире ҡайтара.

Яңы Ай

Ай Ер тирәләй хәрәкәт итә һәм Ер яғына һәр ваҡыт бер яҡ йөҙө менән ҡарай. Эллиптик орбитаның ҙур ярым күсәре − 384 399 км, эксцентриситеты 0,0549-ға тигеҙ.

Барлыҡ төрки телдәрҙә (сыуаш теленән башҡа) Ерҙең юлдашын «ай» тип йөрөтәләр[5]. Боронғо славян һәм һинд-европа телдәрендәге lūna «луна» һүҙе латин теленән ингән[6]. Гректар Селена (грек. Σελήνη), боронғо мысырлылар Ях (Иях)[7], вавилонда — Син[8], япондар — Цукиёми[9] тип атаған.

Ай ҡояш байыр алдынан

Боронғо замандарҙан алып кешеләр Айҙың хәрәкәтен һүрәтләргә һәм аңлатырға тырышҡан. Ваҡыт уҙыу менән, анығыраҡ теориялар барлыҡҡа килә.

Хәҙерге заман иҫәпләүҙәренең нигеҙен Браун теорияһы тәшкил итә. XIX—XX быуаттарҙа барлыҡҡа килә һәм Айҙың хәрәкәтен ул ваҡыттағы үлсәү приборҙары аныҡлығы менән тасуирларға мөмкинлек биргән.

Хәҙерге фән Айҙың хәрәкәтен иҫәпләүҙе тағы ла теүәлерәк иҫәпләй ала. Лазер локацияһы ысулдары менән үлсәгәндә, Айға тиклемге арала хата бер нисә сантиметр ғына булырға мөмкин[10].

Айҙың ғәмәлдәге хәрәкәте ярайһы уҡ ҡатмарлы, уны иҫәпләгәндә күп факторҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк, мәҫәлән, Ҡояштың көслө йоғонтоһо, ул Айҙы Ергә ҡарағанда 2,2 тапҡырға көслөрәк тарта[комм. 2].

Ай ҡабыҡтан, мантиянан (астеносферанан) тора, уның үҙенсәлектәре төрлө һәм дүрт ҡатлам барлыҡҡа килтерә, бынан тыш, мантия менән йәҙрә араһындағы күсеү зонаһы, шулай уҡ тышҡы шыйыҡсаһы һәм эске ҡаты[11] өлөшө[12] булған йәҙрәнең үҙе. Атмосфера һәм гидросфера бөтөнләй юҡ. Айҙың өҫкө йөҙө реголит — Ай менән метеориттарҙың бәрелешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ваҡ туҙан һәм ҡая онтаҡтары ҡатышмаһы менән ҡапланған. Реголит ҡатламының ҡалынлығы метр өлөштәренән алып тиҫтә метрға тиклем тәшкил итә[13].

GRAIL мәғлүмәттәре буйынса Айҙың геологик ҡатламдары[12]
Эске ҡаты йәҙрә 0—230 км
Эске шыйыҡ йәҙрә 230—325 км
Күсеү зонаһы 325—534 км
Мантия 534—1697 км
Ҡабыҡ 1697—1737 км

Ай өҫтөндәге шарттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ай өҫтөндә атмосфера бөтөнләй юҡ тиерлек. Айҙағы тәүлек Ерҙәге 27,32 тәүлеккә тиң. Ерҙәге ике аҙнаға һуҙылған Ай көнөндә уның йөҙө +120 °C-ҡа тиклем йылына, шулай уҡ оҙайлы Ай төнөндә һәм күләгәлә −160 °C-ҡа тиклем һыуына. Ай өҫтөндә күк йөҙө һәр саҡ аяҙ сем-ҡара, йондоҙ һәм планеталар көндөҙ ҙә күренә. Айҙың Ергә ҡараған яғынан, Айҙан 3,67 тапҡыр ҙурыраҡ Ер шары күренә. Айҙа һауа юҡ, шуға курә күк йөҙө гел аяҙ, болоттар йөҙмәй, таң нурҙары уйнамай. Ай өҫтө метеориттар бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән ҡая һыныҡтары һәм туҙан менән ҡапланған.

  • Ай Ерҙән аҡрынлап алыҫлаша бара, бер йылға 4 см[14].
Ерҙең Төньяҡ ярымшарынан күҙәтелгән Ай фазаларының Ҡояшҡа һәм Ергә ҡарата торошо менән бәйләнеше
Австралияның был һүрәтендә Ай 180 градусҡа яҡын борола — был Көньяҡ ярымшарҙың үҙенсәлеге. Айҙың мөйөш диаметры Ай диаметрына бик яҡын һәм ярты градус тирәһе

Ай яҡтыртмай, тик ҡояш нурҙарын ғына сағылдырғанға күрә, Ерҙән Ай өҫтөнөң Ҡояш яҡтыртҡан өлөшө генә күренә. Ай Ер тирәләй әйләнә, шул рәүешле Ер, Ай һәм Ҡояш араһындағы мөйөш үҙгәрә; беҙ был күренеште ай фазалары циклы кеүек күҙәтәбеҙ.

Ерҙән ебәрелгән яҡтылыҡ 1,28 секунд ваҡыт эсендә Айға барып етә. Рәсем масштабта эшләнгән.

Тоҡомдарҙың химияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ай тупрағының составы Айҙың диңгеҙ һәм инә райондарында ныҡ ҡына айырыла. Ай тоҡомдарында һыу әҙ. Ул шулай уҡ тимер һәм осоусан компоненттар менән ярлыланған[15]. Ай тупрағынан янған еҫ сыға.

Lunar Prospector буйынса Ай өҫтөндә торий концентрацияһы картаһы
Тышҡы видеофайлдар
YouTube сайтында Ай саңы тураһында ИКИ РАН фильмы, 2019 йыл
Ай реголитының химик составы проценттарҙа[16].
Элементтар «Луна-20» килтерә «Луна-16» килтерә
Si 20,0 20,0
Ti 0,28 1,9
Al 12,5 8,7
Cr 0,11 0,20
Fe 5,1 13,7
Mg 5,7 5,3
Ca 10,3 9,2
Na 0,26 0,32
K 0,05 0,12

Ай реголитында шулай уҡ оксидтар составына ингән кислород күп, иң ныҡ таралғаны — кремний диоксиды — 42,8 %[16]. «Луна-20» космос карабы тупраҡты материктан, ә «Луна-16» диңгеҙҙән алып килә[17].

Ай диңгеҙҙәре, ҡасандыр киң базальт лаваһы менән тулған уйһыулыҡтарҙан тора. Башта улар ябай диңгеҙҙәр тип һаналған. Һуңынан был кире ҡағыла, ләкин исемен үҙгәртмәйҙәр. Ай диңгеҙҙәре Айҙың күренеп торған майҙанының яҡынса 40 процентын биләй.

Айҙың күренеп торған яғы («Lunar Reconnaissance Orbiter» һүрәттәре мозаикаһы)
LRO мәғлүмәттәре буйынса Айҙың кире яғы
Русса атмаһы Халыҡ-ара атамаһы[18] Айҙың яғы
1 Дауылдар океаны Oceanus Procellarum күренә
2 Томра ҡултыҡ Sinus Aestuum күренә
3 Йәйғор ҡултығы Sinus Iridum күренә
4 Ысыҡ ҡултығы Sinus Roris күренә
5 Үҙәк ҡултыҡ Sinus Medium күренә
6 Дымлылыҡ диңгеҙе Mare Humorum күренә
7 Көнсығыш диңгеҙ Mare Orientalis күренә
8 Ямғырҙар диңгеҙе Mare Imbrium күренә
9 Муллыҡ диңгеҙе Mare Foecunditatis күренә
10 Сик диңгеҙе Mare Marginis күренә
11 Кризистар диңгеҙе (хәүефтәр) Mare Crisium күренә
12 Хыял диңгеҙе Mare Ingenii кире
13 Мәскәү диңгеҙе Mare Mosquae кире
14 Нектар диңгеҙе Mare Nectaris күренә
15 Болоттар диңгеҙе Mare Nubium күренә
16 Быу диңгеҙе Mare Vaporum күренә
17 Күбек диңгеҙе Mare Spumans күренә
18 Смит диңгеҙе Mare Smythii күренә
19 Тыныслыҡ диңгеҙе Mare Tranquillitatis күренә
20 Һыуыҡ диңгеҙ Mare Frigorum күренә
21 Көньяҡ диңгеҙ (Ай) Mare Australe күренә
22 Асыҡлыҡ диңгеҙе Mare Serenitatis күренә

Ай — дифференцияланған есем, уның геохимик яҡтан төрлө булған ҡабығы, мантияһы һәм ядроһы бар. Эске йәҙрәнең ҡабығы тимергә бай, радиусы 240 км, тышҡы шыйыҡ йәҙрәһе башлыса шыйыҡ тимерҙән тора, уның радиусы яҡынса 300—330 километр тәшкил итә. Йәҙрә тирәләй өлөшләтә 480—500 километр радиусы менән өлөшләтә ирегән сик ҡатламы урынлашҡан[19]. Был структура 4,5 миллиард йыл элек Ай барлыҡҡа килгәндән һуң магманың глобаль океанынан фракцион кристаллашыуҙан барлыҡҡа килгән тип фаразлана[20]. Ай ҡабығының ҡалынлығы яҡынса 50 км.

Ай — Ионан һуң Ҡояш системаһында тығыҙлығы буйынса икенсе юлдаш. Әммә Айҙың эске йәҙрәһе ҙур түгел, радиусы яҡынса 350 км; был Ай радиусының 20 проценты ғына.

Ай һәм ер төркөмө планеталарының төҙөлөшөн сағыштырыу

Айҙың ландшафы үҙенсәлекле. Ай төрлө ҙурлыҡтағы кратерҙар менән ҡапланған — диаметры — микроскопиктан алып йөҙләгән саҡрымға тиклем. Оҙаҡ ваҡыт ғалимдар Айҙың кире яғы тураһында мәғлүмәттәр ала алмай. Был йыһан аппараттары барлыҡҡа килеү менән генә мөмкин була. Юлдаштың ике ярымшарының да бик ентекле карталары эшләнгән. Айҙың ентекле карталары киләсәктә Айға кешене урынлаштырыуға һәм колониялаштырыуға — ай базаларының, телескоптарҙың, транспорттың уңышлы урынлашыуына, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүгә әҙерләнеү өсөн төҙөлә.

Йыһан аппараттары ярҙамында тикшеренеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыһан дәүере башланыу менән Ай тураһында белемдәр күләме һиҙелерлек артты. Ай тупрағының составы билдәле була, ғалимдар уның өлгөләрен ала, кире яғының картаһы төҙөлә.

Айҙың кире яғын беренсе тапҡыр фотоға төшөргән «Луна-3» станцияһы осошона арналған почта конверты

«Луна-2» совет планета-ара станцияһы тәүге тапҡыр Айға 1959 йылдың 13 сентябрендә барып етә. Айҙың кире яғын беренсе тапҡыр 1959 йылда, уның өҫтөнән «Луна-3» совет станцияһы осҡанда һәм ерҙән күренмәгән ер өҫтөнөң бер өлөшөн фотоға төшөргәндән һуң күрергә мөмкин була.

Эдвин Олдрин 1969 йылдың июлендә Айҙа (НАСА фотоһы)

Халыҡ-ара хоҡуҡи статусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айҙы тикшереүҙең күпселек хоҡуҡи мәсьәләләре 1967 йылда Дәүләттәрҙең йыһан киңлеген, шул иҫәптән Ай һәм башҡа күк есемдәрен тикшереү һәм файҙаланыу эшмәкәрлеген көйләүсе принциптар тураһындағы килешеү менән хәл ителә[21]. Шулай уҡ Айҙың юридик статусы 1979 йылдан Ай тураһындағы килешеүҙә тасуирлана.

Комментарийҙар
  1. Здесь под яркостью понимается звёздная величина, то есть полный световой поток, приходящий от небесного тела (и, как следствие, создаваемая ею освещённость), а не яркость в физическом смысле — значение светового потока на единицу телесного угла объекта. Звёзды и Венера имеют гораздо большее значение последней, но в случае Луны определяющую роль играет её близость к Земле и, следовательно, больший угловой размер.
  2. Масса Солнца составляет 333 тыс. масс Земли, а расстояние от Земли до Солнца примерно в 150 млн км / 384 тыс. км ≈ 390 раз больше, чем от Земли до Луны. Соответственно, отношение сил притяжения Солнца и Земли, действующих на Луну, составит 333 000 / 3902 ≈ 2,2 раза.
Сығанаҡтар
  1. 1,0 1,1 Солнечная система / Ред.-сост. В. Г. Сурдин. — М.: Физматлит, 2008. — С. 69. — ISBN 978-5-9221-0989-5.
  2. Атмосфера Луны
  3. Ай — кире яҡтары: серҙәре һәм йомаҡтары(недоступная ссылка)
  4. Звёздная величина — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. Төрөк-татар исемдәре генеалогияһы
  6. Тулыраҡ − М. Фасмер, Этимологический словарь русского языка, т. II, стр. 533.
  7. Коростовцев, Михаил Александрович. Религия древнего Египта. — М.: Наука, 1976. — Т. 3. — 336 с.
  8. Син, божество // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Jeremy Roberts. Japanese Mythology A to Z (ингл.). Архивировано 7 сентябрь 2012 года.
  10. В. Е. Жаров, 2002. Сферическая астрономия. 5.6. Пульсарная шкала времени 2012 йыл 5 октябрь архивланған..
  11. James G. Williams, Dale H. Boggs, Charles F. Yoder, J. Todd Ratcliff, Jean O. Dickey Lunar rotational dissipation in solid body and molten core (инг.) // Journal of Geophysical Research: Planets. — 2001. — В. E11. — Т. 106. — С. 27933—27968. — ISSN 2156-2202. — DOI:10.1029/2000JE001396 Архивировано из первоисточника 5 февраль 2021.
  12. 12,0 12,1 James G. Williams, Alexander S. Konopliv, Dale H. Boggs, Ryan S. Park, Dah-Ning Yuan Lunar interior properties from the GRAIL mission (инг.) // Journal of Geophysical Research: Planets. — 2014. — В. 7. — Т. 119. — С. 1546—1578. — ISSN 2169-9100. — DOI:10.1002/2013JE004559
  13. Галкин И. Н., Шварев В. В. Строение Луны. — М.: Знание, 1977. — 64 с. — (Новое в жизни, науке, технике. Серия «Космонавтика, астрономия», 2. Издается ежемесячно с 1971 г.). — ISBN ?; ББК 526 Г16.
  14. Луна удаляется от Земли с нарастающей скоростью 2014 йыл 14 июнь архивланған.
  15. Э. Галимов Научная мысль как планетное явление (рус.) // Наука и жизнь. — 2018. — № 1. — С. 19.
  16. 16,0 16,1 А.Цимбальникова, М.Паливцова, И.Франа, А.Машталка Химический состав фрагментов кристаллических пород и образцов реголита «Луны-16» и «Луны-20» // Космохимия Луны и планет. Труды Советско-Американской конференции по космохимии Луны и планет в Москве (4—8 июня 1974 года) / Академия наук СССР, Национальное управление по аэронавтике и исследованию космического пространства США.. — М.: Наука, 1975. — С. 156—166.
  17. Геофизические и геохимические особенности Луны. Дата обращения: 22 июль 2008. Архивировано 12 октябрь 2008 года.
  18. Дагаев М. М. Введение // Лабораторный практикум по курсу общей астрономии. — 2-е изд. — М.: Высшая школа, 1972. — С. 309. — 424 с.
  19. Лунное ядро (NASA) 2012 йыл 11 ғинуар архивланған. (инг.).
  20. Кристаллизация лунного океана магмы 2011 йыл 12 апрель архивланған. (инг.).
  21. Текст договора в Викитеке.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "Needham_2017" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Китаптар
  • Болдуин Р. Что мы знаем о Луне? Пер. с англ. К. А. Любарского; Послесл. А. А. Гурштейна.. — М.: Мир, 1967. — 173 с.
  • Жарков В.Н., Паньков В.Л., Калачников А.А., Оснач А.И. Введение в физику Луны. — М.: Наука, 1969. — 312 с.
  • Физика и астрономия Луны. Под. ред. Копала З., Лейкина Г. А. Пер. с англ.. — М.: Мир, 1973. — 318 с.
  • Петров В.П. Здравствуй, Луна! / Петров В.П., Юревич П.П. — Л.: Лениздат, 1967. — 191 с. — 24 500 экз.
  • Шевченко В.В. Луна и её наблюдение. — М.: Наука, 1983. — 192 с. — (Библиотека любителя астрономии). — 100 000 экз.
  • Уманский С.П. Луна — седьмой континент. — М.: Знание, 1989. — 117 с. — 45 000 экз. — ISBN 5-07-000408-5.
  • Шкуратов Ю. Г. Луна далёкая и близкая. — Харьков: Харьковский нац. университет им. В. Н. Каразина, 2006. — 182 с. — ISBN 966-623-370-3.
  • Роберт Хейзен. История Земли: От звёздной пыли — к живой планете: Первые 4 500 000 000 лет = Robert Hazen. The Story of Earth. The First 4.5 Billion Years, from Stardust to Living Planet. — М: Альпина Нон-фикшн, 2017. — 364 p. — ISBN 978-5-91671-706-8.
  • Эрик Асфог. Когда у Земли было две Луны. Планеты-каннибалы, ледяные гиганты, грязевые кометы и другие светила ночного неба. = Erik Ian Asphaug. When the Earth Had Two Moons: Cannibal Planets, Icy Giants, Dirty Comets, Dreadful Orbits, and the Origins of the Night Sky. — М.: Альпина нон-фикшн, 2021. — 474 с. — ISBN 978-5-00139-262-0.
  • Эйлер Л. Новая теория движения Луны. Пер. с латинского акад. Крылова А.Н.. — М.-Л.: Изд-во АН СССР, 1937. — 248 с.
Мәҡәләләр
Фильмы