Комета

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Коме́та (от бор. грек. κομήτης) — һуҙылған конус киҫеме орбитаһы буйлап Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүсе ҙур булмағын күк есеме. Ҡояшҡа яҡынлашҡанда ул өйөр ҡиәфәтенә керә һәм ҡайһы саҡта ҡойроғо барлыҡҡа килә.

Өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күктә сағыу күк есеменең барлыҡҡа килеүе кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Уларҙың хәҙәти булмаған күренеше хөрәфәт тыуҙырған һәм хафаға һалған. Боронғо кешеләр уның пәйҙә булыуын афәт һәм һуғыш булыуы менән бәйләгән. Яңырыу осоронда Тихо Браге өйрәнгәс, кометалар күк есеме статусын ала[1].

Кометаның ядроһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кометаның ҡаты ядраһы, ғәҙәттә 1 – 10 км була. Ядро боҙҙан, туңған газдарҙан һәм башҡа матдәләрҙең ҡаты өлөштәренән тора. Ҡояшҡа яҡыныйған һайын ядро йылына һәм уның матдәләре парға әйләнә. Ядро тирәләй газ тышсаһы барыҡҡа килә һәм оҙон ҡойроҡ хасил була. Кометаның ҡойроғо икәү, береһе газдан, икенсеһе туҙандан тора. Кометаның ҡойроғо барлыҡҡа килеүе шулай аңлатыла.

Кометалар һуҙылған эллиптик орбита буйынса хәрәкәт итә.

Кометаның ҡойроғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кометаның ҡойроғо газ һәм туҙандар тора. Ул һәр ваҡыт Ҡояштан кире яҡҡа йүнәлгән була. Комета Ҡояштан алыҫлашҡан һайын уның ҡойроғо менән газ тышсаһы юҡҡа сыға бара. Ҡояш йылыһы тәьҫирендә күп кометалар юҡҡа сыға бара. Уларғың өлөшсәләре ғаләм киңлегенә һибелә. Һайһы саҡта улар Ер атмосфераһына үтеп инәләр. Ҡараңғы төндә яҡты һыҙат булып күк йөҙөндә күренәләр. Был күренеште йөндоҙ атылыу тип атайҙар.

Кометаның яҡтылығы Ҡояшҡа тиклем ара менән билдәләнә. Ябай күҙ менән күҙәтелгән кометалар һирәк, астрономдар телескоп ярҙамында күҙәтә.

Һауала янып бөткән метеорид киҫәктәрен метеор тип атайҙар. Янып бөтмәйесә Ергә төшкәнен метеорид тип атайҙар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. G. Ranzini — Atlante dell' universo./ Пер. с итал. Г.Семёновой. — М.:Эксмо, 2009. — С. 88.