Бредихин Фёдор Александрович
Бредихин Фёдор Александрович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1 (13) декабрь 1831 или 25 ноябрь (7 декабрь) 1831[2] |
Тыуған урыны | Николаев, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1 (14) май 1904 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Иваново өлкәһе |
Бер туғандары | Иван Бредихин[d] |
Һөнәр төрө | астрофизик |
Эшмәкәрлек төрө | астрономия |
Эш урыны |
Изге Владимир Император университеты[d] Мәскәү император университеты[d] |
Уҡыу йорто |
Мәскәү университетының физика-математика факультеты М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[3] |
Ғилми дәрәжә | тәбиғәт фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Штернберг, Павел Карлович[d], Аристарх Аполлонович Белопольский[d], Цераский, Витольд Карлович[d], Костинский, Сергей Константинович[d] һәм Орлов Сергей Владимирович[d] |
Уҡыусылар | Николай Алексеевич Умов[d] |
Ойошма ағзаһы | Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] һәм Леопольд Академияһы |
Бредихин Фёдор Александрович Викимилектә |
Бреди́хин Фёдор Александрович (8 декабрь 1831 йыл[4][5] йәки 1 декабрь һәм 14 декабрь 1831 йыл[6][7][8], — 14 май 1904 йыл) — Рәсәй империяһы астрономы, Мәскәү Император университетының атҡаҙанған профессоры, физика-математика факультеты деканы, Император фәндәр академияһының астрономия буйынса ординар академигы (1890) Мәскәү обсерваторияһы университеты һәм Пулково обсерваторияһының директоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фёдор Александрович Бредихин 1831 йылдың 8 декабрендә (23 ноябрь) Николаев ҡалаһында тыуған. Нәҫелдән килгән диңгеҙ офицерҙарының боронғо дворяндар ғаиләһенән — флот подполковнигы Александр Фёдорович Бредихиндың улы. Бала сағы Херсон янындағы Солониха ауылында атаһының имениеһында үтә. Шиғриәт, музыка менән мауыға, бер нисә сит телдә һөйләшә.[9] Математикаға һәм тәбиғи фәндәргә ынтылышы иртә уяна. Бының менән ул үҙен беренсе тәрбиәсеһе һәм өй уҡытыусыһы — Херсон гимназияһының элекке директоры З. И. Соколовскийға бурыслы, тип һанай.
1845-1849 йылдарҙа Одессалағы Ришельевский лицейы ҡарамағындағы пансионда уҡый. 1849 йылда Ришельевский лицейына уҡырға инә, 1851 йылда алтын миҙал менән тамамлай. 1851 йылда Мәскәү университетына уҡырға инә бында ул прфессор Ф. М. Спасский[10] уҡыусыларының береһе була. 1855 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай. Һуңғы курстарҙа астрономия профессоры А. Н. Драшусов йоғонтоһо аҫтында Бредихин үҙ һөнәре итеп астрономияны һайлай һәм профессорлыҡҡа әҙерләнеү өсөн университетта ике йылға ҡалдырыла.
Бредихиндың эшмәкәрлеге оҙаҡ йылдар Мәскәү университеты менән бәйле була. 1857 йылда уҡ ул астрономия кафедраһында адъюнкт вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 1862 йылда магистр диссертацияһын «Кометаларҙың ҡойроғо» темаһына яҡлай. 1865 йылда — докторлылыҡ диссертацияларын «О возмущениях комет, не зависящих от планетных притяжений» темаһына 1863 йылда экстраординар профессор, 1865 йылдан ординар профессор вазифаһын биләй. 1873-1876 йылдарҙа Мәскәү университетының физика-математика факультеты деканы. 1882 йылда — Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры. 1873—1890 йылдарҙа университет обсерваторияһы директоры була. «Мәскәү астрофизик училищеһын» булдыра. 1890—1895 йылдарҙа Ф. А. Бредихин Пулково обсерваторияһы директоры була; Рәсәй астрономдары өсөн обсерваторияның киң ишектәрен аса.[11]
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бредихин тикшеренеүҙәре астрономияның бөтә төп тармаҡтарын тиерлек үҙ эсенә ала. Иҫ киткес теүәллек менән ул меридиан түңәрәгендә ҙур булмаған планеталарҙың рефрактор микрометры торошон күҙәтә. Микрометрик винттың хаталарын һәм күҙәтеүсенең шәхси хаталарын тикшерә.
Уның туранан-тура ҡатнашыуы менән Ҡояш хромосфераһын билдәле спектроскоп менән системалы күҙәтеүҙәр, ҡояш таптарын һәм факелдарҙы фотоға төшөрөү, Ай һәм Марс һәм Юпитер планеталары өҫтөндә тикшеренеүҙәр башлана.
1875 йылда тәүгеләрҙән булып, У. Хёггинстан һуң, газ томанлығының химик составын өйрәнә башлай. Инструменталь оптиканан алып гравиметрияға тиклем һәм башҡа өлкәләргә лә ҙур өлөш индерә.
Шулай ҙа уның тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше булып 1858 йылда башланған кометаларҙы өйрәнеүҙән тора.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бредихин Александр Фёдрович бик күп йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. 1886-1890 йылдаҙа Мәскәү тәбиғәт һынаусылары йәмғиәте президенты), 1891 −1893 йылдарҙа Рәсәй астрономия йәмғиәте ағзаһы һәм уның рәйесе; Рәсәй география йәмғиәте ағзаһы, Галлела Леопольдино-Король фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1883), Лондон король астрономия һәм Ливерпуль астрономия йәмғиәттәренең ағза-корреспонденты (1884), Париждағы Оҙонлоҡтар бюроһының ағза-корреспонденты (1894), Харьков университетының (1891), Мәскәү университетының (1897) почетлы ағзаһы.
Астрономия өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Ф. А. Бредихин исемендәге премия булдырыла.
Бредихин Ф. А. үпкә шешеүенән Санкт-Петербургта 1 (14) мая 1904 вафат була. Васыятына ярашлы, Владычное ауылында (хәҙерге Бредихино, Заволжск) ерләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы медиафайлдар |
---|
- Бредихин исемен йөрөткән астероид (786) Бредихин Франц Кайзер 20 апрелдә 1914 йылда асҡан, Гейдельберг, Германия.
- Фёдор Александрович Бредихин исемен 1970 йылда ай кратерына бирелә.
- СССР-ҙа почта маркаһы Ф. А. Бредихинға арналған сығарыла.
- Бредихиноисемендә тораҡ пункты (Иваново өлкәһе)(57°28′45″ с. ш. 42°09′39″ в. д.HGЯO).
- Киншема ҡалаһының урамы Бредихин исемен йөрөтә.
- Заволжск ҡалаһында Бредихин майҙаны (57°29′01″ с. ш. 42°08′48″ в. д.HGЯO).
- Бредихин тыҡрығы Заволжскиҙа.
- Федор Бредихин исемен Латвия Диңгеҙ Пароходствоһының рефрижератор судноһы йөрөтә.
- Заволжск ҡалаһында крайҙы өйрәнеү музейы экспозицияһы[12].
- "Бредихинский уҡыуҙары " конференцияһы 1983 йылдан алып үткәрелә[13][14].
- СССР ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ Бредихин исемендәге премия булдырылған (1946), астрономия өлкәһендәге күренекле эштәр өсөн [5].
-
Почта маркаһы « Тыуыуына — 125 йыл», 1956 йыл
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- О хвостах комет. — М.: В Унив. тип., 1862. — III, 223 с.
- Возмущения комет, происходящие от сопротивления эфира. — М., 1863.
- Излияния вещества из ядра большой кометы 1862 года. — М.: В Унив. тип., 1864. — 21 с.
- Возмущения комет, не зависящие от планетных притяжений. — М., 1864.
- Рисунки кометы Коджиа и её спектра. — М., 1874.
- Этюды о метеорах. — М.: Наука АН СССР, 1954. — 606 с. — (Классики науки). — 3000 экз.
- Бредихин Әҙәби тәржемә а. ф. / Мөхәррир: м. е. Сачок, Касаткина, в. с. — ИД «Референт», 2016. — Стр 256, илл. ISBN 978-5-902022-95-4
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #116469293 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Шереметевский В. В. Русский провинциальный некрополь (урыҫ) — М.: Иван Николаевич Кушнерёв, 1914.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Летопись Московского университета
- ↑ 5,0 5,1 Императорский Московский университет, 2010
- ↑ Презентация книги «Фёдор Александрович Бредихин». Заволжск. 22.05.2014 2017 йыл 23 сентябрь архивланған."Нам удалось найти архивные подтверждения о дате рождения 1 декабря 1831 года (старого стиля, по новому стилю — 14 декабря). В Санкт-Петербургском филиале архива РАН хранится Свидетельство о рождении Ф. А. Бредихина (Ф. 705, Оп. 1, Д. 6, Л. 2), которое называет эту дату".
- ↑ В день рождения Ф. А. Бредихина. Заволжский городской художественно-краеведческий музей. 19.12.2016 2021 йыл 4 ноябрь архивланған. «Великий ученый-астроном родился 1 (14) декабря 1831 года».
- ↑ День рождения Бредихина. Заволжский городской историко-художественный музей, события. 23 января 2018 2021 йыл 4 ноябрь архивланған."…Ф. А. Бредихин родился 1(14) декабря 1831 года".
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 95
- ↑ Кононков А. Ф. Михаил Фёдорович Спасский — видный русский физик и метеоролог XIX века. (К 150-летию со дня рождения и 100-летию со дня смерти) // Успехи физических наук. —1959 г. — т. LXVIII. — вып.4. — С. 733.
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 96
- ↑ Постоянная выставка Ф. А. Бредихина в 2017 йыл 2 февраль архивланған.Заволжске.
- ↑ В Заволжске состоялись VI Бредихинские чтения. 18.09.2017 2017 йыл 22 сентябрь архивланған..
- ↑ Сачков, 2015
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андреев А. Ю. Бредихин Фёдор Александрович (неопр.). История Императорского Московского университета. Дата обращения: 28 сентября 2013.
- Бредихин, Федор Александрович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Бредихин, Фёдор Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки. — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — С. 38—39. — 294 с. — 2000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
- Еремеева А. И. БРЕДИХИН Фёдор Александрович // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 95—96. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Зигель Феликс Юрьевич. Фёдор Александрович Бредихин: Его жизнь и деятельность. — М.: Гостехиздат, 1957. — 152 с. — (Люди русской науки). — 15 000 экз. (обл.)
- Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- Невская Н. И. Фёдор Александрович Бредихин, 1831-1904. — М.—Л.: Наука, 1964. — 255 с. — (Научно-биографическая серия).
- Сачков М. Е. V Бредихинские чтения // Земля и Вселенная : журнал. — 2015. — № 2. — С. 61—69. — ISSN 0044-3948.
- Фёдор Александрович Бредихин (1831-1904) / Касаткина С. В., Сачков М. Е.. — М.: Планета, 2013. — 190 с. — ISBN 978-5-903162-51-2.
- Застрожнова Е. Г. Бредихин Фёдор Александрович // Ученые — фондообразователи Санкт-Петербургского филиала Архива Российской академии наук : Краткий биографический справочник : А—В / науч. ред. и сост. Е. Ю. Басаргина, И. В. Тункина. — СПб. : Реноме, 2018. — С. 104—105. — 196 с. — (Ad fontes. Материалы и исследования по истории науки; т. 13). — ISBN 978-5-00125-105-7. — doi:10.25990/mjny-8444.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография 2021 йыл 4 ноябрь архивланған.
- Профиль Фёдора Александровича Бредихина РФА рәсми сайтында
- Краткая история рода Бредихиных
- Бредихин Фёдор Александрович (неопра.). Мәскәү университеты йылъяҙмалар. Мөрәжәғәт датаһы: 9 ноябрь 2017.
- 13 декабрҙә тыуғандар
- 1831 йылда тыуғандар
- 7 декабрҙә тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 14 майҙа вафат булғандар
- 1904 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- 1917 йылға тиклем Рус география йәмғиәте ағзалары
- XIX быуат астрономдары
- Алфавит буйынса астрономдар
- 8 декабрҙә тыуғандар
- Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлаусылар
- Мәскәү университетының атҡаҙанған профессорҙары