Телескоп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Телескоптар

Телеско́п (бор. грек. τῆλε[tele] — йырыҡ, алыҫ + σκοπέω [skopein] — күҙәтәм) — электромагнит нурланышын (мәҫәлән, күҙгә күренгән яҡтылыҡты) йыйып, күҙәтеүсегә алыҫтағы объекттарҙы күҙәтеп өйрәнергә ярҙам итә торған ҡорамал; күк йөҙөндәге есемдәрҙе күҙәтә торған оптик прибор[1]; йондоҙҙарҙы һәм планеталарҙы ҡарай, тикшерә торған махсус ҡоролма[2].

1608 йылда беренсе телескоп уйлап табылған тип иҫәпләнә. Бер йылдан һуң 1909 йылда Италияның Падуи ҡалаһы профессоры Галилео Галилей үҙенең беренсе телескобын эшләй һәм йондоҙҙарҙы өйрәнеү өсөн ҡуллана. Телескоптан ул Ай өҫтө кратерҙар менән ҡапланған икәнен күргән.

Барлыҡ электоромагнит спектры өсөн дә телескоптар бар:

Бынан тыш, Нейтрино детокторҙарын йыш ҡына нейтрино телескобы тип, атайҙар. Шулай уҡ гравитацион тулҡын детекторҙарын да телескоп тип атайҙар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь технических терминов (А. Н. Кусеев, 2003)
  2. Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]