Сатурн (планета)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сатурн Saturn symbol.svg
Saturn from Cassini Orbiter (2004-10-06).jpg
Кассини станцияһынан Сатурн фотоһы
Орбита характеристикалары
Перигелий

1 353 572 956 км
9,048 а. е.

Афелий

1 513 325 783 км
10,116 а. б.

Ҙур ярымкүсәр (a)

1 433 449 370 км
9,582 а. е.

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,055 723 219

Әйләнеүҙең сидерик периоды

10 759,22 көн (29,46 йыл)[1]

Әйләнеүҙең Синодик периоды

378,09 көн

Орбита тиҙлеге (v)

9,69 км/с

Ауышлығы (i)

2,485 240°
5,51° (Ҡояш экваторына ҡарата)

Долгота восходящего узла (Ω)

113,642 811°

Перицентр аргументы (ω)

336,013 862°

Юлдаштары

62

Физик характеристикалар
Поляр ҡыҫылышы

0,097 96 ± 0,000 18

Экватор радиусы

60 268 ± 4 км [2]

Поляр радиусы

54 364 ± 10 км [2]

Өҫлөк майҙаны (S)

4,27·1010 км²[3]

Күләме (V)

8,2713·1014 км³ [4]

Массаһы (m)

5,6846·1026 кг[4]

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

0,687 г/см³ [2][4]

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

10,44 м/с²[4]

Икенсе космик тиҙлек (v2)

35,5 км/с[4]

Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге

9,87 км/c

Әйләнеү периоды (T)

10ч 34мин 13с ± 2с[5]

Күсәр ауышлығы

26,73°[4]

Төньяҡ полюс ауышлығы (δ)

83,537°

Альбедо

0,342 (Бонд)
0,47 (Геометрикальбедо)[4]

Күренгән йондоҙ дәүмәле

от +1.47 до −0.24 [6]

Температура
 
мин. сред. макс.
1 бара кимәлендә
134 K
0,1 бара
84 K
Атмосфера
Состав:

~96 %Водород (H2)
~3 %Гелий
~0,4 %Метан
~0,01 %Аммиак
~0,01 %Дейтерид (HD)
0,000 7 %Этан
Боҙ:
Аммиак
Һыу
Аммоний гидросульфиды (NH4SH)

СатурнҠояштан алыҫлығы буйынса — алтынсы планета һәм ҙурлығы буйынса Ҡояш системаһында, Юпитерҙан ҡалышып, икенсе планета. Сатурн, Юпитер, Уран һәм Нептун газ гиганттары булып квалификациялана. Планетаға исемде Рим мифологияһындағы Аллаһ хөрмәтенә биргәндәр.

Сатурн башлыса водородтан һәм «тау тоҡомдары», гелий, һыу, метан, аммиак ҡатнашмаларына тора. Планетаның тау тоҡомдары һәм боҙҙан торған төшө металл хәлендәге водород һәм газ ҡатламы менән уратып алынған. Тышҡы атмосфераһы тыныс күренһәлә, ҡайһы саҡта оҙайлы «борсолоуҙар» күҙәтелә.

Сатурндың боҙ киҫәктәренән, тау тоҡомдарына һәм туҙандан торған ҡулсаһы бар. Планета тирәләй, бөгөнгө көндә билдәле булған, 63 юлдашы әйләнә. Шуларҙың иң ҙуры — Титан ул ҙурлығы буйынса Юритер юлдашы Ганимеданан ҡалышып икенсе урында.

Титан Меркурий (планета)Меркурийҙан ҙурыраҡ һәм Ҡояш системаһында тығыҙ атмосфера менән ҡапланған берҙән-бер планета юлдашы. Сатурндан Ҡояшҡа тиклем яҡынса 1 433 531 000 километр (9,58 а.й). Ҡояш тирәләй 10 759 көндә (яҡынса 29,5 йыл) бер әйләнеш яһай.

Сатурн өҫтөндә, газ гиганты булараҡ, ҡаты ҡатлам юҡ. Сатурн массаһы Ерҙән 95 тапҡыр ҙурыраҡ, ә тығыҙлығы ни бары 0,69 г/см³, йәғни һыу тығыҙлығынан да кәмерәк.

Ҡояш системаһы планеталары араһында Сатурн[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурн газ планетаһы тибына ҡарай: ул, нигеҙҙә, газдарҙан тора һәм өҫтө ҡаты ҡатлам менән ҡапланмаған. Планетаның экватор радиусы — 60 300 км, поляр радиусы — 54 400 км[7]; Ҡояш системаһындағы бөтә планеталар араһында Сатурн иң ныҡ ҡыҫылыуы менән айырыла. Планетаның массаһы Ер массаһынан 95,2 раза артығыраҡ, әммә уртаса тығыҙлығы ни бары 0,687 г/см³, ул — Ҡояш системаһында уртаса тығыҙлығы һыу тығыҙлығынан кәмерәк булған берҙән-бер планета. Шуға ла, Юпитер менән Сатурн массалары араһындағы айырма 3 тапҡырға артығыраҡ булһа ла, экватор диаметры буйынса айырма ни бары 19 процент ҡына. Ҡалған газ гиганттарының тығыҙлығы байтаҡҡа күберәк (1,27—1,64 г/см³). Экваторҙа тартыу көсө тиҙләнеше 10,44 м/с² тәшкил итә, был күрһәткес уны Ер һәм Нептун менән бер рәткә ҡуя, әммә Юпитерҙағы тартыу көсө тиҙләнешенән күпкә әҙерәк.

Орбита характеристикаһы һәм әйләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурн менән Ҡояш араһындағы уртаса алыҫлыҡ 1430 млн км (9,58 а. е.)[7] тәшкил итә. Сатурн, уртаса 9,69 км/с тиҙлек менән хәрәкәт итеп, Ҡояш тирәләй 10 759 тәүлектә (яҡынса 29,5 йыл) әйләнеп сыға. Сатурн менән Ер араһындағы алыҫлыҡ үҙгәрә 1195 млн. км-нан (8,0 а. е.) 1660 млн км самаһы (11,1 а. е.), бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған осорҙа уларҙың араһы яҡынса 1280 млн км. Сатурн менән Юпитер теп-теүәл 2:5 резонансында тиерлек . Сатурн орбитаһының эксцентриситеты 0,056 булғанға күрә, Ҡояшҡа тиклемге араның перигелийҙа һәм афелийҙа айырмаһы 162 млн км тәшкил итә.

Сатурн атмосфераһының күҙәтеүҙәр ваҡытында күренгән объекттары киңлеккә бәйле төрлө тиҙлектә әйләнә. Юпитерҙағы кеүек бында ла ошондай объекттарҙың бер нисә төркөмө бар. Мәҫәлән, «Зона 1» объектының әйләнеү осоро — 10 сәғ. 14 мин 00 с (йәғни мөйөш тиҙлеге тәүлегенә 844,3°, йәки тәүлегенә 2,345 әйләнеш тәшкил итә). Ул көньяҡ экваториаль бүлкәттең төньяҡ сигенән төньяҡ экваториаль бүлкәттең көньяҡ сигенә тиклем һуҙыла. Сатурндың ҡалған киңлектәрендә (Зона 2) әйләнеш осоро тәүҙә 10 сәғ. 39 мин 24 с (тәүлегенә 810,76° тиҙлек, йәки тәүлегенә 2,2521 әйләнеш) була. Һуңынан был мәғлүмәт ҡайтанан ҡарала: яңы баһа бирелә — 10, 34 минут та 13 секунд. «Вояжер−1» осҡан осорҙа планетаның радио нурланышы нигеҙендә «Зона 3» объекты табыла, уның әйләнеү осоро 10 сәғ. 39 мин 22,5 с (тәүлегенә 810,8 тиҙлек° тиҙлек йәки тәүлегенә 2,2522 әйләнеш) тигеҙ.

Килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурндың килеп сығышы буйынса (Юпитер кеүек үк) ике төрлө фараз бар. «Контракция» фаразына ярашлы, Сатурн менән Ҡояш составы буйынса оҡшаш, икеһендә лә водород өлөшө күп, шуға ла, тип фаразлайҙар, тығыҙлығы бик түбән: Ҡояш системаһы барлыҡҡа килгән ваҡытта газ-туҙан дискыһында бик ҙур массалы «ҡуйылыҡ» барлыҡҡа килә, аҙаҡ шул ҡуйылыҡтан планеталар формалаша, йәғни Ҡояш менән планеталар оҡшаш типта формалаша. Шуға ҡарамаҫтан, был фараз Ҡояш һәм Сатурн составындағы айырмалыҡтарҙы аңлата алмай[8].

Атмосфераһы һәм төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Северное сияние над северным полюсом Сатурна.jpg
Сатурндың төньяҡ полюсы өҫтөндәге Поляр балҡыш. Балҡыш зәңгәр төҫкә буялған, ә аҫта ятҡан болоттар — ҡыҙыл төҫтә. Балҡыштар аҫтында элек табылған алты мөйөшлө болот урынлашыуы күренә.

Сатурн атмосфераһының өҫкө ҡатламдары (күләме буйынса) 96,3 процент водородтан һәм 3,25 % гелийҙан тора. Метан, аммиак, фосфин, этан һәм ҡайһы бер башҡа газдарҙың ҡушылмалары ла бар[9]. Атмосфераһының өҫкө өлөшөндәге аммиак болоттары Юпитерҙыҡына ҡарағанда ҡеүәтлерәк . Атмосферның түбәнге өлөшөндәге болоттар аммоний гидросульфидынан (NH<sub>4</sub>SH) йәки һыуҙан тора.

«Вояжер» йыһан аппараттары мәғлүмәттәре буйынса Сатурнда көслө елдәр, нигеҙҙә, көнсығыш йүнәлешендә (күсәр әйләнеше йүнәлеше буйынса) иҫә, тиҙлеге 500 м/с тиклем. Экваторҙан ҡаҡлығып кире йыһанға табан иҫә башлағас ҡына уларҙың көсө кәмей; экваторҙан ҡаҡлыҡҡан саҡта көнбайыш атмосфера ағымы ла барлыҡҡа килә. Байтаҡ мәғлүмәттәр атмосфераның циркуляцияһы өҫкө ҡатламда ғына түгел, ә планетаның эске өлөшөндә, хатта 2 мең км. тәрәнлектә лә булыуын раҫлай. Бынан тыш, «Вояжер-2»нең үлсәүҙәре көньяҡ һәм төньяҡ ярымшарҙарҙағы елдәр экваторға ҡарата симметрик рәүештә иҫеүен күрһәтә. Симметрик ағымдарҙың күренгән атмосфера ҡатламы аҫтында үҙ-ара бәйле булыу ихтималлығы ла фаразлана.

Файл:Saturn aurora.jpg
Британия астрономдары Сатурн атмосфераһында поляр балҡышьың яңы төрөн таба, ул планета полюстарының береһе тирәләй ҡулса барлыҡҡа килтерә

Сатурн атмосфераһында ҡай саҡ уғата ҡеүәтле дауылдан ғибәрәт булған тотороҡло ҡатлам барлыҡҡа килә. Ҡояш системаһының башҡа газ планеталарында ла шундай уҡ объекттарҙың булыуы күҙәтелә (ҡара: Юпитерҙағы Оло ҡыҙыл тап, Нептундағы Ҙур ҡара тап). Сатурнда яҡынса 30 йылға бер тапҡыр гигант «Оло аҡ оҙонса ҡулса» пәйҙә була, һуңғы тапҡыр уны 2010 йылда күҙәтәләр (унан бәләкәсерәк дауыл-ғәрәсәттәр йышыраҡ күҙәтелә).

2008 йылдың 12 ноябрендә «Кассини» станцияһы камералары Сатурндың төньяҡ полюсының инфраҡыҙыл диапазондағы һүрәтен ала. Тикшеренеүселәр был юлы Ҡояш системаһында бер тапҡыр ҙа күҙәтелмәгән поляр балҡышты таба. Ультрафиолет һәм күҙгә күренгән диапазондарҙа ла ошондай уҡ балҡыш күҙәтелә. Поляр балҡыштар планета полюсын уратып алған сағыу оҙонса өҙлөкһөҙ әйләнеп торған түңәрәктәрҙән ғибәрәт[10]. Түңәрәктәр, ҡағиҙә булараҡ, 70-80° киңлектәрендә[11] урынлаша. Көньяҡ түңәрәктәр уртаса 75 ± 1° киңлектәрҙә, ә төньяҡтағыһы — полюсҡа яҡынса 1,5°-ҡа яҡыныраҡ урынлаша, сөнки төньяҡ ярымшарҙа магнит ҡыры бер аҙ көслөрәк[12]. Ҡайһы берҙә оҙонса түңәрәк урынына спираль формаһындағы түңәрәктәр хасил була.

Юпитерҙан айырмалы рәүештә Сатурндың поляр балҡыштары планета магнитосфераһының тышҡы өлөштәрендәге плазма ҡатламының тигеҙһеҙ әйләнеше менән бәйле түгел[11]. Был балҡыштар ҡояш еле тәьҫире аҫтында магнит тоташыуына бәйле рәүештә барлыҡҡа килә тип фаразлана[13]. Ваҡыт үтеү менән Сатурндағы поляр балҡыштарҙың формаһы һәм төрө лә ныҡ үҙгәрә[10]. Уларҙың урынлашыуы һәм сағыулығы ҡояш еле баҫымына ныҡ бәйле, ул ни тиклем күберәк, балҡыш та шул тиклем сағыуыраҡ һәм полюсҡа яҡыныраҡ. Поляр балҡыш ҡеүәтенең уртаса күрһәткесе 80—170 нм (ультрафиолет) диапазонында 50 ГВт, ә 3—4 мкм (инфраҡыҙыл) диапазонында 150—300 ГВт тәшкил итә.

Көслө дауылдар һәм штормдар ваҡытында Сатурнда ҡеүәтле йәшен йәшнәүе күҙәтелә. Сатурнда улар тыуҙырған электромагнит әүҙемлек йылдар буйына тулыһынса тынысланыуҙан бик ныҡ көслө электр дауылдары ҡупҡанға тиклем тирбәлә[14].

2010 йылдың 28 декабрендә «Кассини» тәмәке төтөнөн хәтерләткән штормды фотоға төшөрә. 2011 йылдың 20 майында тағы ла бер бигерәк тә көслә шторм теркәлә[15].

Төньяҡ полюстағы алты мөйөшлө ҡатлам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурндың төньяҡ плюсында гексагональ атмосфера ҡатламы

Сатурндың төньяҡ полюсындағы болоттар гигантт алтымөйөш (гексагон) барлыҡҡа килтерә. Беренсе тапҡыр 1980-се йылдарҙа «Вояжер» Сатурн эргәһенән осҡанда төшөрөп ала[16][17], Ҡояш системаһының башҡа урынында бер ҡасан да бындай күренештәр күҙәтелмәй. Алтымөйөш 78° киңлегендә урынлашҡан, уның һәр яғы яҡынса 13 800 км тәшкил итә, йәғни ул Ер диаметрынан ҙурыраҡ, был алтымөйөш эсенә дүрт Ер урынлаша алыр ине. Уның әйләнеү осоро — 10 сәғәт 39 минут. Был осор радионурланыш интенсивлығының үҙгәреү осоро менән тап килә.

Болоттарҙың сәйер структураһы инфраҡыҙыл һүрәттәрҙә күрһәтелә, уларҙы 2006 йылдың октябрь айында Сатурн тирәләй әйләнгән «Кассини» йыһан аппараты төшөрөп ала. Һүрәт «Вояжер» осоп ҡайтҡандан һуң 20 йыл үткәс тә был алтымөйөштөң тотороҡло булыуын раҫлай, өҫтәүенә әйләнеү ваҡытында ла болоттарҙың алты мөйөшлө структураһы һаҡланып ҡала. Ерҙәге айырым болоттар алтымөйөш формаһын алыуы ихтимал, әммә, уларҙан айырмалы рәүештә, Сатурндағы алтымөйөш төҙөк алтымөйөшкә бик яҡын. Гексагон районында болоттар бер төрлө генә түгел, тип фаразлана. Болоттар бөтөнләй булмаған өлкәләрҙең бейеклеге 75 км.

Эске төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурндың эске төҙөлөшө

Сатурн атмосфераһының иң тәрән урынында баҫым һәм температура күтәрелә, ә водород әкренләп кенә шыйыҡ хәлгә күсә. Тәрәнлеге яҡынса 30 мең км булғанда водород металға әйләнә (унда баҫым яҡынса 3 миллион атмосфераға етә). Электр тогының циркуляцияһы металл водородта магнит ҡырын барлыҡҡа килтерә (Юпитерҙағынан күпкә ҡеүәтлерәк). Планета үҙәгендә силикаттар, металдар һәм, фараз буйынса, боҙ кеүек ҡаты һәм ауыр материалдарҙан бик ауыр йәҙрә тора. Уның массаһы 9-ҙан алып 22-гә тиклем Ер массаһына тигеҙ[18]. Йәҙрәһенең температураһы — 11 700 °C, ә Сатурн йыһанға таратҡан энергия планета Ҡояштан алған энергиянан 2,5 тапҡырға күберәк. Энергияның ҙур ғына өлөшө Кельвин — Гельмгольц механизмы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә (планетала температура түбәнәйгәндә уның баҫымы ла түбәнәйә, һөҙөмтәлә ул ҡыҫыла, ә матдәһенең потенциаль энергияһы йылылыҡҡа әйләнә). Әммә был механизм планета энергияһының берҙән-бер генә сығанағы түгел. Йылылыҡтың ҡалған өлөшө гелий тамсыларының конденсацияһы һәм уларҙың водород аша йәҙрә эсенә тамыуы иҫәбенә хасил була. Һөҙөмтәлә тамсыларҙың потенциаль энергияһы йылылыҡ энергияһына әйләнә. Иҫәпләүҙәр буйынса, йәҙрә өлкәһенең диаметры яҡынса 25 000 км тәшкил итә.

Магнит ҡыры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурн магнитосфераһы структураһы

Сатурндың магнитосфераһын 1979 йылда «Пионер-11» йыһан аппараты аса. Үлсәмдәре буйынса ул тик Юпитерҙың магнитосфераһынан ғына ҡалыша. Магнитопауза, Сатурн үҙәгенән уның магнитосфераһы һәм ҡояш еле араһындағы сик, Сатурндың үҙәгенән уның 20 радиусы самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан, ә магнитосфераның ҡойроғо йөҙҙәрсә радиусҡа һуҙыла. Сатурндың магнитосфераһы планета һәм уның юлдаштары етештергән плазма менән тулған. Юлдаштар араһында гейзерҙары һыу парҙарын атып торған Энцелад ҙур роль уйнай, был парҙарҙың бер өлөшө Сатурндың магнит ҡыры тарафынан ионлаштырыла[19].

Сатурндың магнитосфераһы менән ҡояш еле араһындағы үҙ-ара бәйләнеш планетаның полюстары тирәләй поляр балҡыштың сағыу оҙонса түңәрәктәрен булдыра, уларҙы ябай күҙ менән дә, шулай уҡ ультрафиолет һәм инфраҡыҙыл нурҙар аҫтында ла күҙәтергә мөмкин.

Планетаны тикшереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурн — Ҡояш системаһындағы Ерҙән ябай күҙ менән күреп булған биш планетаның береһе. Максимумда Сатурндың ялтырауы беренсе йондоҙ дәүмәленән артып китә. Сатурн ҡулсаларын күреү өсөн диаметры 15 мм-ҙан кәм булмаған телескоп талап ителә.

Хәҙерге заман телекобы аша Сатурндың күренеше (һулда) һәм Галилей заманындағы телескоптан (уң яҡта)

Галилео Галилей 1609-1610 йылдарҙа телескоп аша Сатурнды күҙәткәнендә уны бер бер-береһенә тейеп торған өс есем кеүек күрә, икәүһе Сатурндың «компаньондары» (юлдаштары) тип билдәләй. Ике йылдан һуң Галилей ҡабат күҙәткәнендә планетаның "юлдаштарын" таба алмай[20].

1659 йылда Гюйгенс артыҡ көслө телескоп ярҙамында шуны асыҡлай: Галилейҙың «компаньондар» тигәне — планетаны уратып алған йоҡа яҫы, шул уҡ ваҡытта планетаға теймәгән ҡулса. Гюйгенс шулай уҡ Сатурндың иң эре юлдашы — Титанды аса. 1675 йылдан был планетаны өйрәнеү менән Кассини шөғөлләнә башлай. Ул ҡулсаларҙың икәү булыуын һәм улар араһында асыҡтан-асыҡ күренеп торған ара булыуын билдәләй, аҙаҡ был ара Кассини араһы тип атала. Кассини Сатурндың тағы ла бер нисә эре юлдашын: Япет, Тефия, Диона һәм Рейҙы аса.

Артабан 1789 йылда Уилям Гершаль планетаның тағы ла ике юлдашын — Мимас һәм Энцеладты асҡанға тиклем күҙгә күренерлек асыштар булмай. Шунан һуң бер төркөм британ астрономдары Гиперион юлдашын аса. 1899 йылда Уильям Пикеринг Феб юлдашы булыуын асыҡлай. 1944 йылда Джерард Койпер Титанда ҡеүәтле атмосфера булыуын аса[21][22]. Был күренеш Ҡояш системаһы өсөн уникаль.

Сатурн һәм уның юлдаштары — Титан, Янус, Мимас һәм Прометей — Сатурн ҡулсалары фонында

Юлдаштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурндың иң ҙур юлдаштары — Мимас, Энцелад, Тефия, Диона, Рея, Титан һәм Япет — улар 1789 йылда асыла, әммә бөгөнгө көндә лә төп тикшеренеү объекттары булып ҡала. Был юлдаштарҙың диаметры 397 километрҙан (Мимас) 5150 км-ға тиклем (Титан), орбитаның ҙур ярымкүсәре 186 мең км-нан (Мимас) 3561 мең км-ға тиклем (Япет). Массалары буйынса бүленеш диаметр буйынса бүленешкә тап килә. Титан иң ҙур эксцентриситетҡа эйә, иң бәләкәй эксцентриситет — Диона менән Тефияла. Параметрҙары билдәле булған бөтә юлдаштар ҙа синхрон орбитанан[23] юғарыраҡ урынлашҡан, был хәл уларҙың әкренләп планетанан алыҫайыуына килтерә.

Сатурндың юлдаштары

2010 йылдың февраленә ҡарата Сатурндың 62 юлдашы булыуы билдәле. Уларҙың 12-һе йыһан аппараттары ярҙамында асыла: «Вояжер-1» (1980), «Вояжер-2» (1981), «Кассинит» (20042007). Гиперион менән Фебанан башҡалары синхрон рәүештә үҙ күсәре тирәләй әйләнә — улар Сатурнға һәр ваҡыт бер яғы менән генә боролған. Иң ваҡ юлдаштарының әйләнеүҙәре тураһында мәғлүмәт юҡ. Лагранж нөктәһендә L5 һәм L4[24] Тефия менән Дионаға икешәр юлдаш эйәрә.

2006 йыл барышында Гавайи университетынан Дэвид Джуитт етәкселегендәге ғалимдар командаһы, Гавайи штатында япон телескобы Субарула эшләп, Сатурндың тағы ла 9 юлдашын асыуҙары тураһында иғлан итә. Был юлдаштарҙың бөтәһе лә — даими булмаған юлдаштар, улар ретроград орбиталары менән башҡаларҙан айрылып тора. Улар планета тирәләй 1300 көндән 862 көнгә тиклем әйләнә[25].

Ҡулсалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сатурн менән Ерҙе сағыштырыу (Фотомонтаж)

Сатурндың төп өс һәм бик йоҡа дүртенсе ҡулсаһы бар. Улар барыһы бергә, Сатурн дискыһына ҡарағанда, күберәк яҡтылыҡ сағылдыра. Төп өс ҡулсан латин алфавитының беренсе хәрефе менән билдәләнә. В ҡулсаһы — үҙәк ҡулса, иң сағыу һәм киң, ул тышҡы А ҡулсаһынан Кассини араһы ( киңлеге 4000 км) менән айырыла, Кассини араһында үтә йоҡа, үтә күренмәле ҡулсалар бар. А ҡулсаһы эсендә айырыусы Энке һыҙаты тип аталған бик йоҡа ярыҡ бар. Планетаға В ҡулсаһына ҡарағанда яҡыныраҡ булған С ҡулсаһы үтә күренмәле тиерлек.

2015 йылда ерҙәге телескоптан Сатурндың күренеше, Ла-Каньяда обсерваторияһы, Авила, Испания (код J87)
Йыл Сатурн ҡулсаларын асыу (градустар)[26]
1965 0
1972 26,73
1980 0
1987 -26,73
1994 0
2002 26,73
2009 0
2016 -26,73

Сатурн ҡулсаларын улар ныҡ итеп асылған саҡта күҙәтеү уңайлы. Был ваҡытта Сатурнда йә ҡыш, йә йәй була.

1921 йылдағы имеш-мимеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылда Сатурн үҙенең ҡулсаларынан яҙған, тигән имеш-мимеш тарала. Был хәбәр кешеләрҙе ифрат хафаландыра, хатта ҡулсаларҙың ҡасан Ергә килеп төшәсәген иҫәпләүҙәр баҫылып сыға. Ғәмәлдә ҡулсалар ерҙән күҙәтеүселәргә ҡарата ҡабырғаһы менән торғанға күрә генә ул кешеләргә күренмәгән була[27].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Courtney Seligman Rotation Period and Day Length  (инг.). cseligman.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 август 2011. 31 июль 2011 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 Yeomans, Donald K. HORIZONS System. NASA JPL (2006-07-13). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 июнь 2007. 8 август 2007 тикшерелгән.—Перейдите в "web interface" , выберите "Ephemeris Type: ELEMENTS", "Target Body: Saturn Barycenter" и "Center: Sun".
  3. NASA: Solar System Exploration: Planets: Saturn: Facts & Figures. Solarsystem.nasa.gov (2011-03-22). Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 октябрь 2011. 8 август 2011 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Williams, Dr. David R. Saturn Fact Sheet. NASA (September 7, 2006). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 31 июль 2007 тикшерелгән.
  5. Астрономы укоротили сутки на Сатурне. Lenta.ru (30 июля 2009). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 14 август 2010 тикшерелгән.
  6. Schmude, Richard W Junior Wideband photoelectric magnitude measurements of Saturn in 2000. Georgia Journal of Science (2001). 14 октябрь 2007 тикшерелгән.
  7. 7,0 7,1 Saturn Fact Sheet  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 31 октябрь 2010 тикшерелгән.
  8. Астронет>Происхождение Солнечной системы (планетная космогония). 5 октябрь 2010 тикшерелгән.
  9. Courtin R. et al. The Composition of Saturn's Atmosphere at Temperate Northern Latitudes from Voyager IRIS spectra (инг.) // Bulletin of the American Astronomical Society (инг.)баш. : journal. — American Astronomical Society, 1967. — Т. 15. — С. 831. — Bibcode1983BAAS...15..831C
  10. 10,0 10,1 Clark J. T. et al. Morphological differences between Saturn’s ultraviolet aurorae and those of Earth and Jupiter (инг.) // Nature : journal. — 2005. — Т. 433. — № 7027. — С. 717—719. — DOI:10.1038/nature03331 — Bibcode2005Natur.433..717C — PMID 15716945. Архивировано из первоисточника 16 июль 2011.
  11. 11,0 11,1 Bhardwaj A.; Gladstone, G. Randall Auroral emissions of the giant planets (mis) // Reviews of Geophysics. — 2000. — Т. 38. — № 3. — С. 295—353. — DOI:10.1029/1998RG000046 — Bibcode2000RvGeo..38..295B
  12. Nichols J. D. et al. Saturn’s equinoctial auroras (mis) // Geophysical research Letters. — 2009. — Т. 36. — № 24. — С. L24102:1—5. — DOI:10.1029/2009GL041491 — Bibcode2009GeoRL..3624102N
  13. Kivelson M. G. The current systems of the Jovian magnetosphere and ionosphere and predictions for Saturn (инг.) // Space Science Reviews (инг.)баш. : journal. — Springer, 2005. — Т. 116. — № 1—2. — С. 299—318. — DOI:10.1007/s11214-005-1959-x — Bibcode2005SSRv..116..299K
  14. News Flash: Cassini Captures First Movie of Lightning on Saturn. Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 август 2012. 14 август 2012 тикшерелгән.
  15. На Сатурне произошел шторм планетарного масштаба, Лента.ру (20 май 2011). 21 май 2011 тикшерелгән.
  16. Godfrey, D. A. A hexagonal feature around Saturn's North Pole (инг.) // Icarus (инг.)баш.. — Elsevier, 1988. — Т. 76. — № 2. — С. 335. — DOI:10.1016/0019-1035(88)90075-9 — Bibcode1988Icar...76..335G
  17. Sanchez-Lavega A. et al. Ground-based observations of Saturn's north polar SPOT and hexagon (инг.) // Science : journal. — 1993. — Т. 260. — № 5106. — С. 329. — DOI:10.1126/science.260.5106.329 — Bibcode1993Sci...260..329S — PMID 17838249.
  18. Fortney J. J. Looking into the Giant Planets (инг.) // Science. — 2004. — Т. 305. — № 5689. — С. 1414—1415. — DOI:10.1126/science.1101352 — PMID 15353790.
  19. Sittler E. C. et al. Ion and neutral sources and sinks within Saturn’s inner magnetosphere: Cassini results (инг.) // Planetary and Space Science (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2008. — Т. 56. — № 1. — С. 3—18. — DOI:10.1016/j.pss.2007.06.006 — Bibcode2008P&SS...56....3S
  20. Baalke, Ron. Saturn: History of Discoveries. Jet Propulsion Laboratory, California Institute of Technology, NASA.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 февраль 2012. 19 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  21. О. Л. Кусков, В. А. Дорофеева, В. А. Кронрод, А. Б. Макалкин. Системы Юпитера и Сатурна: Формирование, состав и внутреннее строение — М.: ЛКИ, 2009. — Б. 476. — ISBN 9785382009865.
  22. G. P. Kuiper Titan: a Satellite with an Atmosphere (инг.) // The Astrophysical Journal. — IOP Publishing (инг.)баш., 1944. — Т. 100. — С. 378. — DOI:10.1086/144679
  23. Jacobson, R. A. et al. Revised orbits of Saturn's small inner satellites (инг.) // The Astronomical Journal : journal. — IOP Publishing (инг.)баш., 2008. — Т. 135. — № 1. — С. 261—263. — DOI:10.1088/0004-6256/135/1/261 — Bibcode2008AJ....135..261J
  24. Цесевич В. П. Что и как наблюдать на небе — 6-е изд. — М.: Наука, 1984. — Б. 161. — 304 б.
  25. Sheppard, S. S.; Jewitt, D. C.; and Kleyna, J. Satellites of Saturn (mis) // IAU Circular No. — 2006. — Т. 8727.
  26. Куликовский П. Г. «Справочник любителя астрономии», 110 стр.
  27. Перельман Я. И. «Занимательная астрономия», 142 стр.