Эстәлеккә күсергә

Ғәҙелгәрәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Гадельгареево
башҡ. Ғәҙелгәрәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл биләмәһе

Кейекбай ауыл советы

Координаталар

53°04′42″ с. ш. 57°03′08″ в. д.HGЯO

Халҡы

435[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453588

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 819 003

ОКТМО коды

80 619 419 111

Гадельгареево (Рәсәй)
Гадельгареево
Гадельгареево
Ғәҙелгәрәй (Башҡортостан Республикаһы)
Гадельгареево

Ғәҙелгәрәй (рус. Гадельгареево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Кейекбай ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 435 кеше[2]. Почта индексы — 453588, ОКАТО коды — 80219819003.

Ғәҙелгәрәй ауылы Ағиҙел ҡушылдығы Шүлгән йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көнбайышҡа 32 километр һәм тимер юл станцияһы Белореттан көньяҡ-көнбаышҡа табан 175 километр алыҫлыҡта, «Алтын солоҡ» ҡурсыулығы (заказник) территорияһында урынлашҡан[3].

Ғәҙелгәрәй ауылына Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл XIX быуаттан йәғни 1816 йылдан билдәле. Шулай уҡ Әҙелгәрәй, Шүлгән атамалары менән дә теркәлгән. Бындағы халыҡ башлыса ярымкүсмә малсылыҡты үҙ иткән.

1842 йылда 213 кешегә 112 бот яҙғы иген сәселгән. 1859 йылда ауылда — 330 кеше йәшәгән.

1865 йылда Ғәҙелгәрәй ауылындағы 21 йортта 271 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1926 йылғы тәүге совет йәниҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 447 кеше теркәлгән.

2009 йылдың 30 майынан 6 июненә саҡлы Бөрйән районына РФА Өфө Фәнни Үҙәге фольклорсыларының ғилми экспедицияһы ойошторолдо. Ғалимдар Хөсәйенова Г. Р, Юлдыбаева Г. В. хәҙерге замана кешеләренән Шүлгәнташ һәм уға бәйле легендаларҙы яҙып алғандар. 11 ауылда халыҡ менән осрашыу һөҙөмтәһендә башҡорт халҡының традицион жанрҙары, легендалар һәм риүәйәттәр, һаман да тере һәм бай йөкмәткеле булыуы асыҡланды. Шулар араһында «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлығына индерелмәгәндәре, ташҡа баҫылмағандары ла осрай.

Ғәҙелгәрәй ауылынан Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы (1965 йылғы) Хәйбулла исемле бабайҙан ишеткәнен яҙҙырған. Шүлгән ауылының исеме (рәсми атамаһы — Ғәҙелгәрәй) легендаһын ошолай тип һөйләгән икән бабай: "Бер бай кеше йәшәгән икән, ти. Кешеләр унан бик ҡурҡҡан икән. Сөнки ул бик уҫал булған. Ауылдаштары уның исемен дә әйтергә ҡурҡҡан, ти. Уның тураһында һүҙ сыҡһа, уны «шул бай» (тот богач — Х. Г.)тип кенә атар булғандар. Ошо бай йылғала батып үлгән. Һәм был йылғаны ла «Шул улгән» (Тот умер — Х. Г., Ю. Г.) тип йөрөтә башлағандар. Һуңынан был атама ауыл исеме булып ҡулланыла башлаған. Бай батып үлгән йылға ер аҫтына инеп юғала, шунан мәмерйәгә ингән ерҙә ҡабат ер өҫтөнә килеп сыға. Шуның өсөн мәмерйә лә "Шүлгән"тип атала. Шулай итеп, Шүлгән йылғаһы ла, Шүлгән ауылы ла, Шүлгән мәмерйәһе лә бер үк исем менән бәйләнгән".

Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы һөйләгән икенсе легенда ла бик ҡыҙыҡ: «Беҙ бәләкәй саҡта мәмерйәне «таш өй» тип йөрөтәләр ине. Мәмерйәгә алып ингән өлкәндәр, бында ҡасандыр кешеләр йәшәгән, тип һөйләй торғайны. Мәмерйәләге стена буйында тигеҙ генә бер таш бар, шунда китаптар һалғандар, китапхана булған. Ә тигеҙ ҙур залда кешеләр бейегәндәр, күңел асҡандар, имеш. Быны мин өлкәндәрҙән ишеттем».

Быға тиклем баҫылған материалдарҙа был мәғлүмәт юҡ, был фаразды экскурсиялар уҙғарған гидтар ҙа һөйләмәй.

  • Ауыл тарихы тулыраҡ[4]

Ғәҙелгәрәй мәктәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта ауылда Ырғыҙлы урта мәктәбе филиалы — Ғәҙелгәрәй төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].

  • Түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ. Төҙөүселәр: Миңнәхмәт Йомағужин, Гөлнәзирә Сәғитова[6]

Ғәҙелгәрәй ауылында медицина

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Миннәхмәт Йомағужин, Әҡлимә Сафина әҙерләгән материалдар[7]
  • Миңнәхмәт Йомағужин, Әҡлимә Сафина әҙерләнгән материалдар[8]
  • Түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ[9]
Халыҡ иҫәбе
2002[10]2009[10]2010[1]
441508435
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (98 %)[10].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 354
1920 йыл 26 август 447
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 150
1959 йыл 15 ғинуар 129
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 403
2002 йыл 9 октябрь 441
2010 йыл 14 октябрь 435 223 212 51,3 48,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Антон урамы (рус.  Антона (улица)
  • Әхмәтйән урамы (рус.  Ахмедьяна (улица)
  • Бикйән урамы (рус.  Бикьяна (улица)
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица)
  • Дәүләтгәрәй урамы (рус.  Давлетгарея (улица)
  • Ҡурсаулыҡ урамы (рус.  Заповедная (улица)
  • Майҙан урамы (рус.  Майдан (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молоджная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Шүлгән урамы (рус.  Шульгана (улица)[11]
  • Атай — олатайҙарҙың төйәге[12]
  • Йомағужин Миңнәхмәт Ғилметдин улы һәм Айсығолов Рауил Тимерйән улы йыйған материалдар буйынса ер-һыу атамалары[13].
  • Ғәҙелгәрәй ауылы эргәһендә ЮНЕСКО тарафынан донъя халыҡтарының мәҙәни мираҫы тип танылған Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан. Шулай уҡ Космонавтар мәмерйәһе бар.
  • Видео. (Сәғитова Шәүрә Айҙар ҡыҙы, Ғәҙелгәрәй мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы)[14]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ғәҙелгәрәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. https://ba.wikibooks.org/wiki/Ғәҙелгәрәй_ауылы_тарихы
  5. Ғәҙелгәрәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Ғәҙелгәрәй мәктәбе
  7. Ғәҙелгәрәй ауылында медицина
  8. https://ba.wikibooks.org/wiki/Ғәҙелгәрәй_ауылында_балалар_баҡсаһы
  9. https://ba.wikibooks.org/wiki/Ғәҙелгәрәй_ауылында_мәсет
  10. 10,0 10,1 10,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  11. Улицы
  12. Атай — олатайҙарҙың төйәге
  13. Ғәҙелгәрәй ауылы ер-һыу атамалары
  14. Сәғитова Шәүрә Айҙар ҡыҙы, Ғәҙелгәрәй мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы