Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы
Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 июнь 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Ҡурсаулыҡ |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | фән докторы[d] |
Йомағужин Фитрат Ғилметдин улы (14 июнь 1963 йыл) — ғалим-биолог. 2005—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2013 йылдан филиал директоры; 2016 йылдан Шүлгәнташ дәүләт ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2014), профессор (2015).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин 1963 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуа. Үҙ ауылында башланғыс синыфты тамамлағас, уҡыуын Иҫке Собханғол урта мәктәбендә дауам итә һәм 1980 йылда тамамлай. Саңғыла йүгереү буйынса бер нисә тапҡыр район чемпионы була.
1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә һәм 1989 йылда юғары уҡыу йортон «Биолог. Биология һәм химия уҡытыусыһы» квалификацияһы буйынса уңышлы тамамлай. Уҡыу ваҡытында ҡышҡы күпбәйге, саңғыла йүгереү буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативы үтәй. Төҙөлөш отрядтары составында эшләй, «Дуҫлыҡ» һәм «Башҡортостан» интернациональ төҙөлөш отрядтары ағзаһы була.
1989—2005 йылдарҙа «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығында ғилми хеҙмәткәр, умартасылыҡ бүлеге начальнигы, дөйөм мәсьәләләр һәм умартасылыҡ буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, ә 2016 йылдан алып ҡурсаулыҡтың төп ғилми хеҙмәткәре булып тора. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында эшләгән йылдарҙа солоҡ һәм умартасылыҡты үҫтереүгә, Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Тап ошо йылдарҙа ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселеге менән берлектә Бөрйән балы, солоҡ балы брендын танытыуға өлгәшә, Шүлгәнташ мәмерйәһе янында музей-экскурсия комплексы ойоштороуға ҙур көс һала. Уның етәкселегендә «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында һәм яҡын биләмәлә солоҡ фондына иҫәп үткәрелә. Солоҡ умартасылығы йолаларын тергеҙеү буйынса солоҡсолар конкурсын ойоштороп, уны Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы һәм сиктәш райондары халҡына ҡайтарыу йәһәтенән ҙур эш башҡара. Был бәйгелә солоҡ, түмәр, умартасылыҡ ҡорамалдары эшләү буйынса ярыштар үткәрелә.
Фитрат Ғилметдин улы Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур энтомологик «Алтын Солоҡ» заказнигын булдырыу инициаторҙарының һәм ойоштороусыларының береһе булып тора. Бөрйән районында йәшәгән кешеләрҙең ырыу тамғаларын эҙләп таба һәм уларҙы системаға һала, хужаларын эҙләп таба һәм солоҡ билдәләрен хәҙерге солоҡсолар быуынына файҙаланыуға тапшыра. Әлеге ваҡытта был йүнәлештә архив материалдары менән әүҙем шөғөлләнә.
2000 йылда «Морфофункциональное развитие летательной мышцы, восковой железы и механизм генетико-популяционной изменчивости бурзянской бортевой пчелы»[1] тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы, ә 2014 йылда «Бөрйән солоҡ бал ҡортоноң биоморфологик һәм популяция яраҡлашыуы» темаһына[2] докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2005 йылдың сентябренән алып Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы Башҡорт дәүләт аграр университетында доцент, кафедра мөдире, профессор, университеттың Урал аръяғы филиалында белем биреү эштәре буйынса директор урынбаҫары, филиал директоры булып эшләй.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 15 август 1980 йыл — 1 октябрь 1980 йыл — «Бөрйән» совхозы эшсеһе;
- 1 октябрь 1980 йыл — 20 июнь 1981 йыл — 22-се һанлы СПТУ-ла уҡый;
- 20 июнь 1981 йыл — 25 октябрь 1981 — «Бөрйән» совхозының тракторсы-машинисы;
- 25 октябрь 1981 йыл — октябрь 1983 йыл — Совет Армияһында хеҙмәт итә;
- 14 ғинуар 1984 йыл — июль 1984 йыл — Башҡорт дәүләт университетының әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы;
- 1 август 1984 йыл — 16 июнь 1989 йыл — Башҡорт дәүләт университетында уҡый;
- 1 август 1989 йыл — 4 ғинуар 1993 йыл — Шүлганташ ҡурсаулығының кесе ғилми хеҙмәткәре;
- 25 ғинуар 1993 йыл — 7 май 1997 йыл — Шүлгәнташ ҡурсаулығының өлкән ғилми хеҙмәткәре;
- 7 май 1997 йыл — 30 август 2005 — «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында дөйөм эштәр һәм умартасылыҡ буйынса директор урынбаҫары;
- 1 сентябрь 2005 йыл — 25 октябрь 2007 йыл — "Башҡорт дәүләт аграр университеты"ның Урал аръяғы филиалы тәбиғәт һәм техник фәндәр кафедраһы; доценты[3]
- 25 октябрь 2007 йыл — ғинуар 2008 йыл — "Башҡорт дәүләт аграр университеты"ның Урал аръяғы филиалы тәбиғи-техник фәндәр кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы;
- 1 ноябрь 2008 йыл — 5 июль 2013 йыл — "Башҡорт дәүләт аграр университеты"ның Урал аръяғы филиалы уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары;
- 5 июль 2013 йыл — 1 август 2015 йыл — "Башҡорт дәүләт аграр университеты"ның Урал аръяғы филиалы директоры;
- 1 март 2016 йыл йылдан Шүлгәнташ ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре[4].
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фитрат Йомағужиндың 168 баҫмаһы бар, шуларҙың 129-ы — фәнни һәм 39-ы — уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 3 уҡыу әсбабы һәм 6 монография. Рәсәй Ауыл хужалығы академияһы, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының аграр белем биреү һәм ауыл хужалығын консультациялау бүлеге тарафынан хупланған 3 тәҡдим сығара. РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһы биргән 3 патент ала.
Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк ғилми һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның ғилми етәкселегендә 3 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, өс дәғүәсе кандидатлыҡ диссертациялары әҙерләй.
Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин — Германия Федератив Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһында ауыл хужалығын тикшереү өлкәһендә дәүләт-ара хеҙмәттәшлек программаларының «Биологик төрлөлөккә һәм мониторинг мәсьәләләренә ҡарата экологик һәм генетик тикшеренеүҙәр» темаһы буйынса бүлек етәксеһе. Ул «Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү» һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында һәм «Башҡортостан Республикаһының тау-урман зонаһы экосистемаларына интродукциялау өсөн „Башҡортостан Уралы“ биосфера резерватында селекция материалын репродукциялау технологияһын фәнни оҙатыу һәм ғәмәлдә ҡулланыу» темаларына ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөрйән район советына 2 тапҡыр депутат итеп һайлана[5]. Үҙе уҡыған мәктәп менән бәйләнештә тора[6]. Ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ буйынса үткәрелгән район һәм республика кәңшмәләрендә ҡатнаша[7].
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Биоморфологическая и популяционная адаптация Бурзянской бортевой пчелы»
- Популяционная морфология Бурзянской бортевой пчелы Apis mellifera mellifera L. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
- Асимметрия экстерьера пчел(недоступная ссылка)
- Морфологическая характеристика восковой железы у пчел в онтогенезе 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
- Свойства бортевого меда
- Зависимость численности бортевых пчелиных семей от сроков цветения и нектаропродуктивности липы 2023 йыл 26 август архивланған.
- К вопросу о расширении территории заповедника «Шульган-Таш» / Ф. Г. Юмагужин // Вестник Оренбургского государственного университета 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
- Об использовании морфологических признаков для решения проблем сохранения генофонда бурзянской бортевой пчелы 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
- Генетическая изменчивость пчелы медоносной из разных регионов России / Ф. Г. Юмагужин // Вестник Оренбургского государственного университета. — 2009. — № 10. — С. 222—223(недоступная ссылка)
- Активность каталазы ректальных желез у медоносных пчел(недоступная ссылка)
- Селекция породного типа "Бурзянская бортевая пчела
- Морфометрические показатели пчел в Зауралье Республики Башкортостан
- Кластерный анализ морфологических признаков у бурзянских бортевых пчел
- Оценка кормовой базы заказника «Алтын Солок» как основа для сохранения и размножения башкирской бортевой пчелы
- Сезонные изменения активности каталазы ректальных желез
- Оценка состояния генофонда бурзянской бортевой пчелы с использованием изоферментных генетических маркеров 2020 йыл 27 октябрь архивланған.
- ҒИЛМИ ХЕҘМӘТТӘРЕНЕҢ ТУЛЫ ИСЕМЛЕГЕ:[8]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжә диплом һәм бронза миҙал. (Умартасылыҡ продукттарын эшкәртеүҙең инновацион технологияларын эшләү өсөн)[9];
- Рәсәй Федерацияһы биология фәндәре докторы;[10]
- Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының «Тәбиғәт эшендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2020 йыл);
- Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығының Почёт дипломы;
- Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты;
- Икенсе дәрәжә «Урман рыцары» дипломы һәм билдәһе[11].
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы (2020)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Морфофункциональное развитие летательной мышцы, восковой железы и механизм генетико-популяционной изменчивости бурзянской бортевой пчелы
- ↑ Популяционная морфология бурзянской бортьевой пчелы APIS MELLIFERA MELLIFERA L
- ↑ [fak=&arrFilter_pf[kaf]=6191&set_filter=Y&set_filter=Найти Юмагужин Фитрат Гилмитдинович]
- ↑ Юмагужин Фитрат Гильмитдинович 2022 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ Депутаты 2022 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ https://vk.com/wall-64417743_344232
- ↑ Ҡортсолар кәңәшләште
- ↑ [https://famous-scientists.ru/list/11073 Список опубликованных работ Статьи в научных журналах, рекомендованных ВАК РФ]
- ↑ Оценили по заслугам!
- ↑ Популяционная морфология бурзянской бортьевой пчелы APIS MELLIFERA MELLIFERA L
- ↑ Протокол «Рыцарь леса-2020»
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юмагужин Фитрат Гильмитдинович 2022 йыл 16 ғинуар архивланған.
- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.