Легенда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Легенда (лат. legenda «уҡыу», «уҡымлы») — әкиәт булмаған сәсмә фольклорҙың бер төрө. Ниндәй ҙә булһа тарихи ваҡиға йәки шәхес тураһындағы яҙма риүәйәт.

Киң мәғәнәлә — ысынбарлыҡтағы факттар тураһында дөрөҫлөккә тап килеүе икеле булған хикәйәләү.

Күсмә мәғәнәлә дан менән уратып алынған, әкиәттәрҙә, хикәйәләрҙә һ.б. һүрәтләнеп, һоҡланыу тыуҙырған үткән заман ваҡиғалары. Ҡағиҙә булараҡ, ул өҫтәмә рәүештә, дини һәм ижтимағи пафосҡа эйә.

Легенда — миф төшөнсәһенә яҡын торған синоним; хикәйәнең төп геройҙары — тулы мәғәнәһендә,ҡәҙимге кешеләр, йыш ҡына ваҡиғаларҙа аллалар йәки башҡа юғары көстәр туранан-тура ҡатнаша. Легенда ваҡиғалары йыш ҡына арттырып, ҡабартып күрһәтелә, ундә уйҙырмалар өҫтөнләк ала. Шуға күрә ғалимдар легендаларҙы тарихи ысынбарлыҡ итеп ҡабул итмәйҙәр, шул уҡ ваҡытта, уларҙың күпселеге реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән икәнлеген дә инҡар итмәйҙәр.

Легендаларҙың мифтарҙан айырмалы яҡтары:

  • легенда — ысынбарлыҡта булған ваҡиғалар, әммә ваҡыт үтеү менән, уларҙа үҙгәртеүҙәргә юл ҡуйыла. Йыш ҡына легендаларҙа бер геройҙың исеменә икенсе геройҙың исеме өҫтәлә (Илья Муромец), йәки геройҙың портреты танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә (Крали Марко).
  • миф — тулыһынса уйлап сығарылған сюжеттар һәм персонаждар (Прометей; Пандор). Әммә мифҡа әхлаҡи мәғәнә һалынырға мөмкин, шуның менән миф хикмәттәргә һәм мәҫәлдәргә әйләнеп китә ала (Мидас һәм алтын).

Легендалар дини һәм ижтимағи булырға мөмкин.

Легендалар, ҡағиҙә булараҡ, телдән һөйләнелгән хикәйәләр рәүешендә йәшәп килгән, йыш ҡына көйгә һалынып, күсенеп йөрөүсе сәсәндәр тарарфынан телдән-телгә тапшырылыр булған. Һуңынан күп легендаларҙың яҙма формалары барлыҡҡа килә.

Билдәле булыуынса, кем дә булһа берәү тураһында легенда барлыҡҡа килә икән, был йәмғиәт тарафынан уның эшмәкәрлеген ҡабул ителеүен аңлатҡан, һәм һүҙ көсө яңы мәғәнәгә эйә булған: танылыу һәм ихтирам яулаған ваҡиға һәм эшмәкәрҙәрҙе шулай атағандар (мәҫәлән, «Рок легендалары»).