Эстәлеккә күсергә

Сәсән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сәсән — шиғри һәләткә эйә булып, фәһемле оҫта һүҙе һәм ижады менән таныҡлыҡ алған кеше, йырсы-импровизатор. Сәсән булыу. Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый (Әйтем).

Сәсәндәр думбыраға ҡушылып көйләп һөйләү рәүешендә импровизациялай. Үткәндәр хаҡында һөйләүсе тарихсы, ауыҙ-тел ижадын һаҡлаусы һәм быуындан быуынға тапшыра килеүсе булараҡ, сәсәндәр халыҡ тормошонда күренекле роль уйнаған. Заманының әһәмиәтле ваҡиғаларын тасуир итеп кенә ҡалмайынса, уларға баһа ла биреү арҡылы, сәсәндәр мөһим социаль функция үтәгән. Сәсәндәрҙең халыҡтың йәмғиәт тормошонда һәм мәҙәниәтендә уйнаған роле күп кенә мәҡәлдәрҙә юғары баһа алған: «Сәсәндең теле уртаҡ, егәрленең ҡулы уртаҡ», «Сәсән алдырмаҫ, әйтмәй ҡалдырмаҫ», «Сәсән күрке һүҙ булыр, мәргән һүҙе күҙ булыр», «Сәсән дауҙа беленер, батыр яуҙа беленер» һ.б.

«Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне» ҡобайырында сәсәндәрҙең ижтимағи идеалы сағыла: Яманлыҡты яҡламаҫ,/ Дошман хәтерен һаҡламаҫ,/ Яҡшылыҡты һөйләр ул,/ Яуға саҡырып өндәр ул,/ Дауға саҡырып өндәр ул.

Сәсәндәрҙең өс төрөн айырып йөрөтәләр:

Сәсәндәрҙең халыҡ алдында ойошторолған шиғри бәйгеһе, ярышы әйтеш тип аталған. Бындай ярыштар сәнғәт өсөн дә, ырыуҙар араһындағы ыҙғыш-талаш, аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл итеү өсөн дә үткәрелгән. Элекке ваҡыттарҙа һәр бер башҡорт ырыуының үҙ сәсәне булған. Ырыуҙар араһындағы низағ йыйындарҙа сәсәндәр бәйгеһе арҡылы хәл ителгән. Импровизаторҙың еңеүе уның ырыуының еңеүен аңлатҡан. XIV-XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың тарихи һәм рухи мәҙәниәте менән айырылғыһыҙ бәйләнгән күп кенә арҙаҡлы сәсәндәр исеме һаҡланып ҡалған: Һабрау, Ерәнсә, Ҡобағош, Ҡарас, Мәхмүт, Байыҡ Айҙар һ.б.

Революциянан һуңғы тәүге йылдарҙа, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә пролеткульт концепцияһы хакимлыҡ иткән осорҙа, халыҡ ижады, шул иҫәптән, сәсәндәр ижады ла, архаика булараҡ ҡабул ителә. Беренсе совет яҙыусылары съезынан (1934 йыл) һуң ғына сәсәндәргә булған ҡараш үҙгәрә. Съезда күренекле рус яҙыусыһы Максим Горький милли фольклорҙы өйрәнергә саҡырып оран ташлай. Ул Дағстан ашуғы Сөләймән Стальскийҙың ижадын юғары баһалап, уны ХХ быуаттың Гомеры тип атай.

Ошо съездан һуң Башҡортостанда фольклорҙы, шул иҫәптән сәсәндәр ижадын йыйыу буйынса эш әүҙемләшә. Әммә артабанғы йылдарҙа ҡобайыр ижад итеүгә элекке формаларҙы стилләштереү булараҡ ҡарай башлайҙар. Быға, билдәле бер дәрәжәлә, ВКП(б) ҮК-ның 1945 йылдың 27 ғинуарында «Башҡорт партия ойошмаһында агитация һәм пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында» ҡарары ла булышлыҡ итә. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» ҡобайыры һәм ҡобайырсы-сәсән Мөхәмәтша Буранғолов батша йәбере аҫтына эләгә һәм был күренеш, ғөмүмән, ҡобайыр жанрына тыйыу һалыу булараҡ ҡабул ителә. Октябрь революцияһына тиклемге дәүерҙә мәҙрәсәлә белем алған сәсәндәрҙең берәүҙәре яңы әҙәби формалар менән мәшғүл булһа, икенселәре таҡмаҡ, ҡыҫҡа йыр, бәйет, әкиәт кеүек фольклор жанрҙарына мөрәжәғәт итә.

Беренсе төркөмгә Әлшәй районы Ниғмәтулла (Малаш) ауылынан Ғатаулла Ғәлиев (1861—1939), Кушнаренко районы Ғүмәр ауылынан Ғиндулла Усманов (1875—1956), Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылынан Илһаметдин Баҙаров (1877-?), Ғафури районы Яҡтыкүл ауылынан Вәлиулла Ҡоломбәтов (1881—1964), Дүртөйөлө районы Ҡораласыҡ ауылынан Шәйҙулла Шәрифуллин (1883—1959), Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан Шәһәргәзи Ғәбдиев (1889—1979), Ғафури районы Үтәш ауылынан Сәйфулла Сәғитов (1899—1977), Әлшәй районы Сураҡай ауылынан Сәһриәр Муллабаев (1899—1977), Кушнаренко районы Тартыш ауылынан Әсәҙулла Ғәтиәтуллин (1891—?) инә.

Икенсе төркөмдө Шишмә районы Йәрми ауылынан Сәйет Исмәғилев (1884—1970), Дүртөйлө районы Үртәй ауылынан Фәррәх Дәүләтшин (1887—1956), Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан Нәби Ғәҙелбаев (1885—1939), Ғәзиз Сөләймәнов (1890—?), Хәдис Күсәбаев (1902 — ?), Ислам Смаков (1903—1980), Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районынан Яхъя Аҡмырҙин (1897) тәшкил итә.

Милли үҙаңды үҫтереү һөҙөмтәһендә сәсәндәр мәктәбе өр-яңы сифатта — үҙ әҫәрҙәрендә онотолған традицияларҙы тергеҙеүсе халыҡ шағирҙары — булараҡ тергеҙелә. Билдәле сәсәндәр фольклор әҫәрҙәрен яҙып ала, тарата, халыҡ ижадын пьеса, спектакль һ.б. кеүек өр-яңы формаларҙа яңынан ижад итә башлайҙар. 1930 йылдарҙан алып башҡорттарҙың мәҙәниәт йүнәлешле милли элита ҡулға алына башлай, уларҙың әҫәрҙәре һәм хеҙмәттәре тыйыу аҫтына эләгә. Башҡорт халҡының иң күренекле сәсәндәренең береһе, киләһе быуындар өсөн өлкән быуын сәсәндәренән мәшһүр «Урал батыр» эпосын яҙып ҡалдырған Мөхәмәтша Буранғоловтың яҙмышы шундайҙарҙан.

1943 йылда БАССР-ҙың Халыҡ сәсәне (хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың халыҡ сәсәне) исеме индерелә. Халыҡ сәсәне — халыҡтың ауыҙ-тел ижадын яҡшы белеп, уны үҙ ижады менән байытҡан кешегә бирелә торған маҡтаулы исем. Был маҡтаулы исемгә М. А. Буранғолов, Ф. Д. Дәүләтшин, С. А. Исмәғилев лайыҡ була.

  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том. — Өфө, 1990.
  • Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. — Өфө, 2000.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Быуаттар тауышы. — Өфө, 1994.
  • Буранғолов М. Сәсән аманаты: Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобай­ырҙар. — Өфө, 1995.
  • Иҙелбаев М. Х. Тарихи дәүерҙәр һәм ауыҙ-тел әҙәбиәте. — Өфө, 1999.
  • Иҙелбаев М. Х. Боронғонан аманат: баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр. — Өфө, 2007.
  • Солтангәрәева Р. Ә. Башҡорт сәсән мәктәбе. — Өфө, 2012.