Озан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озан

Озан (әзерб. Ozan) йәки Узан — шағир-йырсы, төрки халыҡтарында сәсән. Озандар XXI быуатта уҡ ижад иткәндәр[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Озандар (Узандар) үҙҙәренең хикәйәләүҙәрен голузда оҙатып барыусы уғыҙ йырсылары була, һәм улар уғыҙҙар араһында айырым рухи йоғонто яһауға эйә була. Озандарҙың билдәле ҡомартҡыларына уғыҙ «Книга моего деда Коркута» героик эпосы ҡарай (был эпоста бард-сәсән» «озан» тип телгә алына)[2]. Шулай уҡ озандар, гопузға ҡушылып, төрки-уғыҙҙарҙың легендар шәжәрәһе хаҡындағы эпик ҡомартҡы һәм уларҙың мифик ата-бабаһы Уғыҙ ҡаған тураһында «Уғыҙнамә»нән хикәйәттәр башҡара[3]. Тарихта Деде Ҡорҡот, Деде Ғәббәс, Деде Йәдигәр, Деде Ғасым, Деде Керем («деде» һүҙе уғыҙҙарҙа «рухи атай»тигәнде аңлата) кеүек озандар билдәле[4].

XVII быуатта ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында озандар тарихи аренанан тулыһынса китә. Быға исламдың һәм уның идеологияһының төрки-уғыҙ йәмғиәтендә йоғонтоһо көсәйеүе сәбәпсе булып тора. Ғәрәп телен һәм әҙәбиәтенең таралыуы, ғөмүмән ислам идеяларына йүнәлтелгән мәҙәниәт озан сәнғәте нигеҙҙәрен боҙа. XVI быуатта Гәнжәлә хөрмәтле озан Деде Йәдиғәр һәм йәш ашуғ Дирили Гурбани араһында тарихи ярыш ниндәйҙер мәғәнәлә был күсеш өсөн метафора сифатында ҡаралырға мөмкин. Боронғо озан сәнғәте мираҫы әзербайжан, төркмән, ҡаҙаҡ, уйғыр, төрөк һәм үзбәк халыҡ йырсы-сәсәндәренең дөйөм сәнғәтенең нигеҙен һала[4]. Әзербайжанда озандар (башҡа исемдәре-шуара, деде, яншаг һ. ) ашуғтарҙың элгәрҙәре була[5][6].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам энциклопедияһына ярашлы, «озан» һүҙе «оз-» ҡылымынан килеп сыға, ул «уҙышта алға сығыу»ҙы аңлата.[7]. Был термин XI быуатта төрки ғалимы Мәхмүт әл-Ҡашғариҙың «Диуан Лөғәт әл-Төрк»тә раҫланған да инде [7]. «Озан» термины сәлжүк заманында армияны оҙатып йөрөгән йырсылар өсөн ҡулланылған. XV быуат Анатолияның төрөк шағиры үҙен Озан тип атай. Төркмән телендә был термин архаик булып тора һәм бахши (билдәле шағир) һүҙе менән алмаштырыла[7]. Төрөк фольклорын өйрәнеүсе И. Башгёз (төр.)баш.[8] башҡа ҡайһы бер тикшеренеүселәр кеүек үк, төрөк «озан» һүҙе парфян «госан» һүҙенән килеп сыҡҡан тип иҫәпләй[9]. Совет ғалим В. Горделевский иҫке ғосман «узан» формаһын анализлап, һүҙ әрмәндәрҙән үҙләштерелгән тип фаразлай[10][11][12]. Был ҡарашты төрки теле буйынса белгес, «Төрки телдәрҙең этимологик һүҙлеге» авторы Эдвард Севортян хуплай[13] Совет шәрҡиәтсеһе Владимир Минорский фекеренсә, төрөк телендәге «узан» һүҙе «йырсы» — монгол-төрки телендәге uzan һүҙенең артабанғы үҫеше генә. Шул уҡ ваҡытта Минорский, Кесе Азия йырсыларының күбеһе әрмән булыуы ихтимал, «шулай ҙа халыҡ йырсылары институты Урта азия төрөктәре араһында бик популяр» тип билдәләй[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [{{{ссылка}}} Озан] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. H.B. Paksoy (инг.)баш.. Dastan Genre in Central Asia (инг.) // Essays on Central Asia. — 1999. — С. 84.
  3. OGHUZ-NAMA (инг.) // The Encyclopaedia of Islam / Edited by C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs and G. Lecomte. — Лейден, 1995. — Т. VIII. — С. 163. — ISBN 9004098348.
  4. 4,0 4,1 Sanubar Baghirova. Anthology of Ashiq. — Maison des Cultures du Monde / Министерство культуры и туризма Азербайджанской Республики, 2008. — С. 33. — 88 с.  (әзерб.)  (инг.)  (фр.)
  5. Абасова Э. Ашуг // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1973. — Т. 1.
  6. C. F. Albright. ʿĀŠEQ (инг.) // Encyclopædia Iranica. — 2011. — Т. II. — С. 741-742.
  7. 7,0 7,1 7,2 OZAN (инг.) // The Encyclopaedia of Islam / Edited by C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs and G. Lecomte. — Лейден, 1995. — Т. VIII. — С. 232. — ISBN 9004098348.
  8. Basgoz, Ilhan. From Gosan to Ozan, Turcica 38, 2001. pp. 229-35
  9. А. Амбарцумян. К проблеме этимологии некоторых слов в древнеармянском. IX международная конференция по армянскому языкознанию. СПб, 2012
  10. В. А. Горделевский. Избранные сочинения. — Востояная литература, 1960. — Т. 3. — С. 265.

  11. В. А. Горделевский. Избранные сочинения: исторические работы. — Востояная литература, 1960. — С. 191-192.

  12. В. Д. Аракин. В. А. Гордлевский — исследователь тюркских языков. // Советская тюркология. — Академия наук СССР. — Коммунист. — С. 71-73.

  13. В.Э. Севортян О тюркских элементах "В русском этимиалогическом словаре" М.Фасмера / Лексикографический сборник т.5 Изд-во иностранных и национальных словарей, 1962 стр-ца 23
  14. В. А. Гордлевский. Избранные сочинения. — М.: Издательство восточной литературы, 1960. — Т. I. — С. 497.