Әзербайжан музыкаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әзербайжан музыкаһы
Дәүләт Flag of Azerbaijan.svg Әзербайжан
Commons-logo.svg Әзербайжан музыкаһы Викимилектә
Әзербайжан музыканттары. Һулдан уңға: тар, дәф, кәмәнчә

Әзербайжан музыкаһы (әзерб. Azərbaycan musiqisi) — әзербайжан халҡының музыкаль мәҙәниәте ҡаҙаныштары — үҙенсәлекле традицияларҙың күп быуаттар буйы барған тарихи формалашыу һәм үҫеү процесы. Был традициялар XX быуат башына тиклем, бер яҡтан, халыҡ ижады тамырҙарына бәйләнгән ауыҙ-тел мәҙәниәте юҫығында үҫә, икенсе яҡтан, профессиональ сәнғәт һыҙаттарын ала бара, был айырыуса муғам һәм ашуғтар ижадында асыҡ күренә.

Халыҡ музыкаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ музыкаһының ҙур өлөшөн ғаилә-көнкүреш йырҙары — туй һәм матәм-ерләү (йуг, агы, мәрсиә) йырҙары — тәшкил итә. Әзербайжан халыҡ музыкаһының жанрҙары күп төрлө — йыр, бейеү, ашуғ ижады, муғам. Ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәре — баҫалҡы, һығылмалы, лирик (Вагзалы, Оҙондара), ир-ат бейеүҙәре — йылдам, уларҙа таһыллылыҡ һәм көс-ғәйрәт сағыла (Газахы, Ғайтағы, Хан чабаны). Халыҡ бейеүҙәренең күпселеге — яңғыҙ бейеү, парлы һәм күмәк башҡарыла торғандары ла бар (халай, яллы, йорду-йорду, жәнги).

Әзербайжан халыҡ музыка ҡоралдары. Тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы экспонат, Шәки ҡалаһы

Әзербайжан халыҡ музыка ҡоралдары ла күп төрлө. Айырыуса киң таралған тынлы ҡоралдар — түтәк, балабан, зурна; ҡыллы-сиртеү ҡоралдары — тар, саз (төрҙәре: дшүрә-саз, бөйүк-саз, голтух-саз), уд, канон; ҡыллы-һыҙғыслы ҡоралдар — кәмәнчә; һуҡма ҡоралдар — дәф (шөңгөр), нағара, ғоша-нағара. Әзербайжан тарын (11 ҡыллы) XIX быуатта йәшәгән әзербайжан конструктор музыканты Садыхжан сығарған, уға «Тар атаһы» тигән ҡушамат та бирелгән[1]. 1932 йылдың 1 майында композитор Үзәйер Ғаджибәков С. Рөстәмов исемендәге беренсе ноталы әзербайжан халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын төҙөй[2], ә 2000 йылдың ғинуарында Әзербайжан дәүләт филармонияһы эргәһендә Әзербайжан дәүләт халыҡ ҡоралдары оркестры ойошторола[3]. 2012 йылдың 5 декабрендә әзербайжан тар сәнғәте ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелә[4].

Әзербайжан профессиональ музыкаһында муғам мөһим жанр һанала.

Муғам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ханәндә Бүлбүлджан (һулдан икенсе) ансамбле. XIX быуат аҙағы

Муғам — шымартылған форма сиктәренә индерелгән монодиялы циклик композиция, төп үҙенсәлеге тотороҡло (ҡануни) һәм ирекле (импровизациялы) башланғыстарҙың органик синтезынан хасил. Муғамдарға күп тауышлылыҡ элементтары хас. Әзербайжанда муғам ғәҙәттә сазсылар триоһы (тарсы, кәмәнчәсе, шөңгөрсө) оҙатыуында башҡарыла, ҡайһы берҙә муғам йырлаусы үҙе шөңгөр ҡаға. Муғам речитатив рәүешендәге импровизациянан тора. Муғам йырлау материалды һәм форманы белеү йәһәтенән дә, виртуозлыҡ һәм техника йәһәтенән дә әҙерлек талап итә. Муғамдың телмәр өлөшө ғәҙәттә Яҡын һәм Урта Көнсығыштың билдәле шағирҙарының лирик ғәзәлдәренә нигеҙләнә.

2008 йылда ЮНЕСКО әзербайжан муғамын «кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мираҫы шедеврҙары» иҫәбенә индерә[5].

Ашуғ музыкаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ашуғтар Баҡыла Науруз байрамында

Ауыҙ-тел традицияһы профессиональ сәнғәтенә ашуғтарҙың музыкаль-шиғри ижады ла («ашҡ» — мөхәббәт тигәндән) инә.

Әзербайжанда озандар (йәки шуара, дәдә, яншағ) ашуғтарҙың элгәрҙәре булған[6]. «Ашуғ» атамаһы Кавказ аръяғында XVI—XVII быуаттарҙа барлыҡҡа килгән[7]. Ашуғ йырҙы үҙе сазда уйнап башҡара. Айырыуса таралған жанрҙары: дастан (героик-эпик хикәйәт), дәйишмә (ярыш), устаднамә (нәсихәт йырҙары), ғәзәлләмә (маҡтау йырҙары), шикәстә, мисри (лирик йырҙар).

Ашуғтарҙың вокаль-инструменталь сәнғәте классик көйҙәргә (80-дән ашыу) ниеҙләнә, уларҙың һәр береһе бик күп импровизацион варианттарға эйә.

1928 йылда Баҡыла ашуғтарҙың беренсе республика съезы була[8]. 2009 йылда әзербайжан ашуғ сәнғәте искусство ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫының репрезентатив исемлегенә индерелә[9].

Классик музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат аҙағынан Әзербайжанға Европа, айырыуса рус музыкаль мәҙәниәте йылдам үтеп инә. Баҡыла симфоник оркестр, хосуси опера труппаһы, Рус музыкаль йәмғиәтенең филиалы ойошторола. ХХ быуат башында скрипка, фортепиано өсөн әҫәрҙәр барлыҡҡа килә. Лютеран сиркәүенә орган ҡуйылғас, уны үҙләштереү башлана. Орган өсөн тәүге әҫәрҙәр йыйынтығын Хәйәм Мирзазадә яҙа[10].

Опера сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ләйлә менән Мәжнүн» операһынан күренеш

Әзербайжан опера сәнғәтенә композитор Үзәйер Ғаджибәков нигеҙ һала, ул 1907 йылда Фүзулиҙың «Ләйлә менән Мәжнүн» поэмаһы буйынса шул уҡ исемдә опера яҙа. Ул муғам-опера жанрына нигеҙ һала. Был жанр үҙендә нота менән яҙылған музыканы (хорҙар, бейеүҙәр) композитор биргән текст нигеҙендәге яңғыҙ йырлы импровизация — муғам менән ҡатнаштыра[11]. Ғаджибәковтың «Аршин мал алан» опереттаһы Әзербайжан опера сәнғәтенең сираттағы ҙур ҡаҙанышы була. Р. М. Глиэр Әзербайжан театры өсөн «Шаһсенем» операһын (1927 й. пост.; 2-се ред. 1934 й. пост.) яҙа, был әҫәр әзербайжан музыкаһын ҡатмарлы профессиональ бурыстарҙы хәл итеүгә әҙерләй[12]. Классик музыкаль-сәхнә формаларындағы тәүге әзербайжан операһы "Нәргиз"де композитор М. Магомаев яҙа (1935)[13], был әҫәр Әзербайжанда 1920-се йылдарҙа булған революцион ваҡиғаларҙы сағылдыра[12]. Композитор Фикрәт Әмиров Джафар Джаббарлы драмаһы буйынса шул уҡ исемдәге «Севиль» операһын (1953) ижад итә, был әҫәр беренсе милли лирик-психологик опера була[14].

Симфоник музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А.Зәйналланың «Фрагменттар» сюитаһы (1931) әзербайжан симфоник музыкаһының беренсе өлгөһө тип ҡарала.

Әзербайжан опера һәм балет театрының симфоник оркестрына Афрасияб Бадалбейли дирижерлыҡ итә, 1930-сы йылдар

Симфония жанры Әзербайжанда 1920-30-сы йылдарҙа тыуа (М. Магомаев, А. Зәйналлы) һәм 40-сы йылдар уртаһынан 60-сы йылдарға тиклемге осорҙа сәскә ата. Республиканың композиторлыҡ мәктәбе башында Ҡара Ҡараев тора, уның ижады милли һыҙаттарҙы заманса музыканың стиль үҙенсәлектәре менән яраштыра, әзербайжан музыкаһын донъя музыка сәнғәте майҙанына алып сыға. Ҡараевтың ике киҫәкле 1-се симфонияһы (1943) драматик һәм лирик образдарҙың киҫкен контрастары менән айырылып тора. Фашизмды еңеү айҡанлы яҙылған биш киҫәкле 2-се симфонияһында (1946) әзербайжан музыкаһы традициялары классицизм традициялары менән үрелгән (4-се киҫәктәге тасуири пассакалия муғам тибындағы тематизмға нигеҙләнгән)[15]. Ҡара Ҡараев «Ләйлә менән Мәжнүн» тигән симфоник поэманы, «Ете гүзәл» симфоник сюитаһын һәм ошо уҡ исемле операны ижад итә, был әҫәре ижадының сағыу үре тип һанала[16].

Фикрәт Әмировҡа жанрлы-лирик симфонизм, романтик патетика (халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән фортепиано өсөн концерт, авторҙашы А. Бабаев, 1946; «Низами» ҡыллы симфонияһы, 1947; «Әзербайжан» сюитаһы, 1950) хас.

Джаз[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әминә Фигарова рояль артында

Әзербайжан джазы 1930-сы йылдарҙа тыуа. Шул осорҙа композитор Тәүфиҡ Күлиев дирижёр Ниязи менән берлектә Баҡыла тәүге джаз оркестрын ойоштора[17]. Әммә әзербайжан джазына нигеҙ һалыусы тип Вәғиф Мостафазаде иҫәпләнә, ул джаз-муғам тигән яңы музыка жанрын сығара, джаз элементтарын әзербайжан халыҡ музыкаһы менән ҡуша. 1957 йылда йырсы Рәшид Бейбутов Әзербайжан филармонияһында джаз стилистикаһын әзербайжан халыҡ музыа ҡоралдары менән берләштергән концерт ансамблен ойоштора[18].

Популяр музыка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йырсылар Шәфҡәт Мамедова менән Бүл-Бүл хәҙерге заман милли вокаль оҫталыҡ мәктәбенә нигеҙ һала[19].

Әзербайжан поп-музыкаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан 2008 йылғы Евровидениела сығыш яһағандан һуң, илдең поп-музыкаһы яңы кимәлгә күтәрелә. 2009 йылда Әзербайжан был конкурста өсөнсө, киләһе йылына бишенсе урынды ала. Эл менән Никки 2011 йылғы Евровидениела «Running Scared» тигән йыр менән беренсе урынды яулай[20][21].

Мәйхана[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәйхана — халыҡ музыкаль-прэтик ижад йүнәлеше — һығылмалы шиғри-ритмик музыкаль жанр.

Симфо-рок-муғам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Композитор Эльдар Мансуров «Баһрамнамә» тигән музыкаль проектты ҡуя, унда яңы музыкаль синтез — симфо-рок-муғам — ғәмәлләшә[22]. Шулай уҡ Эльдар Мансуров Әзербайжанда — «Ете гүзәл» рок-операһын яҙған тәүге композитор[23].

Йырҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан халыҡ йыры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ йырының жанрҙары төрлө (йола, көнкүреш, лирик, тарихи, хеҙмәт, шаян һ.б.). Ул 6/8, 3/4, 2/4 такт үлсәмдәренә буйһонған бай метроритмика менән айырылып тора. Синкопалар киң ҡулланыла; вокаль көйҙәрҙе үҫтереүҙең типик алымы — таяныс тондарҙы уратып көйләү ҡулланыла; шулай уҡ яңғыҙ башҡарыу өҫтөнлөк ала, һирәгерәк хор (унисонлы) башҡарыуы осрай. Йырҙарҙың мелодикаһына һәр ваҡыт тиерлек түбәнәйеүсән хәрәкәт, төп көйҙөң вариантлы үҫтерелеүе хас.

1927 йылда композитор һәм дирижер М. Магомаев редакцияһында Үзәйер Ғаджибәков яҙған һәм эшкәрткән тәүге «Әзербайжан төрки халыҡ йырҙары» йыйынтығы сыға[24]. Был йыйынтыҡ Әзербайжанда музыкаль фольклористикаға башланғыс һала[25].

Йырҙар һәм романстар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге әзербайжан масса йырҙары Ғаджибәков һәм Магомаев тарафынан 1920—1930-сы йылдарҙа яҙыла, ә 1950-се йылдарҙан был жанр башҡа авторҙарҙың ижадында ла ныҡлы урын ала. Фортепиано өсөн үҙенең «Балалар сюитаһы» менән композитор Асаф Зәйналла әзербайжан балалар музыкаһына нигеҙ һала[26]. Ул шулай уҡ тәүге милли романстар авторы була, ә Үзәйер Ғаджибәков, көнсығыш шиғриәт формаларына таянып, романс-ғәзәл тигән яңы жанр сығара. Тәүфиҡ Күлиевтың йыр ижадында халыҡ музыкаһының һәм совет лирик йырының лад-интонация үҙенсәлектәре ҡушыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. <4D6963726F736F667420576F7264202D20CAF3EBFCF2F3F0EEEBEEE3E8FF2E646F63>
  2. Оркестр азербайджанских народных инструментов, Электронная энциклопедия Узеира Гаджибекова.
  3. Азербайджанский Государственным Оркестр Народных Инструментов, Министерство Культуры и Туризма Азербайджанской Республики.
  4. Four new items inscribed on UNESCO’s Representative List of the Intangible Cultural Heritage of Humanity  (инг.)(англ.)
  5. Мугам на портале ЮНЕСКО  (инг.)(англ.) Ҡалып:Webarchive
  6. АШУГ, Музыкальная энциклопедия.
  7. АШУ́Г, Краткая литературная энциклопедия.
  8. История музыки народов СССР — М.: Советский композитор, 1970. — Т. 1. — Б. 337.
  9. Журнал ЮНЕСКО стр. 18
  10. «Белые и черные»: композитор Хайам Мирзазаде рассказал о написании музыки для органа
  11. Гаджибеков, Музыкальная энциклопедия.
  12. 12,0 12,1 Э. А. Абасова. АЗЕРБАЙДЖАНСКАЯ МУЗЫКА, belcanto.ru.
  13. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; МЭС төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  14. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Амиров төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  15. А. Бретаницкая. КАРА (Абульфаз оглы) КАРАЕВ, Belcanto.ru.
  16. Karl H. Wörner, Igor Boelza, Richard F. Goldman, Israel Citkowitz and Henry Cowell. Current Chronicle. The Musical Quarterly. Jul. 1954. Vol. 40, No. 3. Pp. 391—418.
  17. Ольга Юркина. Восточные удовольствия в Монтрё, Наша Газета (10.07.2009).
  18. Бейбутов Рашид Маджид оглы, Герои страны.
  19. Азербайджанская Советская Социалистическая Республика, БСЭ.
  20. Победителем Евровидения стал Азербайджан, NewsBBC (15 May 2011).
  21. Азербайджан стал победителем Евровидения (15 May 2011).
  22. Л.АББАС. "Бахрамнамэ" Эльдара Мансурова, echo-az.com (3 Декабря 2005).
  23. И.Рагимова. Эльдар Мансуров: «Я благодарен судьбе и чувствую себя счастливым человеком», AZE.az (29 февраля 2012).
  24. ВЫДАЮЩИЕСЯ МУЗЫКАЛЬНЫЕ ДЕЯТЕЛИ, Азербайджанский Музыкальный Портал.
  25. «Азербайджанские тюркские народные песни», Электронная энциклопедия Узеира Гаджибекова.
  26. Джейла ИБРАГИМОВА. Жизнь, отданная музыке, «Xəzər-Kaspiy».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]